НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар

Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар


Ҡан баҫымы юғары булғанда файҙалы ризыҡтар
/Майһыҙландырылған эрем­­сек йөрәкте нығыта, ҡан тамырҙарын киңәйтеүгә бу­лышлыҡ итә, кальций, магний һәм калийға бай. Көн һайын 100 г эремсек ашарға кәрәк.

/Ҡыҙыл татлы борос С витаминына бай. Гипер­тониктарға уны мөмкинлек булған һайын ашарға кәңәш ителә. Көнөнә ике ҡыҙыл борос ашау организмдың С витаминына мохтажлығын ҡаплай.
/ Лосось – омега сығанағы, ҡан баҫымын бик яҡшы төшөрә. Уны аҙнаһына өс тапҡыр 100 – 150-шәр грамм ашау файҙалы.

/ Һоло бутҡаһы гипертониктарҙың көндәлек менюһында мотлаҡ булырға тейеш. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һолола күҙәнәклек күп, ул организмды селен менән байыта.

/Ҡабаҡ орлоғо цинк дефицитын тулыландырып, ин­фаркт­­тан ҡотҡарыр. Көнөнә 20 г ҡабаҡ орлоғо ашау ҙа етә.

/Какао ҡан тамырҙары торошон яҡшырта. Әммә калорияға бай булыу сәбәпле, уны аҙнаһына бер-ике сынаяҡ эсеү ҙә етә.

/ Майһыҙландырылған һөт, калий, кальций, магний һәм витаминдарға бай булыу сәбәпле, гипертониктың хәлен яҡшырта. Көнөнә өсәр стакан эсергә ярай.

/ Әсе шоколад йөрәк мускулын нығыта, антиоксиданттарға бай һәм ҡан баҫымын 5 – 10 мм-ға кәметеүгә һәләтле. Уны күп миҡдарҙа ҡулланыу тыйыла.

/ Миндалдәге мономайҙар холестерин кимәлен кәметә. Был сәтләүектә ҡан баҫымын төшөрөү өсөн кәрәкле калий, магний, Е витамины күп.

/Йәшел сәйҙе даими рәүештә ҡулланыу холестерин тығындарын бөтөрә, организмдың ҡартайыуын тотҡарлай. Йәшел сәйгә өҫтөнлөк биреүсе япондар араһында гипертония менән ауырыусылар ҙа бик һирәк.

Сығыу ваҡыты 17-08-2017, 09:00 | Ҡаранылар: 81
|
  • Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)
  • Биткә һытҡы сыҡҡанда
  • Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
  • Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • Тәмләткестәр батшаһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM