НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бал менән дауалау

Бал менән дауалау


Бал менән дауалауЙоҡоһоҙлоҡ, неврастения
Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуға һалып төнгөлөккә эсеп ятырға. Тынысландыра һәм яҡшы йоҡлата.

Гипертониянан
Бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ сөгөлдөр һуты, бер ҡалаҡ кишер һуты, бер стакан керән һуты (ҡырғыстан үткәрелгән керәнде алдан 36 сәғәт элек һыуҙа тоталар), бер лимон һуты алып, барыһын бергә ҡушып бутарға. Көнөнә ике тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә.

Ангина, стоматит, тамаҡ биҙҙәре елһенеүҙән

- Бер ҡалаҡ балды бер стакан йылы һыуҙа болғатып тамаҡты сайҡатырға.
- Бер ҡалаҡ бал менән бер ҡалаҡ ромашка сәскәһенә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Шуның менән ауыҙҙы һәм тамаҡты сайҡатырға.

Киҙеү һәм ОРВИ-нан
- Берәр ҡалаҡ бал, гөлйемеш, ҡара ҡарағат һәм ҡурай еләге алып, шуларға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп 15 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бер ҡалаҡ йүкә сәскәһенә, бер ҡалаҡ ҡурай еләге ҡушып, өҫтөнә ике стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 5 минут ҡайнатырға. Бер аҙ төнәткәндән һуң һөҙөп алырға һәм ике ҡалаҡ бал һалып болғарға. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

Бауыр ауырыуҙарынан
1 кг балға 1 кг ҡара ҡарағат ҡушып бутарға. Иртәле-кисле ашарҙан 30 минут алда берәр балғалаҡ ашарға. Уны алма һуты менән ҡушып ашағанда тағы ла яҡшыраҡ.

Ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән

Бер ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ һаҙлыҡ кипкәрен ҡушып бутарға һәм өҫтөнә 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр икешәр ҡалаҡ эсергә.

Сығыу ваҡыты 6-09-2017, 12:06 | Ҡаранылар: 220
|
  • Тамаҡ ауыртҡанда
  • Ашҡаҙан сиренән ярҙам итә
  • Биткә һытҡы сыҡҡанда
  • Циститтан ярҙам итә
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM