RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күрәҙәсегә ышанаһығыҙмы?

22.01.2016 Күрәҙәсегә ышанаһығыҙмы?

Күрәҙәсегә  ышанаһығыҙмы?  Халҡыбыҙҙа “Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма” тигән әйтем йәшәй. Әммә һуңғы осорҙа йәмғиәтебеҙҙә киләсәк тормошобоҙҙо юраусылар, бәләгә ҡалыусыларға ярҙам итергә ашығыусылар, дауалаусылар һаны арта бара. Кемдер ябай ҡыҙыҡһыныу арҡаһында уларға бара, кемдер иһә – үҙен борсоған һорауға яуап таба алмағанлыҡтан. Айырыуса ауыр хәлдә ҡалып, унан сығыуҙың төрлө юлдарын эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, сараһыҙҙан күрәҙәсегә мөрәжәғәт итәләр. Ҡыҫҡаһы, йәмғиәтебеҙҙә күрәҙәселәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу бар, хатта үтә ныҡ ышаныусылар ҙа осрай. Уларға ышанырға кәрәкме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Миңлегөл:

– Ышанам тип әйтергә лә була. Әлбиттә, барыһына ла түгел, улар араһында кеше алдап йөрөүселәр ҙә әҙ түгел. Шағирға, йырсыға Хоҙай тарафынан бирелгән талант кеүек, күрәҙәселек итеү һәләте, әүлиәлек һирәк кешегә генә биреләлер, тип уйлайым. ТНТ каналынан “Битва экстрасенсов” тапшырыуын ҡыҙыҡһынып ҡарайым. Бына шунда күренә лә инде кемдә ысын һәләттең булыуы. Бик көслө күрәҙәселәр бар бит. Әлбиттә, яҙмышты юраусыларға һуҡырҙарса ышанырға ярамай, әммә был юҫыҡта ысын һәләте булған кешеләргә хөрмәт менән ҡарайым. Үҙемә уларға мөрәжәғәт итергә тура килгәне юҡ.

Фәнилә:

– Йыш ҡына күрәҙәселәргә йөрөйөм. Ышанам. Уларҙан үҙемә һаулыҡ, ғаиләмә татыу­лыҡ, эшемдә, тормошомда уңыштар юратам. Ярҙам итә, тип уйлайым. Белеүемсә, етәксе урындарҙа эшләгән абруйлы кешеләр ҙә йыш ҡына уларға мөрәжәғәт итә. Юҡҡа түгелдер.

Хәбир:

– Һе-һе-һей, әкиәт. Ышанмайым күрәҙәсеһенә лә, аллаһына ла, муллаһына ла, тигәндәй. Уларҙың береһе лә һиңә ярҙам итмәйәсәк. Тик үҙеңә генә ышанырға кәрәк. Хоҙайға ышанып, күктән көтөп ултырып булмай бит инде, үҙ көсөңә генә таянырға кәрәк. Тырышһаң, теләгеңә ирешеп була. Күрәҙәсе булып йөрөүсе шарлатандар кеше алдап көн итә, кеҫә ҡалынайта.

Алһыу:

– Ышанып та ҡуям, ышанмайым да. Ҡайһы саҡта хатта дөрөҫ әйткән кеүек булалар. Шулай ҙа күберәк ышанмайымдыр ул. Беҙҙең Баймаҡ районында Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән бит. Бик көслө булған, тип һөйләй­ҙәр. Әле Лира Яҡшыбаеваның уның тураһындағы китабын уҡыйым да, ышанмаҫ ереңдән ышанып та ҡуяһың. Әсәйем дә уға барған. Баймаҡта уҡытыусы булып эшләгән апаһы менән Мөжәүир хәҙрәткә барырға сыҡҡандар ҙа, ул ваҡытта атеизм көслө булғанлыҡтан, уҡытыу­сының күрәҙәсегә барыуын белеп ҡалһалар, яҡшы түгел бит инде, апаһы, ҡурҡып, йылға буйында ултырып ҡалған. Әсәйем барып еткәс, Мөжәүир хәҙрәт: “Ниңә апайыңды алып килмәнең? Йылға буйында китап уҡып ултырып ҡалған”, – тигән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Филюза
22 января 2016 14:47: Филюза
Күрәҙәселәргә ышаныу ҙур гөнаһ, тиелгән бит Ҡөръәндә.Аллаһы Тәғәләгә ышанмау, күрәҙәсене Аллаға тиңләү булып сыға ла баһа!