НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла

Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла


Кишер туҡлыҡлы ла, файҙалы ла
Кишер – һәр кемдең баҡсаһында үҫкән йәшелсә. Бер генә баҡсаны ла унһыҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был йәшелсә аш-һыу әҙерләгәндә лә, салаттарҙа ла киң ҡулланыла. Ҡыҫҡаһы, тормошобоҙҙо ла унһыҙ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ кеүек.

Европала кишер XIV быуатта киң таралыу ала, ә Рәсәйҙә XVI – XVII быуаттан үҫтерә башлайҙар. Борон күп ауырыуҙы дауалау өсөн уның һутын файҙаланғандар. Ә сәләмәтлекте нығытыу өсөн балға ҡушып ашағандар. Хатта уны балға бутап һаҡлағандар.
Кишер, витаминдар сығанағы булараҡ, сей килеш айырыуса файҙалы. Башҡа йәшелсәләр менән сағыштыр­ғанда, унда каротин күп. Беҙҙең организмда ул А витаминына әүерелә. Тәүлек нормаһын тултырыу өсөн бер уртаса кишер ҙә етә. Унда шулай уҡ С, Д, Е, Л, Н, РР витаминдары бар. Бынан тыш, шәкәр, аҡһым, пектин, кумарин, күп кенә ферменттар, кальций, калий, тимер кеүек макро һәм микроэлементтар булыуы ла асыҡланған.
Кишерҙе борон-борондан дауалау үҙенсәлектәре өсөн дә баһалағандар. Гиппократ, мәҫәлән, күҙ ауырыуҙарынан шифаһы ҙур тип иҫәпләгән. Гректар кишерҙе зәйтүн майына ҡушып ашаған. Әйткәндәй, был май ашҡаҙан ауырыуҙарынан файҙалы.
Кишерҙең составында күп булған каротин матдәләр алмашыныуын яйға һала, физик һәм аҡыл үҫешенә ярҙам итә, организмдың һаҡланыу көсөн арттыра. Каротин шулай атеросклерозды, яман шеште, организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуын иҫкәртеү өсөн дә файҙалы.
Кишер аш эшкәртеү процесын яҡшырта, йәрәхәттәрҙең тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә, бөйөрҙәрҙән ҡомдо сығара. Һуты аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән, инфаркт кисергәндән һуң тәүге көндәрҙә йөрәк мускулының эшен көйләү өсөн тәҡдим ителә. Ундағы йод май алмашыныуын көйләп, һимереүҙән һаҡлай, ә күҙәнәклеге организмдағы артыҡ холестеринды ҡыуа.
Ҡыҫҡаһы, туҡлыҡлы ғына түгел, шифалы ла ул кишер.

Халыҡ рецептары

- 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән балды һөттә бешереп, ашҡаҙан-эсәк таркты ауырыуҙарынан, бронхиттан, ларингиттан, һалҡын тейеүҙән эсергә.
- Хәлһеҙлектән, тиҙ генә арып барыусанлыҡтан көнөнә өс тапҡыр 1/2 стакан кишер һуты эсергә.
- Имеҙеүсе әсәләргә һөт төшһөн өсөн көнөнә өс тапҡыр 1/2 – 1/3 стакан һутын эсергә ҡушалар.
- Ангинанан тамаҡты кишер һуты менән сайҡатырға.
- Бер балғалаҡ кишер орлоғона 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп, термоста төнәтергә. Бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ, көнөнә өс тапҡыр 1/2 стакан эсергә.
- Геморройҙан кишер япрағын сәй урынына бешереп эсеү файҙалы.
- Арыуҙан йәиһә ауырыуҙан һуң кишер һутына бал йәки лимон һуты ҡушып эсеү хәл өҫтәй.

Сығыу ваҡыты 23-09-2017, 10:00 | Ҡаранылар: 159
|
  • Бал менән дауалау
  • Тымауҙан – кишер һуты
  • Бауыр өсөн үлән сәйе
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Организмды таҙартыу өсөн диета
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM