НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йәшел һуған бәлеше

Йәшел һуған бәлеше


Йәшел һуған бәлешеthumb=left]http://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-07/1436769297_22.jpg[/thumb]thumb=left]http://www.ye02.ru/uploads/posts/2015-07/1436769332_33.jpg[/thumb]Йәшел һуған бәлеше

1 – 1,2 кг әсе ҡамыр, 1,5 – 2 кг йәшел һуған, 6 – 8 йомортҡа, 200 г май, тоҙ кәрәк.
Эслек әҙерләү өсөн йәшел һуғанды таҙартып, һалҡын һыуҙа йыуғас, таҫтамалға һалып, һыуын һарҡытығыҙ. Ваҡ ҡына итеп турап, өҫтөнә тоҙ һибегеҙ ҙә иләккә һалып ҡуйығыҙ. Шунан бешкән йомортҡаны ваҡ итеп турап, тоҙ һибеп, май ҡушығыҙ, һуған менән бергә яҡшылап бутағыҙ.

Ҡаймаҡлы бәлеш

0,5 кг ҡамыр, 500 г ҡаймаҡ, 4 йомортҡа, шәкәр кәрәк.
Әсе ҡамырҙы йәйеп, майлы табаға һалырға. Тәрән һауытҡа йомортҡа, ҡаймаҡ, шәкәр өҫтәп, болғатырға. Шуны ҡамыр өҫтөнә 1 – 2 см ҡалынлыҡта ҡойоп, ҡырын һырлап, духовкала 30 – 40 минут бешерергә. Әҙер бәлеште һыуытып, ҡырҡып өҫтәлгә бирергә.

Эремсекле йомроҡайҙар

Бер стакан эремсеккә 2 – 3 йомортҡа, ярты стакан шәкәр, әҙерәк тоҙ, ҡалаҡ осонда ғына сода һалып болғатҡас, 0,5 – 1 стакан самаһы он өҫтәгеҙ.
Йомроҡайҙарҙы әүәләрлек ҡуйылыҡтағы ҡамыр барлыҡҡа килә. Көнбағыш майында йөҙҙөрөп бешерегеҙ. Эремсек ҡорораҡ булһа яҡшы.

Кесерткән ашы

4 литрлы кәстрүл өсөн 500 г тауыҡ йә һыйыр ите, 700 г картуф, 200 г йәш кесерт­кән, 200 г һуған, тоҙ, борос кәрәк.
Итте уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә турарға. Кәстрүлгә һалҡын һыу ҡойоп, ит, тоҙ өҫтәргә һәм бешерергә ҡуйырға.
Һуғанды, картуфты шаҡмаҡлап йәиһә оҙонса итеп турар­ға. Кесерткәнде лә ваҡ итеп турау яҡшы. Ҡулды семетә башлаһа, бер аҙ ҡайнар һыуҙа тотоп алыр­ға.
Ҡайнап торған һурпаға картуф һалырға һәм 5 минутҡа утта ҡалдырырға. Шунан һуған өҫтәргә. һуңынан кесерткәнде һалып, ашты 4 – 5 минут (картуф бешкәнгә тиклем) ҡайнатырға.
Өҫтәлгә биргәндә ҡаймаҡ өҫтәһәгеҙ, ашығыҙ тағы ла тәмлерәк булыр.

Сығыу ваҡыты 10-07-2015, 12:34 | Ҡаранылар: 650
|
  • Төрлө салаттарҙы эшләп ҡарағыҙ!
  • Туҡлыҡлы кәтлит
  • “Наҙлыҡай” бәлеше
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM