НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?

Ҡанда шәкәр кимәлен нисек кәметергә?


Ҡанда шәкәр  кимәлен нисек кәметергә?1. Көн дә берәр йәшел алма, әфлисун ашарға. Ҡайын еләге менән ҡара көртмәле лә бик файҙалы.
2. Иртән ас ҡарынға духовкала бешкән бер баш һуғанды ашау ҙа ҡандағы шәкәр кимәлен кәметергә ярҙам итә.
3. Көҙөн бешкән энәлекте ашарға, ҡышҡылыҡҡа уны киптереп әҙерләргә лә, сәй итеп эсергә – шәкәрҙе лә, ҡан баҫымын да кәметә, йөрәккә лә ыңғай тәьҫир итә.
4. Лавр япрағы ла бик файҙалы. Ярты литр ҡайнар һыуға һигеҙ япраҡты һалып, термоста яҡынса алты сәғәт төнәтергә. Ярты сынаяҡтан саҡ ҡына кәмерәк төнәтмәне йылы килеш ашарҙан алда эсергә.
5. Һәр аптекала, магазинда һатылған цикорийҙа инулин бар, ул ҡан әйләнешен дә яҡшырта, көстө, энергияны ла арттыра. Ярты литр һыуға ике ҡалаҡ цикорий һалып, яҡынса ун минут талғын утта ҡайнатырға. Эсемлек һыуынғас, һөҙөргә лә, көнөнә бер нисә тапҡыр яртышар стакан эсергә.
6. Халыҡ дауаһы әстерхан сәтләүегенең бүлкәләрен дә (перегородка) ҡулланырға тәҡдим итә. Ике стакан ҡайнар һыуға ике ҡалаҡ әстерхан сәтләүегенең бүлкәләрен һалып, болғарға ла, өҫтөн ябып, егерме минут төнәтергә, шунан һөҙөргә. Бер ҡалаҡ төнәтмәне ашар алдынан эсергә.


Бер юл менән

Немец ғалимдары шәкәрҙе күп ҡулланыу яман шеш үҫешенә килтереүен асыҡлаған.
Яҡшы ғәҙәттәр инсульт хәүефен 75 процентҡа кәметә.

Халыҡ дауаһынан тәҡдим ителгән рецептарҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ. Хатта зыянһыҙ ғына күренгән үләндәрҙең дә, уларҙы уйһыҙ, самаһын белмәй файҙаланғанда, һаулыҡҡа зарар килтереүе ихтимал. Үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!

Сығыу ваҡыты 22-01-2017, 10:14 | Ҡаранылар: 316
|
  • Ҡанды нисек нормаға килтерергә
  • Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул
  • Халыҡ дауаһы
  • Халыҡ дауаһы
  • Тәмлекәстәр
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM