RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп

25.09.2012 Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп

Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп
Мәләүез районында 1812 йылғы Ватан һуғышындағы еңеүҙең 200 йыллығына арналған «Парижда ла булдыҡ беҙ!» тип аталған байрам үтте
Томансы ауылының Көн­гәк тауы итәгендә борон-бо­рондан халыҡ иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйылыр булған. Ошон­да уҡ урындағы халыҡ үҙенең ил һаҡсыларын уңышлы яуҙан ҡаршы алған. Ул ваҡыттан күп йылдар үткән, әммә ауыл халҡы был матур йоланы әле лә онотмай.
Томансы ауылы янында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт яугирҙарына арналған стела асылды. Мә­ләүез районы хакимиәте башлығы Малик Вахитов, тантанала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
– Бөгөн беҙ Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 200 йыллығына арналған стеланы асабыҙ. Был стела беҙҙең «төньяҡ амурҙары»ның батырлығына хөрмәт билдәһе һәм тарихи хәтер символына әүерелеп, йәш быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү сығанағы булыр тип ышанам, – тине.
Ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухын хөрмәтләп
Байрам саралары Көнгәк тауы итәгендә кискә тиклем дауам итте. Туғайҙа ҡыпсаҡ, Тамъян, Юрматы ырыуҙары вәкилдәре башҡорт тирмәләрен ҡорғайны. Улар халыҡҡа башҡорт халҡының милли аштарын тәҡдим итте.
Байрамдың иң ҡыҙыҡлы һәм тулҡынландырғыс өлөшө башҡорт атлыларын 1812 йылғы Ватан һуғышына оҙатыуҙы һәм Парижды алғандан һуң уларҙың тыуған яҡтарына ҡайтыуын һүрәтләгән театрлаштырылған тамаша булды. Уны «Аманат» башҡорт фольклор инструменталь ансамблендә ҡатнашыусылар сәхнәләштерҙе. Үҙешмәкәр артистарҙың концерты менән спорт ярыштары ла байрамға йәм һәм сәм өҫтәне.
Тау башына менеү кеүек матур йолаға ла тоғро ҡалды халыҡ. Күптәр тау башына менеп, бейектән тәбиғәт матурлығын һәм байрам майҙанын тамаша ҡылды.

Әйткәндәй
1812 йылғы Ватан һуғышында Мәләүез районы ауылдары егеттәре лә үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ батыр итеп таныта. Мәҫәлән, 1-се башҡорт полкы составында Үрге Таш, Һәргәй, Кинйәбай, Аҡназар, ҡотлобулат ауылдарынан яҡташтарының дошманға ҡаршы батырҙарса көрәшеүе билдәле. 1812 йылдың 12 июнендәге яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Түбәнге Таш ауылынан Ихсан Әбүбәкиров полк есаулына тәҡдим ителә. 1813 йылдың 16 сентябрендә Десава ҡалаһы янындағы һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн ул IV дәрәжә Изге Владимир ордены менән бүләкләнә. Шул уҡ йылдың 6 декабрендә Данциг ҡәлғәһе өсөн көрәштәге батырлығы өсөн III дәрәжә Изге Анна орденына лайыҡ була. 1814 йылдың 29 февралендә иһә полк командиры итеп тәғәйенләнә.
Әлеге Мәләүез районы ауылдарынан сыҡҡан яугирҙар 1813 – 1814 йылғы Рәсәй армияһы походтарында ла ҡатнаша. Мотай, Һарыш, Хәсән, Аптраҡ, Муллағол, Томансы ауылдары хәрбиҙәре 7-се полк составында була. Томансы ауылынан Теүәлбай менән Кинйәбай Дәүләтбаевтарға зауряд-есаул исеме бирелә. 1-се полктан уларҙың ауылдашы Исшеғол Исҡужин, ҡотлобулат ауылынан Буранбай Сыуашбаев Изге Георгий ордены менән бүләкләнгән.
Дәүләтҡол, Юлдаш, Йомаҡ, Һабаш ауылдары үҙҙәренең егеттәрен Бәләбәй өйәҙендә формалаштырылған 12-се полкка оҙатҡан. Был полк 1812 йылдың 16 октябрендә походҡа сыға. Иҫке Муса, Моҡас, Исламғол, Түләк, Смак ауылдарынан Тамъян ырыуы вәкилдәре иһә 13-сө полк составында тыуған илен яҡлап яуға сыҡҡан.

С. АМАНТАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә