НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йөрәк аритмияһын дауалап буламы?

Йөрәк аритмияһын дауалап буламы?


Йөрәк аритмияһын дауалап буламы?
Ике йыл инде йөрәк аритмияһы һәм юғары ҡан баҫымы менән интегәм. Уларҙы дауалап буламы?
Мансур.
Салауат ҡалаһы.

Хроник сирҙән ҡотолоу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик ауыр, әммә үҙ хәлеңде контролдә тоторға һәм идара итергә өйрәнергә мөмкин. Аритмия өйәнәге булғанда уңайлы итеп ултырырға, ә ҡапыл баш әйләнеп, хәл бөтөп киткәндә, ятып, аяҡтарҙы өҫкә күтәрергә кәрәк. Тәҙрәне асып, иҙеүҙәрегеҙҙе ысҡындырырға онотмағыҙ. Әгәр ҙә аритмия эмоциональ көсөргәнештән һуң була икән, һыуға тамыҙып 40 тамсы корвалол (валокордин) эсегеҙ. Хәлегеҙ ҡапыл насарая, тын алыуы ауырлаша башлаһа, күкрәк ситлегендә ауыртыу барлыҡҡа килһә, мотлаҡ “Тиҙ ярҙам” саҡыртығыҙ. Ҡулығыҙҙа ЭКГ-ның элекке һөҙөмтәһе булыуы яҡшы, сөнки йөрәк эштәрендә сағыштырыу мөһим.
Гипертониянан ауырыуҙы еңеләйтеү өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тотоғоҙ.
1. Тоҙҙо тәүлегенә 3 грамға тиклем кәметегеҙ. Ашты бешергән ваҡытта түгел, ә ашар алдынан ғына тоҙларға кәңәш ителә. Ул саҡта ризыҡ тоҙҙо үҙенә һеңдереп өлгөрмәй, һәм организм әҙерәк тоҙ аласаҡ.
2. Тәмәке тартаһығыҙ икән, унан баш тартырға тура килер.
3. Организмығыҙҙы ял иттерергә өйрәнегеҙ, аутотренинг менән шөғөлләнегеҙ.
4. Һимеҙҙәргә ябығырға тырышырға кәрәк, 5 кг артыҡ кәүҙә ауырлығы ҡан баҫымын 10 мм-ға тиклем күтәрә.

Сығыу ваҡыты 10-03-2017, 15:05 | Ҡаранылар: 177
|
  • Ҡан баҫымын төшөрөргәме?
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Хроник остеомиелитты дауалап буламы?
  • Ҡанды нисек нормаға килтерергә
  • Ни өсөн арыта?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM