RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күсәрбай ҡаһарманы

04.07.2013 Күсәрбай ҡаһарманы

Элек-электән аҡылы, таланты, ил алдында изгелекле хеҙмәте менән оло хөрмәт ҡаҙанған затлы нәҫелдәр булған. Алдар Иҫәкәев, Салауат, Буранбай, Көсөковтар, Ҡыуатовтар, Бабичевтар − беҙҙең башҡорттоң нәҡ ана шундай аҫыл заттары. Был исемлекте дауам итһәк, иң элек арҙаҡлы дворяндар ‒ Аҡсулпановтар династияһын телгә алыр­ға тейеш булыр инек.

Аҡсулпановтар – ҡатмарлы тарих юлдары аша үтеп, шөкөр, беҙҙең дәүерҙә имен-аман йәшәп ятҡан атаҡлы нәҫелдәрҙең береһе. Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы халҡының күпселеге ошо фамилияны йөрөтә. Аҡсулпан – ауылға нигеҙ һалған Нуғай даруғаһы Тәлтем-Юрматы улусы башҡорто, тәүге башҡорт дворяны Күсәрбай Аҡ­сулпановтың бишенсе быуын олатаһы. Ауыл башта Аҡсулпан тип йө­рөтөлә, аҙаҡ Күсәрбай бу­лып китә. Күсәр­бай хәрби хеҙмәттә йөрөй, полк старшинаһы була. 1789 йылда уға капитан званиеһы, 1793 йылда императрица Екатерина II тарафынан дворянлыҡ титулы би­релә. 1798 йылдан алып ул 7-се башҡорт кантонының баш вазифаһын атҡара. Кү­сәрбай Аҡсулпановтың тәүге ҡатыны Айытбикәнән – Аралбай, икенсе ҡатыны Ҡотлобикәнән Әхмәтшафиҡ һәм Тайып исемле улдары тыуа. Аралбай Аҡсулпановҡа, атай-олатайҙарының данын дауам итеп, 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм урыҫ ғәскәрҙәренең 1813 – 1814 йылдарҙағы сит ил походында ҡатнашырға, ҙур батырлыҡтар күрһәтеп, тыуған төйәгенә имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була.

Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов 1783 йылда донъяға килгән, 1812 йылғы Ватан һуғышын ул 29 йәшендә, арыу уҡ яҡшы әҙерлекле яугир булараҡ, 2-се башҡорт полкы составында полк старшинаһы сифатында ҡаршылай. 1812 йылдың 15 июлендә Кобрин ҡалаһы янындағы һуғышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтеп, 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән наградлана (әйткәндәй, ошо уҡ алышта күрһәткән батырлығы өсөн тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙ – Бәләбәй өйәҙе Яйыҡҫыбы-Мең улусы Сәпәш (хәҙер Әлшәй райо­нының Иҫке Сәпәш) ауылы башҡорто, полк командиры Әйүп Ҡайыпов та 4-се (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса – 3-сө) дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була). Генерал Тормасов шул айҡанлы Аралбай Аҡсулпановҡа ошондай хат менән мөрәжәғәт итә:

«Господин пятисотенный старшина Акчулпанов.
Именем е. и. в. и властию, высочайше мне вверенною, в справедливом уважении к отличной храбрости Вашей в сражении 15 июля при городе Кобрине оказанной, по личному моему в том удостоверению препровождаю и сего для возложения на Вас орден Святой Анны 3-го класса».
Шулай итеп, Аралбай Аҡсулпанов һәм Әйүп Ҡайыпов һуғыштың тәүге айында уҡ ул дәүер өсөн Рәсәй­ҙең иң ҙур хәрби наградалары ме­нән бүләкләнә. Ар­та­бан улар 2-се башҡорт полкы составында бөтөн Европа аша үтеп, 1814 йылдың мартында алғы сафта Парижға барып инә. Полкташтарҙың икеһенә лә, оло яуҙан әйләнеп ҡайтып, тыныс тормош шатлығын күреп йәшәргә насип була. Икеһе лә «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» миҙалдары менән наградлана.

Һуғыштан һуң Аралбай Аҡсулпанов 7-се башҡорт кантонының башлығы урынбаҫары булып хеҙмәт итә, йорт старшинаһы дәрәжәһенә күтәрелә, уға подпоручик званиеһы бирелә. Уның ике ҡатынынан Сәрбәжәб һәм Мерәҫ исемле ике ул, Хәҙисә, Хөббөниса, Фәхерниса, Әсипьямал, Ғәҙәтбикә исемле биш ҡыҙ тыуа. Атаҡлы яугир Аралбай Күсәрбай улы Аҡсулпанов 1835 йылда үҙенең тыуған ауылында 52 йәшендә донъя ҡуя. Аралбайҙың туғандары Әхмәтшафиҡ (1796 – 1843) һәм Тайып та (1797 – 1847) хәрби хеҙмәттә була. Әхмәтшафиҡ Аҡсулпановҡа – поход старшинаһы чины, Тайып Аҡсулпанов­ҡа яҫауыл званиеһы, 14-се класс чиновнигы дәрәжәһе бирелә.

Күсәрбай ҡаһарманыБыл данлыҡлы династиянан йәнә күренекле хәрби хеҙмәткәр Шаһихәйҙәр Шаһингәрәй улы Аҡсулпанов (1868 – ?) тураһында әйтеп үтергә кәрәк. Ш. Аҡсулпанов – беренсе донъя һуғышында һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылда ул – подполковник, Киев округ артиллерия идаралығының начальник урынбаҫары була. Шул уҡ йылдың декабрендә Өсөнсө Бөтөн Башҡортостан ойоштороу ҡоролтайында автономиялы Башҡортостандың Кесе ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың йәйендә Стәрлетамаҡ өйәҙе башҡорттарын Башҡорт ғәскәренә мобилизациялау менән шөғөлләнә. Июлдә 1-се Башҡорт уҡсылар бригадаһының штаб начальнигы итеп билдәләнә. Ырымбурҙа Башҡорт хәрби советы эргәһендәге прапорщиктар мәктәбендә уҡыта. Уға полковник званиеһы бирелә.

2012 йылдың майында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт комиссияһы ултырышында башҡорт батырҙары Аҡсулпановтарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса байтаҡ сара билдәләнгәйне. Шул сараларҙың береһе Аралбай Аҡсулпанов иҫтәлегенә тыуған ауылы Күсәрбайҙа стела ҡуйыу тураһындағы тәҡдим ине. Шулай уҡ Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта урамдарға батыр Аҡсулпановтарҙың исемен биреү тураһында тәҡдим ҡабул ителгәйне. Әлегә, ниһайәт, ошо ҡарарҙарҙың береһе бойомға ашырылды: хәбәр ителеүенсә, үткән шәмбелә Күсәрбай ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Аралбай Аҡсулпанов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Батырҙар даны – мәңгелек. Атай-олатайҙарҙың хәрби тарихын беҙ артабан да ентекләп өйрәнергә тейешбеҙ. Шул айҡанлы Аралбай Аҡсулпанов тураһында ҡиммәтле материалдар йыйған Юлай Кинйәбай улы Аҡсулпановҡа рәхмәт белдергем килә. Был изгелекле эште артабан да дауам итәйек, батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә һәр саҡ тоғро булайыҡ!

Рәшит ШӘКҮР.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә