НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)

Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)


Йорт йондоҙҡайы, йорт үләне (мокрица)
Йәшәртә, ҡанды, хәтерҙе, күреү һәләтен яҡшырта, ғөмүмән, тотош организм­ға ыңғай тәьҫир итә.

Йорт үләне – ысын мәғәнәһендә файҙалы матдәләр сығанағы. Унда С һәм Е витамины күп, үҫемлектәрҙә бик һирәк осрай торған К витамины бар. Тимер, магний, баҡыр, кобальт кеүек минерал­дар­ға, фитонцидтарға бай. Был ябай ғына үҫемлек бик шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Ялҡын­һыныуға, микробтарға, бактерияларға ҡаршы көскә, үт һәм бәүел ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә, ҡан баҫымын төшөрә. Йөрәк ишемияһын, вегетатив нервы системаһын дауалауға булышлыҡ итә. Күреү һәләтен яҡшыртыу буйынса ла ҡара көртмәлегә ҡарағанда күпкә һөҙөмтәлерәк. Борон-борондан халыҡ табиптары йорт үләненең яңы һығылған һутын бауыр һәм бөйөр ауырыуҙарын, ҡалҡан биҙен, геморройҙы дауалауҙа ҡулланған. Даими ҡулланғанда баш ауыртыуын да бөтөрә, хәтерҙе яҡшырта, арығанлыҡтан, юҡ-барға ҡыҙып барыусанлыҡтан ярҙам итә. Яңы һығылған һутындағы Е витамины ҡартайыу процесын тотҡарлай, ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡан составын яҡшырта, организмдан зыянлы матдәләр­ҙе сығарырға булышлыҡ итә. Әлбиттә, бының өсөн уны бер тапҡыр ғына эсеү етмәй. Өс ай дауамында көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә кәрәк.
Биткә һөртөргә лә мөмкин. Айырыуса һытҡынан файҙаһы тейә.
Иртә яҙҙа кесерткән менән бергә төрлө ашҡа тәмләткес итеп ҡулланырға була.
Сәскә атҡан ваҡытта йыйырға һәм күләгәлә киптерергә. Туҡыманан тегелгән тоҡсайҙа, йә булмаһа, быяла йәки ағас һауытта һаҡларға.

Сығыу ваҡыты 25-07-2017, 12:19 | Ҡаранылар: 165
|
  • Ҡойма буйындағы витаминдар
  • Ниндәй сәй яҡшыраҡ: йәшелеме, ҡараһымы?
  • Гранат күп ауырыуға дауа
  • Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауа
  • Ғүмерҙе оҙайтыуҙың иң ябай 8 ысулы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM