НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ниндәй сәй яҡшыраҡ: йәшелеме, ҡараһымы?

Ниндәй сәй яҡшыраҡ: йәшелеме, ҡараһымы?


Ниндәй сәй яҡшыраҡ:  йәшелеме, ҡараһымы? Сәй – күптәрҙең яратҡан эсемлеге. Һыуһағанда ла, асыҡҡанда ла, арығанда ла уны эсәбеҙ. Элек-электән халыҡта, ҡара сәй – иң яҡшыһы, ул ни тиклем ҡуйыраҡ, шул тиклем сифатлыраҡ һәм тәмлерәк, тигән фекер нығынған. Ҡасандыр тышында фил һүрәте төшөрөлгән һинд сәйе халыҡта айырыуса популяр ине. Тик һуңғы йылдарҙа ғына, һатыуҙа сәйҙең төрлө сорты барлыҡҡа килеү сәбәпле, был эсемлек хаҡында ҡараштар үҙгәрҙе. Баҡтиһәң, сәйҙең киптерелгән япрағы ҡара ғына түгел, йәшел дә, һары ла, ҡыҙыл да була икән һәм ошоға бәйле төҫө лә үҙгәрә. Халыҡтың күпмелер өлөшө йәшел сәйҙең дә тәмен тойорға һәм баһаларға өлгөрҙө.

Көслө антиоксидант
Йәшел сәйҙә ҡара сәйгә ҡарағанда витаминдар күберәк. Айырыуса С витамины, шулай уҡ фтор, калий, баҡыр, йод, цинк кеүек минераль матдәләр. Әммә йәшел сәйҙең ҡараһынан төп айырмаһы – ундағы полифенолдар иҫәбендә.
Сәй япрағындағы полифенолдар – күҙәнәктәрҙең тышҡы ҡатламын окисланыуҙан һаҡлаусы көслө тәбиғи антиоксидант. Икенсе төрлө әйткәндә, ирекле радикалдарҙан зыян күреүҙән һаҡлай. Ә ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, кеше организмындағы йәшкә бәйле үҙгәрештәр туҡымаларҙың кислородтың ирекле радикалдарынан зыян күреүенән барлыҡҡа килә. Улар быны иҫбатлап, көнөнә 10-шар стакан йәшел сәй эсеүсе япондарҙың оҙаҡ йәшәүен һәм гел йәш сырайлы булып ҡалыуын миҫалға килтерә. Японияла ирҙәр­ҙең – простата биҙе яман шеше, ә ҡатын ҡыҙҙарының һөт биҙҙәре яман шеше менән башҡа илдәргә ҡарағанда күпкә әҙерәк сирләүен дә ғалимдар шуның менән аңлата.
Йәшел сәйҙә полифенолдар ҡара сәйгә ҡарағанда 2 – 3 тапҡырға күберәк. Был иһә ҡара сәйҙең ферментлаштырыу үткәндә йылытыуға дусар ителеп, шул ваҡытта полифенолдарҙың һәм ҡайһы бер витаминдарҙың юҡҡа сығыуы менән аңлатыла. Йәшел сәйҙә иһә, ферментлаштырыу үтмәгәс, шифалы үҙенсәлектәре һаҡлана.
Йәшел сәй организмда майҙарҙың тарҡалыу процесын тиҙләтә, ҡан тамырҙарында холестериндың йыйылыуына тотҡарлыҡ яһай. Шуға күрә уны йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, шул иҫәптән атеросклерозды, йөрәк ишемияһын, гипертонияны булдырмау маҡсатында ҡулланырға мөмкин.
Бынан тыш, был файҙалы эсемлек организмдан радиоактив матдәләрҙе сығарыуға булышлыҡ итә. Ә инде йәшел сәйҙе гөл­йемеш, миләш һәм бал менән ҡушып эскәндә һөҙөмтә бер нисә тапҡырға артыр.
Арып киткән саҡта ла, башты эшләтергә кәрәк булһа ла сәй эсеп алырға күнеккәнбеҙ. Сәй эсһәң, хәл инеп киткән кеүек була. Был, ысынлап та, шулай. Сәйҙәге кофеин ҡан баҫымын күтәреп, эшкә көс бирә. Был йәһәттән йәшел сәй тағы ла өҫтөнлөккә эйә, сөнки ҡан баҫымын артыҡ ныҡ күтәрмәй һәм һуңынан ул төшә башлай. Шуға күрә лә гипертониктарға йәшел сәй эсергә кәңәш ителә.

Иң мөһиме – зыяны булмаһын
Йәшел сәйҙе һәр кемгә лә тиерлек эсергә мөмкин, әммә тыйылған осраҡтар ҙа бар. Уны ҡан баҫымында бер аҙ ғына үҙгәрештәр булған гипотониктарға һәм гипертониктарға эсергә ҡушылмай. Гастрит, ашҡаҙан сей яраһы, шулай уҡ төрлө хроник сирҙәр киҫкенләшкән мәлдә ҡаты итеп бешерелгән йәшел сәй менән мауығырға ярамай.
Файҙаһы күберәк булһын өсөн уны дөрөҫ итеп һайларға, һаҡларға һәм әҙерләргә өйрәнергә кәрәк.
- Сәйҙең сифатының төп күрһәткесе – уның төҫө. Ни тиклем аҡһылыраҡ, сорты ла шул тиклем яҡшыраҡ.
- Сәй тоноҡ һәм һынған япраҡтары күп икән, был уның ҡулланыу ваҡыты сығыуын күрһәтә.
- Йәшел сәйҙе ныҡ ҡаты итеп бешерергә ярамай. Унда танин менән кофеиндың күп булыуы сәбәпле, сәй үҙенең тәмен һәм шифалы үҙенсәлектәрен юғалта һәм баш ауыртыуына, йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе ихтимал.
- Йәшел сәйҙе ас ҡарынға эсеү тыйыла. Иң яҡшыһы – ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсергә, ул аш эшкәртеү органдары эшмәкәрлеген яҡшыртыр.
- Бер ваҡытта ла дарыуҙы йәшел сәй менән эсергә ярамай, ундағы танин дарыу­ҙарҙы үҙләштерергә ҡамасаулай.
- Сәй үҙенең хуш еҫен юғалтмаһын өсөн ҡапҡасы ныҡ итеп ябылған быяла йәки ағас һауытта һаҡларға кәрәк.

Нисек әҙерләнә?
Бешереү өсөн йәшел сәй ҡараһына ҡарағанда әҙерәк алына. Сәй күп һалынһа, ул ныҡ ҡуйы һәм әсе була. Аҡһыл төҫтә булыуына аптырамағыҙ, бынан уның шифаһы һәм тәме үҙгәрмәйәсәк.
Әгәр ҙә дөрөҫ итеп бешерелә икән, өҫтөндә күбек барлыҡҡа киләсәк. Унда сәйгә хуш еҫ өҫтәүсе эфир майҙары күп.

Халыҡ медицинаһы рецептары
- Атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуынан. Эмаль кәстрүлгә бер стакан гөлйемеш һәм бер ҡалаҡ йәшел сәй һалып, бер литр һыу ҡойоғоҙ ҙа талғын утта ҡайнап сыҡҡандан һуң биш минут тотоғоҙ. 20 минут төнәткәндән һуң бал ҡушып сәй урынына эсергә мөмкин.
- Өшөгәндән һуң ауырымаҫ өсөн бер стакан йәшел сәйгә бер ҡалаҡ коньяк йәиһә араҡы ҡушып эсергә була.
- Тымау тейгәндә. Бер балғалаҡ йәшел сәйгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Төнәтмәне йылы килеш резина грушаға ҡойоп, танау тишектәрен алмашлап сайҡатырға кәрәк. Был процедураны көнөнә алты тапҡыр ҡабатлағыҙ.
- Ангинанан. 2 балғалаҡ сәйгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтегеҙ. Бер аҙ һыуынғас, тамаҡты сайҡатырға кәрәк.
- Хәлһеҙлектән, тиҙ арып барыуҙан да йәшел сәй ярҙам итә. Бының өсөн бер стакан һалҡын сәйгә бер ҡалаҡ ҡайнатып һыуытыл­ған һөт ҡушып, яҡшы итеп болғатырға һәм ашарҙан 30 – 40 минут алда эсергә.
- Теш һыҙлағанда ҡуйы итеп бешерелгән йылы йәшел сәйгә ике бүлкәт һарымһаҡты ваҡлап һалып, шуның менән ауыҙҙы сайҡа­тырға кәрәк.
- Күҙгә арпа сыҡҡанда бер балғалаҡ сәйгә ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә. Һуңынан мамыҡты шунда манып алып, ауырт­ҡан урынға ҡуйырға. Процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға.

Иғтибар өсөн!
- Голландия ғалимдары иҫбатлауынса, көнөнә 4 стакан йәшел сәй эсеп, бер алма йәиһә бер баш һуған ашағанда, йөрәк өйәнәге менән ауырыу хәүефе ике тапҡырға кәмей.
-Баш ауыртҡанда кемгәлер составында кофеин булған дарыу ярҙам итә. Был осраҡта дарыуҙы йәшел сәй менән алмаштырырға мөмкин. Баш ауырта башлау менән бер стакан эҫе йәшел сәй эсегеҙ ҙә 10 – 15 минут ултырып тороғоҙ. Ауыртыу баҫылыу өсөн ошо ваҡыт етә.
- Йәшел сәйҙәге алколоидтар һәм витаминдар алкоголгә ҡаршы йоғонто яһай. Шунлыҡтан уны даими рәүештә ҡулланыу алкоголизм менән сирләүселә ҡан тамырҙарының тарҡалыу процесын тотҡарлай. Әммә алкоголле эсемлек эскәндән һуң йәки уның менән ҡушып йәшел сәй эсергә ярамай, бөйөргә көс төшә.

Сығыу ваҡыты 1-07-2017, 13:14 | Ҡаранылар: 202
|
  • Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • Организмды таҙартыу өсөн диета
  • Йәшел һуған бәлеше
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM