НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ашҡаҙар гидронимы тураһында

Ашҡаҙар гидронимы тураһында


Ашҡаҙар гидронимы тураһындаБоронғо әрмән һәм алан батшаларының исемдәре беҙҙең данлыҡлы йылға исеменә бик яҡын
Йырҙарҙа данланған Ашҡаҙар йылғаһының исеме тураһында күп яҙылған. Беренсе тапҡыр был гидроним XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Әбү Абдулла Мөхәммәд әл-Иҙри­сиҙең әҫәрендә телгә алына булһа кәрәк. Уның яҙыуынса, “басджирт” халҡының илендә урынлашҡан Гурхан ҡалаһынан Анхадар йылғаһы буйлап Ҡаруҡыйа ҡалаһына тиклем һигеҙ көнлөк юл үтергә кәрәк. Иҙриси әҫәрендәге Анхадар йылғаһын И. Коновалова Ашҡаҙар менән бәйләй (әммә Ашҡаҙар Ағиҙелдең уң ҡушылдығы тип хата ебәрә, билдәле булыуынса, Ашҡаҙар – Ағиҙелдең һул ҡушылдығы).
Халыҡта был йылғаның исемен башҡорт теленән сығып аңлатыу киң таралған. Мәҫәлән, Ашҡаҙар буйында йәшәгән Юрматы ырыуы башҡорттарында, “ашҡа зар булдыҡ”, йә иһә “аҫ ҡаҙаныңды (йылға буйында)” тигән һүҙбәйләнештәр­ҙән килеп сыҡҡан, тигән риүәйәттәр һаҡланған. Күренекле телсе-ғалим Жәлил Кейекбаев, гидроним ҡашҡа (ашҡа) һәм даръя һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип яҙып сыҡты ваҡытында. Ҡашҡа (ашҡа) боронғо иран телдәрендә “аҡ, таҙа” тигәнде аңлатҡан, ти ул. Даръя иһә “һыу”ҙы, “йылға”ны белдергән (Сырдаръя, Амударъя һымаҡ). Жәлил Кейекбаевтың был фекере “Башҡортостан Респуб­лика­һының топонимдар һүҙлеге”нә лә инеп киткән. А. Камалов, уның фекере менән килешеп, уны бер ни тиклем үҫтерә. Ул Мөхәмәтша Буранғоловтың боронғо батырҙар­ҙы ҡашҡа тип атағандары тураһында яҙыуына иғтибар итә. Археолог Р. Әхмәров “ашҡ” һүҙе тажик телендә йәште, илауҙы аңлатҡанын, ҡорд телендә “әшк” шулай уҡ йәш, илау (һыҡтау) икәнен яҙып үткәйне. Һәм ул Ашҡаҙар гидронимын ашҡ (йәш, илау) һәм дар (һыу, йылға) һүҙҙәре менән бәйләне.
Әммә ҡайһы бер яҙма әҫәрҙәр буйынса, “Ашхадар” тигән антропоним (кеше исеме) да билдәле. Мәҫәлән, беҙҙең эраның икенсе быуатында Әрмән илендә Ашхадар тигән батша булған. Боронғо әрмән тарихсыһы Мовсес Хоренаци яҙыуынса, әрмән батшаһы Трдат (Тиридат) III (беҙҙең эраның 287–330 йылдарында идара иткән) аландар батшаһы Ашхадарҙың ҡыҙы Ашхенға өйләнгән (История Армении Моисея Хоренского. М., 1893. 128-се бит). Был антропонимға хәҙерге испан ғалимы А. Алемань иғтибар иткән. Ул боронғо әрмән әҫәрендәге кеше исемен алан (сармат) һүҙе xšаrt-dār менән бәйләй, уларҙы башҡа иран телдәрендәге (парфян – šаhr-dār, урта-фарсы – šаhr-yār – “батша”) менән сағыштыра. Шулай итеп, антропонимдың килеп сығышын батшаны, кенәзде аңлатҡан титулға алып барып тоташтыра. “Урал батыр” эпосында Башҡор­тос­тандағы ҙур йылғаларҙың исемдәре кеше исемдәренән (антропонимдан, дөрөҫөрәге, боронғо аллаларҙың исемдәренән) килеп сыҡҡанлығы әйтеп кителә. Бәлки, Ашҡаҙар йылғаһының исеме лә антропонимға барып тоташалыр, тигән һорау тыуа. Күренеүенсә, боронғо әрмән һәм алан батшаларының исемдәре беҙҙең данлыҡлы йылға исеменә бик яҡын.
Әйтергә кәрәк, 1950 – 1960 йылдарҙа сыҡҡан археологик әҙәбиәттә аландарҙың Башҡортостанда булыуы тураһында яҙыу популярлыҡ алғайны. Был турала бигерәк тә археолог Р. Әхмәров күп тапҡыр сығыш яһаны. Бәлки, Турбаҫлы археологик культураһын иран телле халыҡтар менән бәйләү урынлы булыуы бик мөмкин. Һуңғы йылдарҙа ул культураның Кавказ­дан йәиһә Арал буйынан (унда ла аландарҙың йәшәүе билдәле) күсенеүе тураһында гипотезалар танылыу алды. Боронғо иран телле ырыу-ҡәбиләләрҙең башҡорт халҡының этногенезында ҡатнашыуы берәүҙә лә шик тыуҙырмай. Хатта төрки телдәрҙең килеп сығышы ниндәйҙер кимәлдә борон­ғо иран телдәре менән бәйле булыуы бик мөмкин. Әлбиттә, бында телселәр үҙҙәренең фекер­ҙәрен әйтергә тейеш һәм беҙ килтергән мәғлүмәттәргә иғтибар итер­ҙәр, тигән фекерҙә ҡалабыҙ.


Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының өлкән ғилми
хеҙмәткәре,
тарих фәндәре кандидаты.

Сығыу ваҡыты 17-01-2014, 10:26 | Ҡаранылар: 1063
|
  • Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып
  • Һин сөскөргәндә фәрештә нимә яҙа?
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • Ә һин “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” өсөн тауышыңды бирҙеңме?!
  • Быйыл йылғалар мул һыулы
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM