НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауа

Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауа


Ҡайын бөрөһө – күп ауырыуға дауаҠайын бөрөһө – бик күп ауырыуҙан ярҙам итеүсе, экологик таҙа һәм бик һөҙөмтәле дауа. Уның шифалы үҙенсәлектәре борон-борондан юғары баһаланған. Яҙ етеп, ҡайын һыуы аға башлап, бөрөләр тулыша башлағас та уларҙы бөхтә генә итеп ботаҡтар­ҙан ҡырҡып алғандар һәм артабан шифалы төнәтмәләр әҙерләү өсөн киптергәндәр

Ҡасан, нисек йыйырға?
Ҡайын бөрөһөн яҙғыһын тулышҡан ваҡытта ғына йыйырға кәрәк. Әле улар асылмаған була, әммә ағас олоно буйлап һут йүгергәндә тулыша. Был бик мөһим, сөнки иртә йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ, улар­ҙа файҙалы матдәләр бик аҙ була. Улар һорғолт буҙ төҫтә, төбөнән әҙерәк йәшәреп торғандары ла осрай. Хуш еҫле, ҡулда ыуалаһаң, еҫе тағы ла көсәйеп китә. Бөрөләрҙе ҡул менән йыялар йәиһә ботаҡтары менән бергә һындырып алырға мөмкин. Әлбиттә, ҙур ҡалаларҙан һәм хәрәкәт көслө булған трассаларҙан алыҫтараҡ йыйырға кәрәк. Асыҡ һауала йәиһә махсус киптергестә киптереп, быяла һауытта, туҡыманан тегелгән йәиһә ҡағыҙ тоҡсайҙа һаҡлайҙар.
Ҡайын бөрөһөнең файҙалы үҙенсәлектәре медицинала ла яҡшы билдәле. Ул бәүел, үт ҡыуыу, тирләтеү, ҡан таҙартыу, ауыртыуҙы баҫыу, дезинфекциялау, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә. Улар эсәк-тифоз рәтендәге микробтарҙы үлтереүсе көслө бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә.
Бөрө төнәтмәһе флегмон, фурункулез, перитонит, мастит кеүек төрлө эренле инфекцияны дауалау мөмкинлеге бирә. Ундағы эфир майҙары инвазияға емерткес йоғонто яһай. Спиртта әҙерләнгән төнәтмәләр организмдан трихомонада, гельминт, лямблия, инфузория кеүек паразиттарҙы сығарырға ярҙам итә. Унан әҙерләнгән препараттарҙы йөрәк шешенгәндә лә тәғәйенләйҙәр. Бөрөнөң үт ҡыуыу үҙенсәле бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Шулай уҡ уны трахеит менән бронхиттты дауалағанда ҡаҡырыҡты сығарыу һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡул­ланалар.
Халыҡ медицинаһында ҡайын бөрөһөн подагра, ревматизм, быуын ауырыуҙарын дауалағанда киң ҡулланалар. Улар шулай уҡ янған урындарҙы, экземаны, һыт­ҡылар­ҙы дауалауҙа ла ярҙам итә. Төнәтмәһенән әҙерләнгән компрестар яраларҙы бөтәштерә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 25-04-2017, 10:17 | Ҡаранылар: 283
|
  • Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!
  • Ҡарағай
  • Алманың файҙаһы хаҡында
  • Эремсек һыуы файҙалы
  • Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM