НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!

Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!


Ҡайын ағас тал булмаҫ, ҡайын һыуы бал булмаҫ!Уны ике-өс аҙна даими эсеү организмға әллә күпме файҙа килтерә

Халҡыбыҙ ҡайын һыуының бал тиклем үк татлы булмауына ишара итһә лә, был яҙғы һуттың файҙаһы ла, тәме лә тиңһеҙ. Бына тиҙҙән һәр кем был татлы эсемлекте тәмләп, шифаһын алып ҡалырға ашығасаҡ. Башҡортостанда уны апрель урталарында – май баштарында йыялар. Һут йыйыр өсөн ҡартыраҡ ағастарҙы файҙаланыу зарур. Ҡайҙа һәм ҡасан йыйырға өйрәнер алдынан был эсемлек тураһында һөйләшеп алайыҡ.

Ҡайын һутының составы бик бай. Унда эфирлы майҙар, витаминдар, сапониндар, бетулол, тиҫтәләгән органик кислота бар. Ҡайын һутын 2 – 3 аҙна даими эсергә кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыу­ҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итәсәк. Ябығырға, яҙҙы һомғол ғына булып ҡаршыларға теләүселәр ҙә уға битараф булмаһын ине – организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалырға булышлыҡ итеүсе иң шәп әмәлдәрҙең береһе һанала. Яҙ көнө кеше организмына витаминдар ҙа етмәй, шуға ла уға тәбиғәт биргән байлыҡ менән ярҙам итеп ебәреү бик шәп. Организм еңел генә үҙләштергән В6, В12 витаминдарына, фруктоза, кальций, калий, магний, марганец, дуплы матдәләргә бик бай һут ҡышын бер ни тиклем миктәгән тән-йәнебеҙгә тик файҙа ғына буласаҡ.
Шулай уҡ ул ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, йөрәк эшмәкәрлеген яйға һала, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Бер стакан һыуҙа күпме хикмәт бар! Интеллектҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай – мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар килеп сыҡҡан хәлдә лә “Тиҙ ярҙам” ролен үтәй. Ҡан баҫымын да тигеҙләй. Шуныһы ла мөһим: һутты йөклө ҡатындарға, имеҙеүсе йәш әсәләргә лә эсергә була, бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ.

Нисек йыйырға?

Һыуын алыу өсөн диаметры 28 – 30 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡайындар билдәләнә. Күпләп йыйырға теләһәгеҙ, диләнкә өсөн тәғәйенләнгән урмандарҙы һайлау шәберәк, әлбиттә. Бөрөләр асыл­ған­ға тиклемге осорҙа ҡайын олононда һуттың иң мул мәле. Шулай ҙа уны йыйыу ваҡыты һауа шарттарына бәйле. Көндөң тәүге яртыһында, ҡояш нығыраҡ йылытҡанда олон буйлап һут яҡшыраҡ хәрәкәт итә.
Ҡайын һыуын йыйыр өсөн тәүҙә ағасты бер урындан 2 – 4 сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. “Уңыш” әллә ни оҙаҡ көттөрмәй: бер ағас­тан 1 литр һыу алырға мөмкин. Тишек яһау өсөн бырауҙан да яҡшыраҡ әйбер юҡ. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡаплайҙар, ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була. Шунһыҙ ағастың ҡороуы бар. Бының өсөн балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата.
Тик балта ҡулланмағыҙ. Уның менән сабып, ҡайырыһы айырыл­ған ҡайын ҡорорға мөмкин. Уның яраһын ҡаплау ҙа был осраҡта һөҙөмтә бирмәй. Тәбиғәтебеҙгә рәхмәт тә әйтә беләйек! Әлбиттә, ҡайын һыуын йыйыр өсөн саҡ ҡына булһа ла ситкәрәк китергә кәрәк. Машиналар күп йөрөгән юл буйында, ҙур ҡалалар янында үҫкән ағас­тарҙан һут йыйыуҙың бер мәғәнәһе лә юҡ. Зарарлы матдәләр туплан­ған һыу ғына эсәсәкбеҙ.

Нисек ҡулланырға?

Йүткергәндә ҡайын һыуына кишер һәм шәкәр сиробы ҡушып, көн буйы аҙлап эсәләр.
Косметологтар үҙ рецептарын тәҡдим итә. Тәндә экзема, бетсә булһа, шул урынды ҡайын һыуы менән ышҡыйҙар. Шулай уҡ уны туңдырып, боҙ шаҡмаҡтары яһап, шуның менән тирене ышҡыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Уны 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ йәки 1 балғалаҡ бал менән бутап, биткә һөртөргә мөмкин.

Ҡайын һыуынан кеүәҫ
3 литр ҡайын һутына 25 бөртөк ҡара төҫтәге эре йөҙөм алына.
Йөҙөмдө йыуып киптерергә, һутты һөҙөп алырға. Бынан һуң быяла һауытҡа ҡойоп, йөҙөм өҫтәргә. Ябып, һалҡынса урынға ҡуйырға. Был эсемлекте еренә еткереп эсер өсөн сабырлыҡ талап ителә, ул ни бары ике-өс ай үткәс кенә әҙер була. Бер-ике айҙан эҫе йәй еткәнлеген иҫәпкә алһаң, кеүәҫте селлә ваҡытында алып эсеүҙең ни тиклем танһыҡ икәнлеге аңлашыла.

Әфлисунлы ҡайын һуты
3 литр ҡайын һыуына ярты әфлисун етә. Бынан тыш, 150 грамм шәкәр, 1,5 балғалаҡ лимон кислотаһы кәрәк.
Әфлисунды түңәрәкләп ҡырҡып, банка төбөнә төшөрөргә, өҫтөнә лимон кислотаһы, шәкәр һалырға. һутты ҡайнатырға, эҫе килеш банкаға ҡойорға. Ҡапҡасын яҡшылап ябырға. Һыуытҡыста һаҡлау яҡшыраҡ.
Тик бына шуныһы: шифалы шыйыҡса тиҙ боҙолоп бара. Ә бит уны аҙналап эсергә кәрәк, тип кәңәш бирҙек. Кем көн һайын ҡайын һыуын эҙләп йөрөй алһын инде. Ә ул, һыуытҡыста ғына тотҡанда ла, ни бары ике көн генә һаҡлана.
Һыуҙы консерваларға ла була. Бының өсөн тәүҙә уны һөҙәләр, 80 градусҡа тиклем йылыталар. Таҙа, стерилләнгән банкаларға ҡоялар, ҡапҡасын яҡшылап ябалар ҙа 70 – 80 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тоталар. Файҙалы матдәләрен юғалтмаһын өсөн ҡайын һыуын туңдырырға ла мөмкин.
Ҡайын һутынан төрлө эсемлектәр эшләп тә һаҡлайҙар.
Табиптар, һутты йыйғас та эсеү күпкә файҙалыраҡ, ти. Бүлмә температураһында ул бер тәүлек буйы шифалы сифатын юғалтмай.

Сығыу ваҡыты 18-04-2017, 16:31 | Ҡаранылар: 210
|
  • Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • ЙӘЙҘЕҢ ЙӘМЕ – ЕЛӘК ТӘМЕ
  • Тәбиғәттең мөғжизәһе - ҡайын япраҡ ярған
  • ЙӘЙ ТӨҪӨН ҺАҠЛАЙЫҠ, ХУЖАБИКӘЛӘР!
  • Шифалы үҫемлектәрҙе йыйыу мәле етте
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM