НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тәмле дарыу


Тәмле дарыуЙөрәге ауыртып, дауаханаға эләккән әсәйемә хәлен белешергә барырға йыйынғас, башланғыс синыфта уҡыған улым менән икәүләп файҙалы һәм тәмле десерт әҙерләргә тотондоҡ. Уны әҙерләү анһат ҡына. Йыуылған өс банандың тышын алып, һәр береһен өсәр өлөшкә бүлдек. Йомшаҡ һары майға (1,5 ҡалаҡ) шунса уҡ шәкәр ҡушып болғап, биш ҡалаҡ эремсек, бер семтем ванилин (тәм бирһен өсөн) өҫтәп, миксер менән ипләп кенә туғыныҡ. Һәр банан өлөшөн яртыһынаса ошо крем менән һылап, әстерхан сәтләүеге онтағына тығып, пирожныйҙан ҡалған үтә күренмәле һауытҡа теҙеп ултырттыҡ. Ҡалған крем менән һәр банандың өҫтөн һырланыҡ та, түбәһен туңдырылған еләктәр менән биҙәнек. Бер банан­ға мүк еләге эләкте, икенсеһенә – ер еләге, өсөнсөһөнә – ҡара ҡарағат, дүртенсеһе башына сейә “кейҙе”.
Улымдың ниндәй ғорурлыҡ менән ошо тәмлекәсле һауытты өләсәһенә алып барыуын күрһәгеҙ! Ә әсәйемдең ҡыуаныуы һуң?!
Бындай ҡыуаныстар ҙа, банан да бик кәрәкле, файҙалы ул. Ундағы калий йөрәккә ыңғай йоғонто яһай. Магнийы күп булғас, тынысландыра ла. Шуғалыр ҙа ул депрессияға юл ҡуймай. Банандан әллә күпме төрлө десерт эшләп ашарға мөмкин, былай ғына ашауы ла тәмле. Һынап ҡарағыҙ!
Лариса Х.

Редакциянан.
Ысынлап та, банан – иң файҙалы емештәрҙең береһе.
- Төрлө микроэлементҡа бай емеште организм еңел үҙләштерә. Шуға ла ул операция кисергән, айырыуса операциянан һуң өҙлөккән кешеләргә үтә килешә.
- Онкология, нур ауырыуына ду­сар булған, тәне бешкән кешеләргә лә файҙалы.
- Ашҡаҙан сей яраһы менән яфа­лан­ған сирлеләр ҙә, банан ашап, ауыртыуҙы кәметә – ғалимдар асыҡлауынса, банан ашҡаҙандың лайлалы тиресәһенең күҙәнәктәрен тергеҙеү, яраларҙы бөтәштереп, яңыларын булдырмау һәләтенә эйә.
- Ҡанға тиҙ эләккән тәбиғи шә­кәре күп булғас, бананды спортсылар ярыш алдынан һәм ярыштан һуң ашарға ярата. Ләкин, ошо уҡ сәбәпле, табиптар шәкәр диабеты менән ауырығандарҙы банан ашауҙан тыйылырға саҡыра.
- Йөрәктең ишемия сире, тром­бофлебит менән ауыры­ғандар­ға ла банан ашарға ярамай, сөнки ҡанды ҡуйырта.
Бешмәгән банан (тышы йәшкелт төҫтә була) эсте күптерә. Ме­теоризм менән ҡаңғырғығыҙ килмәһә, бешеүен көтөгөҙ – ул өйҙә ятып та өлгөрә (тик һыуытҡыста тоторға ярамай).

Сығыу ваҡыты 3-05-2017, 10:06 | Ҡаранылар: 205
|
  • Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • Банан аша СПИД йоғамы-юҡмы? Йоҡмай!
  • "Тун аҫтындағы банан" тәмлекәсе
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM