НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Вәлиди эҙҙәренән
Новости / Тарих // 15-01-2011, 10:51


Ишембай яҡтарында башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған саралар, шул иҫәптән уның исемен йөрөткән 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостандың 30 районы һәм унлаған ҡалаһынан килгән 150-нән ашыу уҡыусы ҡатнашлығында «Вәлиди уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы тамамланып та өлгөрмәне, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир Ҡәҙим Аралбаев етәкселегендә бер төркөм яҙыусылар «десанты» килеп тә төштө. Уға Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Хәмит Ирғәлин етәкселегендә тағы ла яҙыу­сылар ҡушылды....

«Урал батыр» эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә – 100 йыл
Новости / Тарих // 11-01-2011, 10:03


Баймаҡтар боронғо ҡомартҡыларға битараф түгел
«Урал батыр»  эпосының аҡ ҡағыҙға төшөрөлөүенә  – 100 йылБашҡорт данын бөтә донъя кимәленә күтәргән меңәр йыллыҡ мәшһүр «Урал батыр» эпосыбыҙ ҙа ошо төбәктә Икенсе Этҡол ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта ятҡан Бешәтауҙа, Хәмит сәсән утарында 1910 йылда, данлыҡлы Хәмит һәм Ғәбит сәсәндәребеҙ тарафынан һаҡланып, Мөхә­мәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. 1959 йылда Хәмит сәсәндең ейәне, бейеүсе, таҡмаҡсы шағир Алтынғужа Хәмитов һәм ейәнсәре, ошо юлдарҙың авторы тарафынан ҡабаттан тергеҙелә. Сөнки 1958 йылда 83 йәшлек Минһаж Абдулов шул тарихты уларға һөйләгән була. Улар ошо урында шул замандан һаҡланып ятҡан ташты күтәреп ултырта....

Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар!
Новости / Тарих // 11-12-2010, 12:51


1 июнгә ҡарата:
Күмертау районының «Көйөргәҙе» совхозы – 2000 һум.
Йәш рәссамдәр аукционы – 267 һум.
Ғафури районының Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары – 60 һум.
...

«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар
Новости / Тарих // 30-11-2010, 12:14


Китаптан уҡылғаны изге ҡеүәткә эйә түгел, Аллаға барып етмәй, ти һиндтар. Бына ошо сакраль, йәғни изге әҫәр булыуы арҡаһында “Урал батыр” эпосы тик бер генә вариантта, тик бер генә версияла һаҡланған. Ә ошо уҡ исем менән теркәлгән икенсе әҫәрҙәр “Урал батыр”ҙың башҡорт рухиәтендә элек-электән йәшәүен иҫбатлаусы дәлилдәр булараҡ ҡабул ителергә тейештер. Башҡорт фольклор материалдарында “Урал батыр” формулаһы буйынса ҡойол­ған әҫәрҙәр ярайһы уҡ күп кенә, тип әйтергә була. Мәҫәлән, “Аҡъял батыр” әкиәте шундайҙар иҫәбендә....

«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар
Новости / Тарих // 27-11-2010, 11:35


«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙарШул уҡ ваҡытта, Урал батыр матди донъяны төҙөү менән бер юлы, йәмғиәттә кешене Кеше итерлек ҡанундар ҙа урынлаштыра. Уларҙы, йола, тип атай. Мине: “Ни өсөн Урал илаһи зат булараҡ үлә икән, илаһи заттар бит мифтарҙа бигүк үлеп бармай?” – тигән һорау уйландыра ине. Быға ла яуап бар. Урал, әйткәнемсә, Ҡояштың маршруты буйынса хәрәкәт итә. Ҡояш иһә бер йыллыҡ маршрут буйынса йөрөй. Дөрөҫөрәге, Ер шары Ҡояш тирәләй бер йыл эсендә әйләнеп сыға. Бына ошо бер йыллыҡ юлды Урал үтеп бөтә һәм яңы цикл башлана. Был бер йыллыҡ циклдың бөтөүен боронғолар эпоста Уралдың үлеме аша аңлатҡан. Уралдың балалары – Яйыҡ, Нөгөш, Иҙел һәм Шүлгәндең улы Һаҡмар яңы циклды башлай....

«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙар
Новости / Тарих // 23-11-2010, 09:54


«Урал батыр» эпосы тураһындағы уйҙарБыйыл башҡорттоң мәшһүр “Урал батыр” эпосын яҙып алыуға 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа был бөйөк әҫәрҙе өйрәнеү әүҙемләште, тип әйтергә була. Уға бағышланған мәҡәләләр, китаптар һәм башҡа хеҙмәттәр йыл да күпләп сығып тора. Быға ҡыуанып, шөкөр итергә генә ҡала. Үҙем эпос менән ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында, студент сағымда, ҡыҙыҡһынып киттем. Иң тәүҙә эпостың тел байлығы хайран иткәне әле лә хәтеремдә. Эпосты уҡып сыҡҡандан һуң үҙемде ниндәйҙер бер мөғжизә менән осрашҡандай хис иттем. Был аптырау миндә әле булһа кәмемәй. Уны уҡыған һайын үҙем өсөн ниндәйҙер бер яңылыҡ асам. “Ҡөрьәндең сере күпме уҡыһаң да кәмемәй, ә арта ғына”, – тип әйтәләр бит. “Урал батыр” эпосы менән дә шулайҙыр. Сөнки ул башҡорт аҡылы тыуҙырған һәм кешелеккә бүләк иткән иң бөйөк әҫәр, тип әйтһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫтыр....

Балыҡсылар тарихына бер ҡараш
Новости / Тарих // 17-11-2010, 14:37


1000 кешенән 300 ҡалыуы ғәжәп түгел, алтын-көмөш янында һуғыш та,”нездоровый воздух” та булыр. Соркуктани юлландырған 1000 кешелек төркөм Керулен йылғаһы буйлап ағып төшөп, Далайнар күле аша Аргун йылғаһына сығып, Олочи ҡалаһына тиклем төшкән, тип һығымта яһарға ҡала. Шулай уҡ Аргун, Амур, Уссури йылғалары буйлап тағы күпмелер сәйәхәт ҡылғанда Бикин ҡалаһына юлығабыҙ. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, Бома – Алакчин – Бикин – Тикин бер үк халыҡтың төрлөсә аталышы. Бикин ҡалаһы янында Уссуриға Алчан һәм Бикин йылғалары ҡушыла. Алчан алакчиндың ҡыҫҡар­тылған әйтелеше түгелме икән?...

Балыҡсылар тарихына бер ҡараш
Новости / Тарих // 16-11-2010, 09:47


Ҡара-ҡытайҙар чжурчженҙар тарафынан ҡыҫырыҡланып, ошо Амур үрендәге йәшәгән төйәген (алакчиндар – күршелә) ташлап китә. Көнбайышҡа күсенеп, Көнсығыш Төркостанды буйһондороп һәм Хорезмды яулап алып, тарихта билдәле булған ҡара-ҡытайҙар дәүләтен төҙөй. Был ваҡиға кидандар күсенгәнгә тиклем була....

Коммунистар митингыға сыҡты
Новости / Тарих // 9-11-2010, 09:49


йәки Вәлиди урамы кемдәргә тынғы бирмәй?
Етенсе ноябрҙе – Октябрь революцияһы көнөн – әле лә байрам итеп билдәләүселәр етерлек. Нисек кенә булмаһын, был дата, оҙаҡ йылдар илдә иң ҙур байрамдарҙан һаналып, календарҙың «ҡыҙыл» көнө булып килде....

Балыҡсылар тарихына бер ҡараш
Новости / Тарих // 9-11-2010, 09:25


Дүртенсенән, ҡатайҙарҙың, йәнәсәй ҡырғыҙҙарының һәм балыҡсыларҙың тел үҙенсәлегендә (артабан был хаҡта яҙып үтербеҙ).
Г. Грум-Гржимайло Алакчиндар илен Ан­гара йылғаһының түбәнге ағымындағы уң яҡ үҙәндә тип күрһәтә (353 – 354-се биттәр), ә һул яғында ҡырғыҙҙарҙың ханлығы, тип билдәләй. Күрше йәшәп, улар “часто дрались”. Ҡырғыҙҙар алакчиндарҙан өс тапҡырға күп булған. “Очаги у них золотые” тип әйтергә ерлек булғандыр. Хәҙерге заманда алакчиндар йәшәгән төйәктән алыҫ түгел “Советское” тип аталған алтын ятҡылығы урынлашҡан....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM