НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?


Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға?Ҡышҡыһын сир эләктереү бер ни түгел, кешегә һалҡын тейеп кенә бара, һөҙөмтәлә тамаҡ ауырта, танау тона, температура күтәрелә, бронхит, астма кеүек башҡа хроник сирҙәр ҙә көсәйә башлай. Ҡышҡы һыуыҡта ауырыуҙан нисек һаҡланырға һуң? Әлбиттә, иң беренсе сиратта йылы кейенеп йөрөргә кәрәк. Ололар әйтмешләй, йылы һөйәкте тишмәй. Икенсенән, профилактика сараларын күреү мөһим. Сирҙән һаҡланыу һәм ауырыуҙы дауалау буйынса бер нисә кәңәш.

Йүтәлгә ҡаршы
/ Ҡоро йүтәлде кишер һуты баҫа. Бының өсөн 1:1 нисбәтендә кишер һуты менән шәкәр сиробын яҡшы итеп бутарға һәм йылы килеш көнөнә 5 – 6 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Балаларға берәр балғалаҡ та етә.
/ Бер ҡалаҡ ҡыҙыл көртмәлене бер стакан ҡайнар һыуҙа иҙергә һәм көнөнә сәй урынына 2 – 3 стакан эсергә.
/ Ҡара торманы турап, өҫтөнә шәкәр һибергә һәм барлыҡҡа килгән һутты сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә.
/ Иҙелгән һарымһаҡты бал менән бутап (1:2), талғын утта йылытырға. Килеп сыҡҡан һутты көнөнә 3 – 4 тапҡыр 2 – 3 ҡалаҡ эсергә.

Организмды нығытыу өсөн
/ Бер ҡалаҡ ваҡ итеп ҡырҡылған ҡурай еләге, ҡара ҡарағат ботағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 – 20 минут ҡайнатырға, 2 сәғәт төнәтергә һәм көнөнә 5 – 6 тапҡыр әҙләп-әҙләп уртлап эсергә.
/ Ҙур булмаған бер баш һуғанды таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм 250 мл ҡайнар һөт ҡойоп, яҡшы итеп болғатҡандан һуң, 10 минут төнәтергә. Төнәтмәне әҙ-әҙләп эсергә.
/ Уртаса ҙурлыҡтағы берәр кишер, сөгөлдөр, гранат һәм лимондың һутын һығып алырға, бер ҡалаҡ бал һалып, яҡшы итеп болғатырға һәм 30 минут һыуытҡыста тоторға. Төнәтмәне ашарҙан бер сәғәт алда 2 – 3 ҡалаҡ эсергә. Ул ОРВИ-нан һуң хәлһеҙлектән арынырға ярҙам итә.

Ангинанан
/ Бер стакан һыу һәм ярты стакан әнис онтағы алырға. Шуларҙы бергә бутап, 15 минут ҡайнатырға. Ҡуйы шыйыҡса килеп сыға. Шуны һөҙөп алырға ла, ҡалғанына тағы ярты стакандан әҙерәк һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға. Һөтлө ҡәһүәгә оҡшаш шыйыҡлыҡ килеп сығыр. Уттан алғас, бер ҡалаҡ коньяк ҡушырға. Дарыу әҙер. Уны һәр ярты сәғәт һайын берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Ике сәғәттән тамаҡ ауыртыуы үтә башлар, йотоуы ла еңелләшер.

Ауырыуҙан ҡасыу өсөн тағы бер нисә кәңәш
/ Өшөргә, һалҡын алдырырға тырышмағыҙ. Аяғығыҙ еүешләнә икән, ҡайтыу менән йылытығыҙ, айырыуса табандарығыҙҙы. Бының өсөн аяҡтарҙы эҫе һыуға тығып ултырырға мөмкин йәиһә ойоҡбаш эсенә ҡоро гәрсис һалырға, шулай уҡ табандарҙы ҡыҙҙырыусы май менән ыуырға була.
/ Профилактика өсөн күберәк гөлйемеш төнәтмәһе, лимонлы сәй эсегеҙ, һарымһаҡ менән һуған ашағыҙ.
/ Сирләй башлауығыҙҙы тойоу менән йоҡлар алдынан ҡурай еләге, лимон һәм бал ҡушып сәй эсегеҙ.
/ Төнгөлөккә бер стакан ҡайнар һөткә бал ҡушып эсеп, йылы итеп уранып ятырға мөмкин.
/ Ҡыҙыл шарап та йылынырға ярҙам итә. Айырыуса кагор килешә. Бер стакан шарапҡа 1 – 2 балғалаҡ шәкәр, бер-ике әфлисун йәиһә лимон киҫәге, бер-ике ҡәнәфер ҡушырға ла була.
/ Температура күтәрелеүе – организмды иң көслө һаҡлау механизмдарының береһе. Уны дарыу­ҙар менән төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Тәүҙә халыҡ дауаһын ҡулланып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, һеркәле һыуға манып алынған таҫтамалды маңлай­ға ҡуйырға, шул иретмә менән аяҡ-ҡулды ыуырға кәңәш итәләр. Ә инде температура 39-ға тиклем күтәрелә икән, ул саҡта мотлаҡ дарыу эсергә кәрәк.

Сығыу ваҡыты 25-01-2017, 11:23 | Ҡаранылар: 279
|
  • Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?
  • Иммунитетты нығытыу өсөн
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Халыҡ дауаһы
  • Ризығыбыҙға – тәм, өҫтәлебеҙгә йәм өҫтәһен
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM