НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Киҙеүгә ҡаршы кем нисек көрәшә?

Киҙеүгә ҡаршы кем нисек көрәшә?


Аҙна һорауы төрлө-төрлө була ала. Мәҫәлән, был ете көнлөктә, социаль түләүҙәрҙең февралдән ете процентҡа артыуын нисек ҡабул иттегеҙ, тип, йә, быйыл, ниһайәт, Голливуд актеры Леонардо Ди Каприоға Оскарҙы бирәләрме-юҡмы, тип гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡаңғыртырға мөмкин ине. Шулай уҡ: «Швейцария хөкүмәте үҙенең һәр гражданына ай һайын 2500 швейцар франкы (яҡынса 2250 евро) түләүе ихтимал, шул яңылыҡ һеҙҙә көнсөллөк утын ҡабыҙып ебәрмәнеме?» – тип тә бәйләнергә форсатыбыҙ булды. Ләкин беҙ әллә ниндәй ҡатмарлы һорауҙар менән баш ҡатырмаҫҡа ниәтләнек. Сөнки бер ҡаҙанда ҡайнашып йәшәп ятҡас, күпселекте киҙеү мәсьәләһе борсоғанын бик яҡшы беләбеҙ. Шуға ла кемдең нисек H1N1/H3N2 вирусына ҡаршы көрәшкәнен төпсөндөк.

Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА,
Әбйәлил районы:

– Грипп тураһында уйламайбыҙ ҙа (ауырырға яҙмаһын!), сөнки, миңә ҡалһа, «сусҡа киҙеүе», «эпидемия», «карантин» тип ғауғалап, махсус рәүештә халыҡтың ҡотон алалар. Мәҫәлән, ошонан файҙаланып, Магнитогорскиҙа ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә һуған менән һарымһаҡҡа хаҡтарҙы арттырғандар. Ә бит грипп – йыл да ҡабатлана торған ғәҙәти күренеш. Хәрәкәттә – бәрәкәт: саф һауала күберәк йөрөргә, сынығырға кәрәк, өҫтәлдән һуған, һарымһаҡты өҙмәҫкә.

Тамъян ӘХМӘТОВ, Учалы ҡалаһы:
– Ауырымайым тиһәң, тәү сиратта ҡулды йышыраҡ йыуырға кәрәк! Бүлмәләрҙе йыш елләтергә, саңды һыулы сепрәк менән һөртөп торорға, саф һауала йөрөргә... Ауырығандар өйҙә генә ятһын ине, юғиһә халыҡ араһына сығалар ҙа, сөскөрөп-йүткереп, һау кешеләргә инфекцияларын йоҡторалар.

Радмир
ШӘРИПОВ, Белорет районы:

– Мин йыл да прививка эшләтәм, шуға «грипп» тип иҫем китеп бармай.

Айнабат АҠЫЕВА, Бөрйән районы:
– Һалыу теймәһен өсөн Көнһылыу апай Ҡотлобаева әҙерләп биргән үләндәр йыйылмаһын, гөлйемеш ҡайнатып эсәбеҙ, балдан, һуған-һарымһаҡтан айырылмайбыҙ, туңдырылған еләк-емеш, поливитаминдар ашайбыҙ, танауҙы махсус препарат менән сайҡайбыҙ, оксолин майын һөртәбеҙ, ҡулды йыуабыҙ… Халыҡ күп йыйылған ергә йөрөмәҫкә тырышам. Бүлмәләрҙе йыш елләтеү ҙә вирустарҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Сығыу ваҡыты 5-02-2016, 14:26 | Ҡаранылар: 299
|
  • Июнгә ай календары
  • Киҙеүгә нисек бирешмәҫкә?
  • Бал һәм һуған һәр нәмәгә файҙалы
  • Киҙеүгә – “ЮҠ!”
  • Киҙеү янай!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM