НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡойма буйындағы витаминдар

Ҡойма буйындағы витаминдар


Ҡойма буйындағы  витаминдарМай уртаһында ер ныҡлап йылына башлау менән иң тәүгеләрҙән булып ҡуҙғалаҡ менән кесерткән ҡалҡып сыға. Кесерткәндең үҫмәгән ере юҡ. Сағылған һайын уны әрләйбеҙ, әммә сағыуының зыяны юҡ, тик ҡырмыҫҡа кислотаһы ғына бөркөлә. Борон кешеләр уны, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлай, тип иҫәпләгән һәм тәҙрә, ишек баштарына элеп ҡуйыр булған.
Кесерткән ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙән иң тәүгеләр­ҙән булып баш ҡалҡыта. Ул витаминдарға бик бай. Аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағат менән лимонға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә каротин кишер менән һырғанаҡҡа ҡарағанда ла күберәк. Яҙғыһын организм витаминдарға һыуһаған ваҡытта кесерткән уның эшмәкәрлеген бик тиҙ яйға һала.
Составындағы кремний менән органик кислоталар организмдың зарарлы микробтарға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Ә К витамины ярҙамында ул ҡан туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға күрә кесерткәнде танау ҡанағанда һәм эске органдар (үпкә, бөйөр, эсәк, бала ятҡылығы) ҡанһырағанда ҡулланалар. Әммә кемдең ҡаны ҡуйы, уларға кесерткәнде ҡулланыу тыйыла.
Был үҫемлектең япрағы хлорофилға бай. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, эсәктәрҙең, бала ятҡылығының, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу үҙәгенең тонусын күтәрә. Кесерткән минераль матдәләргә, айырыуса тимергә бай. Һөҙөмтәлә ул ҡанда гемоглобиндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә халыҡ медицинаһы йөрәк ауырыуҙарынан һәм аҙ ҡанлылыҡтан кесерткән төнәтмәһе эсергә ҡуша.
Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла күберәк кесерткән ашарға кәңәш ителә. Сөнки ундағы секретин инсулин барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай һәм шуның менән ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә.
Элек-электән кесерткәнде сәсте нығытыу өсөн ҡул­ланғандар.
Кесерткәндән бик тәмле аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин. Ваҡ ҡына итеп туралған япрағын ашҡа, бутҡаға, салатҡа, йомортҡаға ҡушалар. Әгәр ҙә киптерелгән япрағын ыуалаһаң, аш-һыуға ҡушыу өсөн витаминдарға һәм микроэлементтарға бай бик файҙалы тәмләткес килеп сыға. Кесерткәндән әҙерләнгән ризыҡтар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итеүсе фитонцидтарға бай булыу сәбәпле, тиҙ генә боҙолоп бармай. Улар ашҡаҙан менән эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүгә булышлыҡ итә. Кесерткәндән шифалы аҙыҡ әҙерләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, иң мөһиме, уның экологик йәһәттән таҙа булыуы.

Сығыу ваҡыты 8-06-2017, 09:57 | Ҡаранылар: 223
|
  • Ҡандағы шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • Ҡарағай
  • Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
  • Мандарин тәмле лә, файҙалы ла, әммә…
  • Нервы ауырыуы ҡайҙан барлыҡҡа килә?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM