НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ангинаға тарыма


Ангинаға тарыма
Ангинаны тыуҙырыусылар – эренләтеүсе микробтар, башлыса стрептококтар, һирәк – стафилококтар һәм пневмококтар. Инфекция сығанағы булып танау һәм уның өҫтәмә ҡыуышлыҡтарындағы эренле ауырыуҙар, тештәрҙең кариесы һ.б. тора. Ангинаның төп сифаты – аңҡау миндалиналарының шешеүе. Ауырыу, ғәҙәттә, киҫкен башлана. Тамаҡ ҡымырйыуы, әсетеү тойғоһо, дөйөм хәлһеҙлек, баш ауыртыу, арығанлыҡ күҙәтелә, быуындар һыҙлай. Ауырыуҙың беренсе көнөндә температура 38 – 39 градус, ҡайһы берҙә 40 градусҡа тиклем күтәрелә. Ангинаның төрлө формала үтеүе мөмкин.

Катараль ангина

Иң тәүҙә сирле тамаҡ ҡымырйыуына һәм кибеүенә зарлана. Һуңынан тамаҡта уртаса ауыртыу барлыҡҡа килә, температура күтәрелә. Бәләкәй балаларҙа баш ауыртыу һәм дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә. Тикшереү ваҡытында аңҡау миндалиналарының шешеүе, ныҡ ҡыҙарыуы, уларҙың өҫтө лайлалы бүлендек менән ҡапланыуы асыҡланырға мөмкин. Яңаҡ аҫтындағы лимфа төйөндәре әҙерәк ҙурайған була, еңелсә ауыртып тора. Дауаланғанда сир өс-биш көндә бөтә.

Фолликуляр һәм лакунар ангина
Ғәҙәттә, киҫкен интоксикация менән ауырыраҡ үтә. Ҡапыл өшөп ҡалтыраныу һәм температураның кинәт күтәрелеүе күҙәтелә. Аҙыҡ йотҡанда тамаҡ ауыртыуы көсәйә, ҡайһы берҙә ауыртыу ҡолаҡта ла була. Дөйөм арығанлыҡ, баш, бил ауыртыуы хас. Тикшергәндә йотҡолоҡта киҫкен гиперемия һәм аңҡау дуғаларының инфильтрацияһы, миндалиналарҙың шешеүе билдәләнә. Фолликуляр ангинала ҡыҙарған миндалинала түңәрәк аҡһыл ҡыҙыл нөктәләр күренә. Эренле фолликулалар шулай лайлалы шекәрә аҫтында урынлаша. Уларҙы мамыҡлы тампон һәм шпатель менән алып булмай. Лакунар ангинала ҡыҙарған миндалинала лакуналарҙан сыҡҡан пленкалы һары бүлендек күренә.

Дифтерия ангинаһы
Дифтерия ангинаһында ҙур, һоро бысраҡ төҫтәге бүлендек мидалинала ғына түгел, ә йомшаҡ аңҡауҙа, кесе телдә, йотҡолоҡтоң артҡы стенаһында, ҡурылдайҙа, танау ҡыуышлығында урынлаша. Ул тығыҙ була. Лайлалы эренле шекәрәне алғанда ҡанһырап тора. Ваҡытында дауаланмаһаң, нервы-мускул туҡымаһының зарарланыуы мөмкин.

Пленкалы сей яралы ангина
Бындай ангина сағыштырмаса һирәк осрай. Бер генә миндалина зарарлана, дөйөм хәл-торош ҡәнәғәтләнерлек булып ҡала, аҙыҡ йотҡанда ауыртыу булмай. Зарарланған миндалинала һары төҫтәге йоҡа ҡуныҡ барлыҡҡа килә, ул мамыҡлы тампон менән еңел таҙартыла. Һәм аҙағынан тәрән булмаған сей яра ҡала. Ауырыуҙың өсөнсө, дүртенсе көнөнә ауыҙҙан насар еҫ килә. Муйындағы лимфа төйөндәре әҙерәк ауыртыуы мөмкин. Әгәр дауаланмаһаң, ауырыу оҙаҡҡа һуҙыла.

Сирҙе дауалау
Сирлегә постель режимы, шыйыҡ витаминлы аҙыҡ, күп шыйыҡса эсеү тәҡдим ителә. Антибиотиктарһыҙ дауалап булмай. Тамаҡты көнөнә биш-алты тапҡыр бор кислотаһы иретмәһе (бер стакан һыуға бер балғалаҡ) йәки водород перекисе (бер стакан һыуға бер балғалаҡ) ҡулланалар, шалфей, ромашка, эвкалипт үләндәре, тырнаҡ гөлө сәскәһе (календула), лимон, прополис, тоҙ иретмәһе менән сайҡатыу яҡшы тәьҫир итә.

Профилактика
Тын алыу юлдары (аденоидтарҙы, гипертрофик ринитты, танауҙың һөйәк бүлеге кәкрәйеүен, синуситты юҡ итеү) һәм ауыҙ ҡыуышлығындағы (кариес, гингивит һ.б.) сирҙәрҙе дауаларға кәрәк. Организмды сыныҡтырырға, өшөүҙән һаҡланып йөрөргә кәңәш ителә.
Ангинаны ваҡытында дауаламаһаң, һуңынан быуындар (артрит, ревматизм), йөрәк, бөйөр сирҙәренә дусар булыуығыҙ ихтимал.

Сығыу ваҡыты 27-07-2017, 12:04 | Ҡаранылар: 132
|
  • Сысҡан биҙгәге – ҡурҡыныс ауырыу
  • Гастрит: төрҙәре һәм дауалау ысулдары
  • Быйылғыһы айырыуса ҡурҡыныс
  • Тымауҙы ла ваҡытында дауалау мөһим
  • Киҙеүгә – “ЮҠ!”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM