НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Гепатит менән нисек йәшәргә?

Гепатит менән нисек йәшәргә?


Гепатит  менән нисек  йәшәргә?  34 йәштәмен. 8 йыл элек миңә ҡан биргәйнеләр, әле күптән түгел С гепатиты вирусы менән зарарланыуым асыҡланды. Миңә туҡланыу, көн режимы буйынса ниндәйҙер сикләүҙәр бармы икән? Асығырға яраймы?
Флүрә.
Дәүләкән районы.

С гепатиты – ХХ быуаттың икенсе яртыһында ғына асылған ауырыу. Уның капельница, шприц, ҡан препараттары аша йоғоуы ихтимал. Билдәләре вирус эләккәндән һуң 1,5 – 3 ай үткәс кенә һиҙелә башлай. Был ауырыу­ҙың төп үҙенсәлеге – йәшерен рәүештә башланып хроник формаға күсеүҙә. Шунлыҡтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына оҙаҡ йылдар үткәс, осраҡлы рәүештә генә асыҡлана. Вируста бауыр күҙәнәктәре менән оҡшашлыҡ бар, шуға күрә унда үҫешә лә инде. Һәм күпмелер ваҡыттан һуң бауыр зыян күрә башлай. Ауырыу аҙып китмәһен өсөн ҡайһы бер кәңәштәрҙе тоторға кәрәк.
Мәҫәлән, аш эшкәртеү процесы яйға һалынырға тейеш. Сөнки ваҡытында организмдан сығарылмаған зыянлы матдәләр эсәк аша ҡанға үтеп инеп, бауырға эләгә һәм шунда зарарһыҙландырыла. Ә сирле бауыр өсөн был өҫтәмә көсөргәнеш тыуҙыра. Шуға күрә туҡланыу рационында сөгөлдөр, ҡара емеш, инжир булыуы мөһим.
Күберәк һыу эсегеҙ. Тоҙло, майлы, боросло, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙан, сусҡа, һарыҡ итенән баш тартырға тура килер. Шулай уҡ консерваланған аҙыҡтар, шоколад, торт, һарымһаҡ та килешмәй. Асығырға ярамай, киреһенсә, көнөнә 4 – 5 тапҡыр әҙ-әҙләп кенә ашағыҙ.
Диетала аҡһым, үҫемлек майы, витаминдарҙың (айырыуса А һәм Е) етерлек кимәлдә булыуы шарт. Медицина препараттарынан бауырҙа матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу­сы гептрал, эссенциале, рибоксин, гепабене, гепатофальк, калий эсергә мөмкин.

Сығыу ваҡыты 18-06-2017, 15:31 | Ҡаранылар: 137
|
  • Ябығырға теләүселәр өсөн кәңәштәр
  • Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр
  • Цистит – ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуы
  • Бауырҙа киста. Нимә эшләргә?
  • Тәмләткестәр батшаһы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM