НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Мандарин тәмле лә, файҙалы ла, әммә…

Мандарин тәмле лә, файҙалы ла, әммә…


Мандарин тәмле лә,  файҙалы ла, әммә…Яңы йыл байрамы яҡынлаша башлау менән магазин кәштәләренә мандарин килтереп тултыралар. Әлбиттә, йылдың башҡа миҙгелендә лә был емеш һатыуҙан өҙөлмәй, әммә Яңы йыл алдынан айырыуса күбәйә. Тап шул мәлдә уны туйғансы ашап ҡалабыҙ шикелле. Шунан сығыптыр, күрәһең, ҡышҡы каникулдан һуң редакцияға бер ағай шылтыратты. Мандариндың зыяны юҡмы, тип ҡыҙыҡһынды ул, шул хаҡта гәзиткә яҙыуыбыҙҙы һораны. Ағайҙың һорауына яуап итеп, бөгөн “Сәләмәтлек” битендә был татлы емеш хаҡында яҙып үтергә булдыҡ.

Файҙаһы күберәк
Мандариндың файҙаһы һәм зыяны менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдар шундай һығымтаға килгән: файҙалы үҙенсәлектәре зыянына ҡарағанда күберәк. Беренсенән, ул С, РР, Е, К, В1, В3, В6, А витаминдарына бай. Икенсенән, составында минералдар күп. А витамины һәм зеаксантин һәм лютеин күҙ нервыһы структураһына ыңғай йоғонто яһай. Лютеин күҙ селтәренең алмаштырғыһыҙ компоненты булһа, зеаксантин төҫтәрҙе ҡабул итеү процесында ҡатнаша. Көнөнә бер-ике мандарин ашаһаң, күҙ нервыһы эшмәкәрлеге яҡшыра. Әммә уны күпләп ашамағанда ғына күҙ өсөн файҙаһы бар.
Ашҡаҙан-эсәк тракты өсөн дә файҙаһы булыуы асыҡланған. Бе­ренсенән, аппетитты күтәрә, икенсенән, аш эшкәртеү процесын көйләүгә бу­лыш­л­ыҡ итә. Шулай уҡ үт ҡыуығында һәм бауырҙа үҙгәрештәр булғанда майҙы үҙләштереү процесына ыңғай йо­ғонто яһай. Эсәктәр өсөн файҙалы матдәләрҙең күп булыуы дисбактериоздан яҡшы. Метеоризмдан, эс ҡатыуҙан, диареянан файҙаһы тейә.
Эсәктәргә файҙаһы булһын өсөн уны ашағандан һуң бер-икене ашау ҙа етә. Аппетит түбән булғанда 50 миллилитр мандарин һуты эсергә ҡушалар. Төрлө инфекция ауырыуынан көнөнә өс тапҡыр 0,5 стакан мандарин һуты эсергә мөмкин. Һалҡын тейҙереп ауырығанда берәр стакан эсһәң дә ярай.
Емеш составындағы аскорбин, лимон кислотаһы, цинк һәм фосфор простата биҙе эшмәкәрлеген, күрем циклын көйләргә ярҙам итә. Көнөнә ике мандарин ашағанда енси органдар тирәһендә ҡан әйләнеше яҡшыра.

Кемдәргә ашарға ярамай?
Зыянына килгәндә, төп ғиллә – күп ашарға ярамай. Был осраҡта фай­ҙа­һынан зыяны күберәк булыуы ихтимал. Мәҫәлән, аскорбин һәм лимон кислотаһы артыҡ булғанда, аллергия тыуҙыра, бигерәк тә ул балалар өсөн көслө аллерген булып тора. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын елһетеүе мөмкин. Ашҡаҙан һәм бөйәндең сей яраһы менән ауырыу­сыларға бөтөнләй ҡул­­ланыу тыйыла. Кем­дәрҙең бөйөрөндә таш бар, улар­ға ла цитрус емештәрҙән баш тартырға кәрәк. Таштың ҡуҙғалыуы ихтимал, был осраҡта бик ныҡ ауыртыу барлыҡҡа килә, уны оператив юл менән генә дауалап була.
Диабетиктарға ла мандариндың файҙаһынан зыяны күберәк, сөнки составында улар өсөн зыянлы глюкоза һәм башҡа углеводтар бар.
Шулай итеп, ҡайһы бер ауырыу­ҙарҙан мандариндың шифаһы тейһә, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһаған осраҡтары ла юҡ түгел. Иң төп кәңәш: емеште ашар алдынан яҡшы итеп йыуығыҙ, файҙаһы күберәк булыр һәм сама белеп ҡулланығыҙ.

Сығыу ваҡыты 5-02-2017, 12:01 | Ҡаранылар: 298
|
  • Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?
  • Алманың файҙаһы хаҡында
  • Эремсек һыуы файҙалы
  • һорау-яуап
  • һорау-яуап
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM