RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

19.07.2013 Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре

Булған үҙ заманының мөғжизә тыуҙырыр кешеләре       Атайым Ҡобағошов Миңләхмәт Ғимран улының (1913 – 1999 й.й.) тыуыуына быйыл 23 мартта 100 йыл тулды. Ул үҙенең яҙмышын туранан-тура Әхмәтвәли хәҙрәттең изгелегенә бәйләп аңлата килде. Уның әйтеүенсә, әгәр юлында был изге әүлиә осрамаһа, ошо олпат йәшкә тиклем йәшәй алмаҫ, дәһшәтле һуғыштан да иҫән-һау әйләнеп ҡайтмаҫ ине һәм беҙ – балалары яҡты донъяға килмәҫ инек. Тормошонда әүлиә бабай менән осраштырғанына, Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн, уның рухына Ҡөрьәндән аяттар уҡып, ғүмеренең ахырына тиклем иҫкә алып йәшәне.
Һуғышҡа тиклем өс йыл Алыҫ Көнсы­ғышта хеҙмәт итеп, һуғыштың башынан аҙағынаса иҫ киткес ҡатмарлы юлдар үтеп, хатта Еңеүҙән һуң оккупацион ғәскәр­ҙәр сафында Германияла ҡалдырылып, 1946 йылда ғына Тыуған иленә әйләнеп ҡайта. Ул шул тиклем баҫалҡы булды. Һуғыштағы күргән аяныслы хәл­дәр­ҙе лә кешеләргә бик һөйләп барманы. Тик: «Бындай һуғыш-афәттәрҙе Хоҙай Тәғәлә балаларға һис башҡа күрһәтмәһен», – генә тиер ине.
Атайҙың Әхмәтвәли хәҙрәт, ғөмүмән, әүлиәләр, һуғыш тураһында һөйләүен тыңлап хайран ҡалып ултыра торғайныҡ.

Атайым һөйләгәндәре

Данлыҡлы Әхмәтвәли хәҙрәт тураһында мин бала саҡтан уҡ ишетеп үҫтем. Тыумышы менән шул уҡ Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылынан булғанға күрә уны, ололап, ауылының исеме менән Яҡшембәт хәлфә бабай, Әүлиә бабай тип йөрөтөрҙәр ине.
«Әхмәтвәли хәҙрәт һуғышҡа тиклем дә, һуғыштан һуң да Таймаҫҡа йыш килеп йөрөнө, – тип һөйләй торғайны атай. – Атайым­дың апаһы Фатима инәйемдәргә төшөп, беҙгә лә һуғылып, хәл белеп китер ине. Уға яңғыҙ йөрөргә ҡушмағандар. Иптәшкә гел үҙе менән берәй ир бала эйәртер ине. Таймаҫҡа килһә, үҫмер Миңләхмәт Мәҡсүтовты алып йөрөнө. Шул тиклем кеселекле, асыҡ сырайлы, зирәк, уҡымышлы ине. Ауылдан-ауылға йөрөп, әүлиә ҡәберҙәренә, ҡойоларына зыярат ҡылып, тәрбиәләп, тау-таштарҙы, ағас­тар­ҙы ҡарап, ауырыуҙарҙы дауалап, хәстәрләп йөрөй торғайны. Уның хатта ҡанаты бар икән, тип тә әйтәләр ине. Әйтмәҫтәр ине, уны бер үк ваҡытта бер нисә урында күреүселәр күп булған. Әйтәйек, аҡшам намаҙында шул уҡ көндә Таймаҫта ла, Ырымбурҙа ла, Мәләүездә лә күргәндәр.
Яҡшембәт бабай һуғыштан алда, ала ҡар ваҡытында шулай бер килгәнендә тағы беҙгә һуғылды. Әсәйең самауыр ҡуйҙы, ҡоймаҡ ҡойҙо. Ҡоймаҡты ашаманы. «Бына икмәк, бик һәйбәт, мин ҡоймаҡ ашамайым», – тине. Йомортҡа ла ашаманы. Ултыра торғас әйтте: «Улым, донъялар боларырға тора. Оҙаҡламай йәшел кейем кейерһең. Унан, күп тә үтмәй, аҡ тун кейерһең. Бына һиңә йән һаҡлағыс бетеү яҙып бирәм, ҙур түгел, ике бармаҡ яҫылығындай ғына. Уны берәүгә лә күрһәтмә, гел иҙеүеңә генә ҡуйып йөрө. Яңы кейем алмаштырһаң да, шунда уҡ ала һалып тегеп ҡуй, онотма. Өс хәтәрҙе үтерһең. Әгәр мин әйткәнде эшләһәң, өс әжәлдән иҫән ҡалып, оҙон ғүмер итерһең».
Шунан ике ай самаһы ваҡыт үткәс, һуғыш сыҡты. Оҙаҡламай мин дә фронтҡа киттем. Архангельск ҡалаһында бер нисә ай минометсылар курсында уҡығандан һуң Полярный кругка, Мурманск яғына оҙаттылар. Йәшел кейем тигәне һәр кешегә лә аңлашылһа, «аҡ тун кейерһең» ‒ тигәнде ошонда килгәс аңланым. Башҡа ерҙә һуғышҡан рядовой һалдатҡа тун бирелмәй, офицерҙар ғына кейә. Ә бында бөтәһе лә – рядовойҙар ҙа, офицерҙар ҙа аҡ тун кейҙе. «Өс әжәлдән ҡалырһың», – тигәне лә Яҡшембәт бабайҙың әүлиәлеге. Быларын әйтмәй китмәй булмай. Хатта кешегә һөйләһәң, ышанмаҫлыҡ ерҙән иҫән ҡалғаным булды бит.

Беренсе әжәлдән иҫән ҡалыу

…Бына шул Полярный кругта һуғышып йөрөйбөҙ, мин минометсылар ротаһында. Мурманск туңмай торған берҙән-бер порт булғас, уның өсөн ныҡ ҡаты һуғыш бара. Күҙ алдына килтерегеҙ. Фронт һыҙығы, һыуыҡ ел. Бер генә көйө туң торһа, бер хәл. Йә ныҡ туңдыра, йә епшек ҡар. Оҙон поляр төн, ғүмер окопта, траншеяла үтә. Яҡын тирәлә, 50 – 60 саҡрым арала бер ауыл юҡ. Унлап кеше генә һыйырлыҡ бәләкәй землянкала тимер мейес, шунда йөҙәрләгән кеше алмашлап йылынып сыҡҡан булаһың инде. Уныһын да бер ерҙә ҡаҙып, нығына башлағас, йә ҡалдырырға тура килә, йә икенсе урынға күсәһең. Бер айға тип ебәргәйнеләр, хәҙер шулай ай ярым булып бара, передовойҙа, алмаш юҡ. «Алмаштырырға килә торған ғәскәр утҡа эләгеп, катерҙар диңгеҙ төбөнә киткән. Әлегә алмаш тиҙ генә булмаясаҡ», – тинеләр. Йонсоноҡ, бетләй башланыҡ, йыуынған юҡ. Ныҡ һыуытты, 42 – 44 градусҡа етте. Кешеләр ҡырыла, кәмей башланы, пулянан түгел әле ул, өшөп, туңып. Фин разведкаһы ла йоҡламай. Төндә окоптан берәмләп сысҡан урынына тотоп алып китәләр, йоҡомһорап ултырһаң. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Хәҙер беҙҙең ротала ни бары 56 кеше иҫән ҡалды. Бер ваҡыт полевой мунса ҡорҙолар. Мунса тип, шул кейем алмаштырыу өсөн генә инде. Уны фронт һыҙығынан 500 метр самаһы эскәрәк, тылда, бер үҙәндә, йылға эргәһендә палатка итеп ҡорҙолар. Әҙер булғас, беҙ, 28 кеше тышта һаҡта ҡалып, 28 кеше, карабиндарҙы пирамидаға теҙеп, йыуынырға инеп киттек. Мин тәүге партияға эләктем. Һәр һалдатҡа йыуынырға ярты тас эҫе һыу, бер күнәк һыуыҡ һыу, бармаҡ башы ҙурлығындай ғына һабын бирҙеләр. Йәһәт кенә йыуынып, әйберҙәремде төрөп ырғытып, уныһы шау бет инде, алмаш­ҡа үҙем менән йөрөткән икенсеһен кейә һалып тышҡа сыҡтым. Минән саҡ ҡына арттараҡ тағы бер башҡорт ағай кейенеп бөттө. Мин үҙемдең карабинды тиҙ табыу өсөн сепрәктән билдә бәйләп ҡуя торғайным. Мылтыҡтың номерын ҡарап, тиҙ генә ҡулыма ала һалдым. Шул арала һаҡта торған икенсе партия һалдаттар, сыҙамай, карабиндарын һөйәп, мунсаға инә башланы. Ә эстәгеләр әле ҡайһыһы һаман мыштырлап йыуынып бөтмәгән, ҡайһы берҙәре кейенә генә башлағайны. Тап ошо ваҡытты көтөп тороп, тауҙарҙан төрлө яҡтан һыңар саңғыла, йылан һымаҡ шыҡыйып, финдарҙың батальон разведкаһы килеп баҫты. Шунан мин, мылтыҡтан атып: «Тревога! Окружают!»−– тип ҡысҡырғас, ҡайһыһы шыр яланғас көйө палатканан йүгерешеп сыға башланылар. Ошо ҡым-ҡырыз булған арала, беҙ теге башҡорт ағай менән, ялтанып, бер үҙәктән һыҙат ҡайын төшә, шуның бер ситенә, йүгереп, эләгеп өлгөрҙөк. Тегеләр тамам уратып алып атҡан арала, беҙ һирәк сауҡалыҡ буйлап ҡалҡыуға табан үҙебеҙҙекеләр яғына йүгерҙек. Сауҡалыҡ тиһәң дә, үтәнән-үтә күренеп тора инде. Бер аҙҙан финдар беҙҙе һиҙеп ҡалып, арттан ҡыуып етә яҙып ата башланылар. Көрт тә яман шул, йырып киләбеҙ. Шәп китеп булмай. Ул арала мин тау башына менеп етеп ятып, тегеләргә тоҫҡап ата башланым. Финдар туҡтап, боҫоп ҡалдылар. Тотош ҡырып һалды бит улар беҙҙекеләрҙе. Шулай итеп, ошо 56 кешенән икәү генә иҫән ҡалдыҡ…

Икенсе әжәлдән иҫән ҡалыу

Заполярье. 1942 йылдың аҙағы. «Декабрьский бой» тиҙәр. Беҙҙе Рыбачий ярымутрауына оборонаға ебәрҙеләр. Ике йылға яҡын Тунтури сопкаһын ала алмай ныҡыштыҡ. Финдар өҫтә тора, беҙ – аҫта. Тунтури сопкаһы дүрт километрға һуҙылған, бейеклеге 264 метр. Бер яғы – ҡая, стена кеүек, хатта урыны менән өҫтөңә ауып килгән кеүек. Бына шунан менеп, разведчиктар, альпинистар, бауҙар төшөрөп, беҙҙе һөйрәп алды. Иң тәүҙә минометтарҙы, боепри­пастар­ҙы өлөшләп бирҙек, шунан үҙебеҙҙе тартып алдылар, үрмәксе кеүек үрмәләйбеҙ. Унда ла халыҡ ныҡ ҡырылды. Кәүҙәһен дөрөҫ тотмай, ҡайһыһы оҫолһоҙ, йә ташҡа эләгеп, осоп төшәләр. Шунан финдар ҙа, һиҙеп ҡалып, ут асты. Халыҡ күп ҡырылды инде. Беҙ өҫкә менеп етеп, позиция алып өлгөрҙөк. Шунан штурмға күсеп, финдарҙың нығытмаларын, бер нисә блокгаузын (землянка) ҡулға төшөр­ҙөк. Мин 82 миллиметрлы миномет расчетында инем. Беҙҙе боеприпас алырға ебәр­ҙеләр, үҙебеҙ ташыйбыҙ. Мөмкин булған ергә яҡынайталар, был яғына килә алмайҙар. Шунан 5-әр мина алдыҡ, һәр береһе 3-әр кг. 15-ләп кеше киләбеҙ, ҡайһыһы мина күтәргән, стрелковый подразделениенан 3 – 4 кеше аҙыҡ-түлек тейәгән, старшина ла бар. Әҙерәк кенә барабыҙ ҙа туҡталабыҙ. Бына ракетаны ебәрәләр бит, һауала аҫылынып тик тора, бауланып. Тирә-яҡты ныҡ яҡтырта. Инде ут һүнгән ыңғайы ҡуҙғалайыҡ тиһәк, тағы аталар, тағы ут күтәрелә. Тағы ятабыҙ инде һис ҡуҙғалмай. Аяҡ үрә баҫырға бирмәйҙәр, йә ерҙән шыуышып, йә имгәкләп тигәндәй, ике километр самаһы араны яфаланып үттек. Байтаҡ кешебеҙ юлда һәләк булды, ҡайһыһы яраланды. Уларҙы ла һөйрәкләп, боеприпас­тарын да алып, шыуышабыҙ ҡарҙан. Финдарҙың дүрт блокгаузын алғайныҡ. Нығытылған. Арлы-бирле бомбалар алырлыҡ түгел инде. Шуларҙың береһенә инеп, әҙерәк ял иткәс, боеприпастарҙы ҡалдырҙыҡ та, икенсе яҡҡа – аҫтағы блокгауз яғына киттек. Биш һалдат килдек, кеше ҡырылып ята. Әҙерәк ай яҡтыһы бит инде, ҡарасҡылары күренә. Улар яғына текә. Бер уйҡыл ер бар, 300 метр самаһын үтеүе бик ҡыйын, имгәкләп үтһәң, үтеп була инде, баҫҡан килеш үтерлек түгел. Бик күп кеше үлеп ята, сүпләп тик торғандар икән. Был яҡта алған блокгауз да ҡая артында ултыра. Шунан берәү йүгерҙе, йөҙ метр ҙа китә алманы, тегегә эләкте бит. Икенсеһе йүгерҙе, шуны үтеңкерәне, тағы тейҙе, үлде. Хәҙер өс кеше ҡалдыҡ. Береһе, мин барам, ти. Тағы йүгерҙе уныһы. Тағы ялп итеп ҡалды… Унда тейә торған урынды бик һаҡ үтергә кәрәк икән. Хәҙер икәү ҡалдыҡ. Был иптәш, мин барайым әле, мин нисек үтергә беләм, ти. Китте. Был бер йүгерә, бер тәгәрәп китә, үлдеме икән тигәс, тағы тороп йүгерә. Ҡарап торам, теге имен сыҡты бит. Хәҙер мин бер үҙем ҡалдым бит инде. Ни булһа ла булыр, Аллаға тапшырып, йүгерҙем. Хәҙер теге йығылған тирәне имгәкләп барам. Барам, барам, барам да, ятам. Улар ата, теймәй, өҫтән генә үтә һыпыртып. Саҡ ҡына ҡалҡһаң – тейергә әҙер. Ҡарап ятам өйрәнеп. Нисек үтергә? Алда уйҡыл ер күренмәй. Шыуышып үтһәң, пуляға эләгәһең. Уйлайым, был урынды бик йәһәт үтергә кәрәк. Шунан торҙом да йүгерҙем. Трассирующий пуля менән аталар: йә алдан үтә, йә арттан үтә. Тағы тәгәрәп китәм, үлгән кеше булып ятам, апаруҡ оҙаҡ ҡына «оноттороп», теге мәйеттәр эргәһендә ышыҡланам. Шунан ҡапыл яңынан тороп йүгерәм. Ҡулда автомат ҡына. Өҫтә – шинель, тышынан аҡ халат. һикереп-һикереп шәп итеп йүгерәм дә, ҡапыл туҡтайым. Йә алдан, йә арттан пулялар оса. Тағы тәгәрәп китәм дә, тағы йүгерәм. Теге блокгауз янындағы траншеяға етеп һикерҙем. Беҙҙең һалдаттар ҡарап тора икән. Мин оҙаҡ ятҡас, үлгән икән, тип уйлағандар тәүҙә. Ҡаршы алдылар ҙа, мине ҡараһалар – шинель иләк шикелле. Кешегә һөйләһәң, ышанырлыҡ түгел.

Өсөнсө әжәлдән иҫән ҡалыу

Беҙҙе, 4000 кешене, һайлаған һымаҡ, йүгерттеләр, саңғыла ярыштырҙылар, өйрәттеләр ҙә, Новое Военгоға уҡырға ебәрҙеләр. 2,5 ай уҡығас, Полярный ҡалаһынан Муртов ҡултығы аша фин еренә десантҡа ташланылар. Һәр катерға 200-әр кеше тейәп, диңгеҙ буйлап алып киттеләр. Барлығы 8000 кеше ҡуҙғалдыҡ. Диңгеҙгә сығып, бер аҙ барғас, һауала йөҙәрләгән самолет күренде. Бомбаға тота башланылар. Ҡайһы бер катер­ҙарға эләкте, улары диңгеҙ төбөнә китте. Һаҡсы катерҙар самолеттарға атҡан була инде атыуын. Тик улар бомбаһын ташлай һалғас та осоп күҙҙән юғала. Беҙҙең катерҙан да зениткаларҙан аталар. Катерҙар, бер-береһенән ҙур-ҙур ара ҡалдырып, һаҡланыр өсөн, һибелеп баралар, диңгеҙҙе тултырып. Шуға күҙ күреме ер катерҙар менән тулған. Бер аҙ ваҡыт үтә лә, самолеттар тағы әйләнеп килә. Бомба ташлаһалар, тотош диңгеҙ упҡын кеүек сайҡалып, катерҙар берәм-берәм һыу төбөнә китә. Ҡоро ер булһа, ҡасып йәшенер инек. Бында шул, ҡасан беҙгә лә эләгер икән, тип уйлап бараһың инде, үҙеңде Аллаға тапшырып, белгәнеңде уҡып. Бер нисә катер барып төштөк Фин утрауына. Яр ҡаялы. Диңгеҙ сайҡалып торғас, катерҙар яҡын килә алмай. Оҙон траптар һалып, ярға бер-бер артлы йәһәт йүгерәһең. Арҡала миномет артмаҡланған. Уны өс өлөшкә бүлеп, өс кеше күтәрә. Барыбер ауыр. Беҙ күтәргән хәрби комплект һәр беребеҙгә 32-шәр килограмға тиклем етә. Диңгеҙ сайҡалған ыңғайға, трап уйнаҡлап, ҡайһы бер һалдаттар упҡынға оса. Минең арттан килгән һалдат та ҡолап китте, йәбешәм тип, мине лә эләктереп алып китә яҙҙы үҙе менән. Саҡ бауға тотоноп ҡалдым. Шунда уҡ диңгеҙ төбөнә китә инде – арҡала ауыр йөк. Уныһын ысҡындырһа ла, стена кеүек ҡая, шыма, тотоноп сығырлыҡ ер юҡ, һыу һыуыҡ. Бына шулай, һуғышҡа ла инмәй, әрәм булдылар. Ярға сығыу менән корректировщик ҡысҡыра башланы: «Ятығыҙ, боҫоғоҙ!». 150 самолет бомбаға тотто, гел ҡыҙыл ҡанатлы. Тәгәрәп китәһең, үлгән кеше булып ятаһың, өҫкә ҡарап, күҙҙе йомоп ҡына. Эй, шунда кеше ҡырылды ла инде, таштар шытырлай инде. Ваҡ-ваҡ таш, өҫтәл ҙурлығындай таштар, гел таш, бер нәмә үҫмәй, йәшенерлек урын юҡ. Өлгөргән кеше шул ҙурыраҡ таш эргәһендә тәгәрәй.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”