RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ғүмерҙе оҙайтыуҙың иң ябай 8 ысулы

16.11.2016 Ғүмерҙе оҙайтыуҙың иң ябай 8 ысулы

Ғүмерҙе  оҙайтыуҙың иң ябай  8 ысулыБилдәле Бөйөк Британия психологы Луиза Аткинсон, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһенә һәм һуңғы медицина тикшеренеүҙәренә таянып, һаулыҡҡа һиҙелерлек файҙа килтереүсе, иң мөһиме, кеше ғүмерен оҙайтыуға булышлыҡ итеүсе бер нисә ябай ғына ҡағиҙәнән торған исемлек төҙөгән.
1. Көнөнә бер сынаяҡ сәй эсегеҙ.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, сәй компоненттары стресс гормондары кимәлен кәметергә, ҡан тамырҙарын йомшартыуға булышлыҡ итә, хатта йөрәк өйәнәгенән һуң аяҡҡа баҫып китеү ихтималлығын 28 процентҡа күтәрә.
2. Һалам аша тын алығыҙ.
Оҙон һалам аша тәрән итеп тын алыуға көнөнә 2 – 3 минут ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ. Был һеҙгә тәрән итеп тын алырға өйрәнергә, үпкәгеҙҙең эшмәкәрлеген яҡшыр­тыр­ға, пульсығыҙҙы һәм ҡан баҫымын кәметергә ярҙам итер.
3. Йәйәү йөрөгөҙ.
Көн һайын әҙ генә булһа ла йәйәү йөрөү мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә һәм хәтерҙең ҡартайыу процесын тотҡарлай.
4. Күберәк һуған ашағыҙ.
Уның 80 грамы ғына ла йотҡолоҡ, түллек биҙҙәре яман шешенең барлыҡҡа килеү хәүефен күпкә кәметә, шулай уҡ кверцитин­ға бай булыуы сәбәпле дөйөм иммун системаһын яҡшырта.
5. Сағыу төҫтәге емештәрҙе һыуытҡыста һаҡламағыҙ.
Уларҙы бүлмә температураһында һаҡлау шифалы үҙенсәлектәрен күтәрә. Ҡарбуз, ҡауын, грейпфрут, помидор кеүек йәшелсә-емештәр ликопинға, бета-каротинға, А витаминына һәм түбән һауа температураһында ғына күбәйә барыусы каротиноидтарға бай.
7. Ихлас йылмайығыҙ.
Йылмайыу организмда билдәле химик матдәләрҙең бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Унан иһә кешенең психик хәле яҡшыра, ул үҙен бәхетлерәк тоя башлай.
8. 20 тапҡыр сәйнәгеҙ.
Ауыҙға ҡапҡан ризыҡты 20 тапҡыр сәйнәгәндә, организмға ингән калорияны кәметеп кенә ҡалмаҫһығыҙ, ә 2-се типтағы шәкәр диабеты үҫешен 50 процентҡа тиклем кәметерһегеҙ.
9. Кинәнгәнсе ләстит һатығыҙ.
Гарвард медицина мәктәбе ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, яҡын дуҫтарығыҙ менән 20 минут рәхәтләнеп һөйләшеүҙең дә һеҙҙең организм өсөн файҙаһы бик күп буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…