НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аяҡ-ҡул тартышыуҙы сым менән дауалайым

Аяҡ-ҡул тартышыуҙы сым менән дауалайым


Аяҡ-ҡул  тартышыуҙы сым менән дауалайымОҙаҡ йылдар инде аяҡтарым тартышып интегәм. Ниндәйҙер телетапшырыуҙа был сиргә баҡыр сым ярҙам итә тип ишетеп ҡалғайным. Үҙемдә шуны һынап ҡарарға булдым. Тәүҙә тимерсыбыҡты утта ҡыҙҙырып, һуңынан һыуға һалып һыуытҡас, наждак ҡағыҙы менән таҙартып алдым. Төнгөлөккә төрлө урындан аяҡтарыма шул сымды урап ята башланым. Тартышыуы башланһа ла, тиҙ үк үтә ине. Тәжрибәне артабан дауам итергә булдым.
Остеохондроздан муйыным ауыртып, бер нисә көн башымды ла бора алмай йөрөп йонсоғанда тимерсыбыҡты галстук урынына муйыныма тағып, өсәр тәүлек сисмәй йөрөнөм. Ауыртыу үтте һәм башымды ла еңел генә теләгән яҡҡа бора башланым. Бил ауыртҡас, төнгөлөккә билемде лә сым менән уратып ятып ҡараным. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне – тиҙ арала хәлемдең яҡшырыуын тойҙом.
14 йыл инде ошо рәүешле дауаланам, бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһон тойғаным юҡ. Әлбиттә, тимерсыбыҡты нисегерәк ҡулла­ныр­ға – һәр кемдең үҙ ихтыярында.
Әйткәндәй, уның диаметры 2 – 3 миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә үтә нәҙек икән, унын сәс кеүек итеп үреп алырға мөмкин. Остарын, тәнде сәнсмәһен өсөн, изолента менән уратырға була.

Заһитулла.
Борай районы.

Сығыу ваҡыты 30-08-2017, 16:08 | Ҡаранылар: 111
|
  • Ниндәй аппарат менән дауалайҙар?
  • Тоҙ баш ауыртыуын баҫа
  • Халыҡ дауаһы
  • Халыҡ дауаһы
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM