НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр

Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәр


Бауырҙы таҙартыусы эсемлектәрБеҙҙең организм ашаған ризығыбыҙҙы эшкәрткәндә шул тиклем ҙур көсөргәнеш кисерә. Айырыуса бауырға ныҡ көс төшә. Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән уны таҙартып торорға кәрәк. Был уның һөҙөмтәле эшләүенә булышлыҡ итәсәк.
Әгәр ҙә бауыр тейешле кимәлдә эшләмәй икән, ул башҡа органдарға кире йоғонто яһай һәм төрлө ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Түбәндәге эсемлектәр бауырҙы таҙартырға һәм организмдан төрлө токсиндарҙы һәм майҙарҙы ҡыуып сығарырға булышлыҡ итә.

Төҫлө эсемлек
Ярты лимон, 1 татлы борос, 1 алма, 1 артыҡ ҙур булмаған ҡыяр алына. Шуларҙың һутын һығып, яңы сағында ғына эсергә кәрәк. Әгәр ҙә көнөнә 2 – 3 стакан ошо һутты эсһәгеҙ, бауырығыҙ таҙарып, дөйөм хәлегеҙ яҡшырып, кәйефегеҙ күтәрелеп китер.

Йәшел сәй
Ярты стакан һалҡын йәшел сәйгә ярты лимон һәм бер банан һуты ҡушығыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла. Йәшел сәй организмды бик тиҙ таҙартырға булышлыҡ итә.

Куркуманан әҙерләнгән эсемлек
Ярты стакан һыу, ярты балғалаҡ куркума, бер аҙ имбирь һәм бер лимон һутынан әҙерләнгән эсемлек бауырҙы таҙарта һәм эсәктәрҙән токсиндарҙы сығара, шулай уҡ үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килеүҙе тотҡарлай.

Сығыу ваҡыты 12-03-2017, 15:07 | Ҡаранылар: 214
|
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Ҡанды нисек нормаға килтерергә
  • Иммунитетты нығытыу өсөн
  • Организмды таҙартыу өсөн диета
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM