RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Витаминдар – йәшәү сығанағы

28.07.2017 Витаминдар – йәшәү сығанағы

Витаминдар – йәшәү сығанағы
Даими рәүештә витаминдар ҡулланыу кеше организмы өҙлөкмәһен өсөн бик мөһим. Сөнки улар организмдағы бөтә функцияларға етәкселек итә. Иммунитетты көйләй, матдәләр алмашыныуын тәьмин итә, психиканың дөйөм торошон билдәләй.

А витамины (каротин) һелтеле шыйыҡса бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Прогестерон синтезында мөһим роль уйнай.
В1 витамины (тиамин) – тыныслыҡты тәьмин итеүсе. Беҙ тулҡынланған саҡта, ул нервы күҙәнәктәренә үтеп инә. Бәлә булған зонаға үтеп инеп, тиамин В витаминының башҡа молекулаларына – холинға ярҙамға ашыға. Һуңғыһы үҙ сиратында нервы күҙәнәктәренең һаҡлау ҡатламын тәьмин итә, ацетилхолиндың бер өлөшө булып тора. Шуға ла ҡартлыҡта ла хәтер насараймай.
В2 витамины (рибофлавин) – организмдың үҙенсәлекле двигателе. Ул туҡтауһыҙ тән күҙәнәктәренә энергия булдырыуҙы көйләй. Был витамин анаболик процестарҙа мөһим роль уйнай.
В3 витамины никотин кислотаһы һәм никотинамид сифатында йөрөй. Тәүгеһе холестерин триглицеридтарҙың кимәлен кә­мет­һә, бөтә тән буйлап ҡан йөрөшөн яҡшырта, остеоартрит ваҡытында ярҙам итә, диабетты булдырмай.
В5 витамины (пантотен кислотаһы) ҡыҙыл тәнсәләр һәм гемоглобин етештереүҙә ҡатнаша. Аҡһым, май һәм углеводтар алмашыныуында мөһим роль уйнай. Мил­лиардлаған нервы күҙәнәген глюкоза менән тигеҙ тәьмин итеүҙә лә был витаминдың роле ҙур. Пири­доксин тынысландырыусы ла.
Фолий кислотаһы. Беҙҙең тәндең 70 триллион күҙәнәген алмаштырыу, үҫеш процесы өсөн алмаш­тыр­ғыһыҙ матдә. Ҡандағы гемоглобин күләмен күтәрә.
B12 (цианокобаламин) – нервы күҙәнәктәре һәм эритроциттар төҙөүсеһе. Был витамин нервы ҡатламын формалаштырыуҙы контролдә тота. Хәтерҙе яҡшырта. Һөйәктең үҫешендә һәм регенерацияһында ҡатнаша.
C витамины (аскорбин кислотаһы) ҡан тамырҙары стеналарын һаҡлай. Уларҙы шыма, һығылмалы итә. Вируслы сирҙәрҙе тотҡарлай.
Д витамины (кальциферол) кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам итә. 95 процент кальцийҙы организм һөйәк, теш өсөн сарыф итһә лә, ҡалған бер процентының да бурыс­тары мөһим.
Е (токоферол) – ҡандың уҡмашыуын кәметә, тромбтар барлыҡҡа килтереүҙе туҡтата.
Н (биотин) витамины углеводтар алмашыныуында төп ролде башҡара, глюкоза эшләүҙә ҡатнаша. Ул сәс һәм тырнаҡтар үҫеүенә файҙалы.
Һәр кеше даими рәүештә витаминдар дозаһы алырға тейеш. Тик хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, был матдәләрҙе күп ҡулланыу кире һөҙөмтәләргә килтереүе лә мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…