RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әхмәтзәки Вәлиди һәм бөрйән ырыуы башҡорттары

22.03.2011 Әхмәтзәки Вәлиди һәм бөрйән ырыуы башҡорттары

«Бөрйән башҡорттары араһында» исемле хеҙмәтендә Әхмәтзәки Вәлидов үҙенең студент дуҫын, башҡорт халҡының шөғөлөн, көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм йолаларын күрһәтеү өсөн, Стәрлетамаҡ тирәһендәге Ағиҙелдең уң яҡ ярындағы ауылдарға алып барып йөрөүе хаҡында яҙа. Ләкин оло юл буйында йәшәгән башҡорттарҙың, күп ваҡыттан бирле рус һәм татар менән ҡатнаш­ҡанлыҡтан, башҡортлоҡтарын тулы­һынса һаҡлап ҡала алмауҙарын, «эштән сығып боҙолғандарын» күрә. Шунан ҡасыңҡырап, уларҙың, ҡояш сығышы яғына – урман эсенәрәк инеп, матур тауҙар араһында ғүмер кисергән тәбиғиерәк һәм сафыраҡ башҡорттар менән осрашҡылары килә. Шуға ла, ун бишләп көн бындағы башҡорттар араһында ҡалыу маҡсаты менән, Уралды аша сығалар. Улар, тәүге торған ауылдарынан 30 – 40 саҡрым юл үткәс, Бөрйән ырыуы башҡорттарының өс ауылы (Оло һәм Кесе Кәпәс, ҡолғона) халҡы бергә йәшәгән Ялтыран исемле ҙур йәйләүгә килә. Был уларҙың яҙғы йәйләүе булған. Ә йәй урталарында, бесән етә килә, улар башҡа урындағы йәйләүҙәргә таралышҡан.
Телгә алынған «Бөрйән башҡорттары араһында» исемле фәнни хеҙмәтендә Әхмәтзәки Вәлиди: «Бөрйән – был көндә Орск өйәҙендә дүрт волость. Был Үҫәргән башҡорттарынан ҡала иң күп ғәдәдле ыруғ (һанлы ырыу). Небольсин үҙенең «Ырымбур һәм Әстерхан тарафына сәйәхәтемдең хисабы» тигән әҫәрендә (Вестник Императорского Русского географического общества за 1852 г., часть 4): «...башҡорт халҡының сәсәге үҫәргән, түңгәүер, бөрйән халыҡтарылыр. Былар араһында иң сафы бөрйәндәрҙер», – тип яҙған», – тигән.
Автор аңлатмаһы: Небольсин Павел Иванович (1817 – 1893 йылдарҙа йәшәгән), этнограф, ХIХ быуат уртаһында Ырымбур губернаһында сәйәхәт итеп, башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр йыйған һәм 1850 йылда уларҙы «Отечественные записки» журналында баҫтыр­ған.
Ләкин ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туған Урал тауҙары араһында, урмандар уртаһында төйәкләнеп йәшәгән Бөрйән ырыуы башҡорттарына ла тәбиғәт һәм әхлаҡ боҙолоуының килеп етеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул, бынан ете йыл элек күргәндәре менән бөгөнгө хәлде сағыштырып, ошо фекергә килә: «...шул көндән бирле кәрәк, быларҙың үҙҙәрендә, кәрәк мәғишәттәрендә (шөғөлдәрендә) һәм ултырған ер вә урмандарында күп үҙгәртеүҙәр булған. Боронғо саф тәбиғәтле, алдау-нитеү белмәй торған тоғро, баһадир башҡорттар инде ҡарт булып, башҡорттоң ябыҡ урманы араһында ултырған боронғо ҙур-ҙур ҡарағай ағастары кеүек аҙайып ҡалғандар».
Әхмәтзәки Вәлиди был сәфәргә махсус рәүештә халыҡтан боронғо яҙыу, йыр, хикәйәләр йыйыу өсөн сыҡмаһа ла, туҡтап торған ерҙәрендә ҡурай уйнаусылар менән ҡыҙыҡһынып, һораша йөрөй. Ялтыран йәйләүендә Зыяитдин һәм Хәйрулла исемле ҡурайсы егеттәрҙе үҙҙәре янына саҡыралар. Ләкин улар ауыл араһында ҡурай уйнарға уңайһыҙланған. Шуға күрә, кис еткәс, ҡырға сығып, боронғо көйҙәрҙе уйнап ишеттергәндәр. Әхмәтзәки Вәлиди боронғо башҡорттоң ... , тормошо алыҫайған һайын, көйҙәрҙең дә, йырҙарҙың да онотола барыуын, улар урынын татар таҡмаҡтары ала барыуын, әгәр башҡорт халҡының борон­ғо көйҙәре нота дәфтәренә инеп ҡалмаһа, юғалыуына ла күп ҡалмауын билдәләгән.
Саҡырылған йәш егеттәр боронғо көй-йырҙарҙы аҙ белгән. Шулай ҙа «Юлтый», «ҡаҙаҡ», «Ишмырҙа», «Ашҡаҙар», «Циолковский», «ҡарабаев», «Йософ майор» көйҙәрен уйнап ишеттергәндәр һәм «Перовский», «Суҡ муйыл», «Заһира» көйҙәренә бейеп күрһәткәндәр. Иртәгәһенә икенсе ауылда, тағы ла шулай усаҡ яҡтыһында, Бәхтиәр исемле бер егеттең «Айыу майор», «ҡалмантай» тигән көйҙәрҙе ҡурайҙа уйнағанын, уға икенсе бер тенор тауышлы егеттең ҡушылып йырлағанын тыңлауҙары тураһында бәйән итә. Шунда уҡ берәү уларға Темәс һәм Күсей ауылдарында бер кешенең «Мораҙым» тигән көйҙө уйнауын һөйләгән. Әммә көндәр боҙолоп, оҙайлы ямғыр­ҙар башланыуы ул ерҙәргә барыуҙы тотҡарлаған. «Мораҙым» йырын, көйөн башҡорт ауыҙынан, ҡурайҙан ишетеп яҙып алғанда, ул Хоҙай тарафынан бирелгән донъя баһалы бер ниғмәт булыр ине», – тип, Ә. Вәлиди үҙенең сикһеҙ үкенесен белдерә. Баҡтиһәң, Әхмәтзәки Вәлидиҙә тәрән ҡыҙыҡһыныу уятҡан был йыр төньяҡ һәм урта төрөктәрҙә биш йөҙ йылда йәшәп килгән икән. Шуға ла ул, был йыр онотолоп юғалһа, ҙур бәхетһеҙлек булыр, тип борсола. Ә йырҙың һәм көйҙөң сюжеты Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың вәзире Иҙеүкәйҙең үҙенең балаһы менән боҙолошоу арҡаһында килеп сыҡҡан хәтәр һәм сәйер хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған икән.
Артабан, Бөрйән ырыуы башҡорттарының хужалыҡтары тураһында фекер йөрөтөп, малдарҙың аҙайыуын, элек ун биш баш ҡолонло бейә бәйләгән башҡорттарҙың ике-өс бейәгә ҡалыуын, ә ҡайһыларында улары ла булмауын билдәләгән.
Тағы ла алғараҡ китеп, Миңдеғол ауылын үткәс, көслө ямғырҙар башланыу сәбәпле, кире боролорға мәжбүр булалар. Һүҙ ыңғайында рус ғалимдарының бөрйәндәрҙе, бигерәк тә урман бөрйәндәрен, шөғөлдәре, әхлағы, тәбиғәте, рухы, музыкаһы, халыҡ әҙәбиәте яғынан өйрәнергә, тарихи йәдкәрҙәрен йыйырға өлгөрмәгәнлегенә үкенес белдерә. Башҡорттарҙың иң сафы булған бөрйәндәр тураһында яҙылған бер нәмә лә юҡлығына, уның үҙенә генә хас һыҙаттары бөтөп барыуына борсола. Шул уҡ ваҡытта Себерҙең әллә ниндәй соҡорҙарындағы һаны яғынан ике меңдән дә үтмәгән таифәләрҙе (ҡәбиләләрҙе) өйрәнеүгә байтаҡ аҡса сарыф ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Бөрйән ырыуы башҡорттары хаҡында бер ҙә, исмаһам, тарих китаптары – «Мөстәфәдел-Әхбәр», «Тарих ҡәүеме төрки»ҙәрҙә булһын, бер кәлимә һүҙ әйтелмәүенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә. «...Бөрйәндәр – башҡорттарҙың саф булғандары – үҙлектәрен тамам юғалтып баралар. Инде Европа кешеләренең, урыҫтарҙың эстәре бошмай икән, беҙ ҙә быға шулай һалҡын ҡан менән ҡарап торорбоҙмо?» – тигән һорауҙы ҡуя һәм, Бөрйән ырыуы башҡорттарының хужалыҡ шөғөлдәрен йүнәтешергә, ярҙамлашырға, әле бөтмәгән музыка, ауыҙ-тел ижадының, барса боронғоноң ҡалдыҡтарын өйрәнеүгә, яҙып ҡалдырыуға һәләтле кешеләребеҙ табылһа ине, тигән борсоулы фекерен әйтә.
Артабан бөрйәндәрҙең ниндәй халыҡ булыуы, әле йәшәгән ергә ҡайҙан килеүҙәре тураһында фекер йөрөтә һәм ғалимдарҙың ғөмүми башҡорттар, шул иҫәптән бөрйәндәр тураһында аныҡ ҡына фекер әйтмәүен, был хаҡта төрлөсә аңлатмалар булыуын билдәләй: «...Һаҙи Атласов башҡорттарҙы саф төрөктәргә, Н. Ф. Катанов, Н. А. Аристов уларҙы төрөкләшкән финдарға индергән. Ә Морат Рәмзи, ғәрәп ғалимдарының V быуаттан башлап яҙған мәғлүмәттәрен йыйып, бөрйәндәрҙе, улар Хиуа ханлығы эргәһендә торған башҡорттарҙың бер ҡәбиләһе тип раҫлаһа, Ғосман Хәлифәте осоронда уларҙың ҡайһы бер һуғыштарҙа ҡатнаш­ҡанлығын күрһәткән. Һуңыраҡ башҡорттар Иртыш йылғаһы һәм Арал күле араһында бәшнәктәр һәм килмәктәр ҡыҫымы аҫтында хәҙерге йәшәгән урындарына күскәндәр булһа кәрәк, тигән фекер әйткән».
Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң башҡорттар ХVII – ХVIII быуаттарҙа бер нисә тапҡыр фетнә күтәргән, һәм унда бөрйәндәр иң алдынғы урында булған, ти ғалим Әхмәтзәки Вәлиди. Уның әйтеүенсә, Бөрйән ырыуы халҡы Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тыуыуынан (570 йыл) элгәре үк тарих битенә инеп ҡалған.
Ғалим башҡорттарҙы дүрт төркөмгә бүлгән. Беренсеһенә тау башҡорттарын – Бөрйән, Үҫәргән, Тамъян ырыуҙарын индергән. Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлиди тормошонда һәм эшмәкәрлегендә Бөрйән ырыуы ере, халҡы ярайһы ғына мөһим урын биләгән. Был турала ул үҙенең «Хәтирәләр»ендә бер нисә урында яҙып үткән.
Ғаиләһенең төрлө тарафтарҙағы күренекле шәхестәр менән мәҙәни бәйләнештәре тураһында яҙған саҡта ул, 14 йәшенән Уралтауҙы аша сығып, уның көнсығышындағы Муллаҡай ауылында йәшәүсе мулла Ғабдулла Сәйетовҡа (Сәйетбатталовҡа) йыл һайын атаһы менән килеп осрашып йөрөүҙәрен, атаһының фекерҙәре сикләнгән, мәҙәниәтһеҙ дини фанатиктарға яҡынламауын бәйән иткән. Бик күп муллалар араһынан иң ғилемлеләр Троицкиҙан Зәйнулла ишан һәм Муллаҡайҙан Ғабдулла мулла, тип күрһәтә. Уның Бохарала уҡып, ныҡлы белемгә эйә булыуына, ислам дине белгестәре араһында юғары абруйына, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә шиғырҙар ижад итеүенә, уҡытыусы һәм тәрбиәсе булараҡ киң танылыу ҡаҙаныуына һоҡланыуын белдергән. Зәйнулла Рәсүли менән Ғабдулла Сәидиҙең үҙ заманының сәйәсәтенә ҡарата аҡыллы һәм етди фекерҙәре булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алған.
«Хәтирәләр»ендә Әхмәтзәки Вәлиди Бөрйән ырыуының күренекле шәхестәренән Рәсәй Дәүләт Думаһы ағзаһы Шаһишәриф Мәтинов менән бер фәһемле осрашыуынан ҡалған тәьҫораттары менән уртаҡлаша. Әхмәтзәкиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт Шаһишәриф Мәтинов менән электән дә дуҫтарса мөнәсәбәттә булып, даими аралашып йәшәгәндәр. Был килеүе Әхмәтзәкиҙең Үтәк мәҙрәсәһенән ҡайтҡан ваҡытына тура килә, һәм оло шәхес Ш. Мәтинов йәш егет менән атаһы эргәһендә һөйләшә. Ул Әхмәтзәкигә рус телен ныҡлап өйрәнеүен дауам итергә, Рәсәй университеттарының береһендә уҡып, төплө белем алырға кәңәш бирә һәм профессор Грушевскийҙың Украинала үҙаллылыҡ хәрәкәте һәм Максим Ковалевскийҙың халыҡ-ара хоҡуҡ проблемалары тураһындағы китаптарын бүләк итә. Үҙе рус телен камил, юғары кимәлдә белгән дәүләт эшмәкәре был ғалимдарҙың әҫәрҙәре ярҙамында фекерләү көсөн, тел ҡеүәһен үҫтереп, йәш Әхмәтзәкиҙе сәйәсәт өлкәһенә, йә булмаһа, ғилем юлына ылыҡтырырға теләгәндер. Һәр хәлдә, бының үҙенә күрә нескә һәм бик аҡыллы бер ишара булыуы күренеп тора.
Ш. Мәтинов менән булған был һөйләшеү Әхмәтзәкиҙә һәм уның ғаиләһендә, туғандарында оло тәьҫир ҡалдыра. Быға тиклем Әхмәтзәкиҙе, өйләндереп, ауыл мәсетенә имам итеп ҡалдырыу уйы менән йөрөгән атаһы һәм ағалары тәүге фекерҙәренән кире ҡайтыр­ға була. Был һөйләшеү Әхмәтзәки яҙмышының бер мөһим боролошо була: үҙенең тыуып үҫкән ғәзиз төйәге, Көҙән, Ғәлиәкбәр, Алағуянбашы ауылдары, Аҡбейек тауы итәгендәге йәйләүҙәре, ата-инәһе, туғандары ни тиклем ҡәҙерле, яҡын булмаһын, йәш егеттең ғилем эстәү ниәте уны Ырымбур тарафтарына алып китә.
Шаһишәриф Мәтиновтар ғаиләһе – Көҙән ауылына, ә Вәлидовтар Назар ауылына йыш ҡунаҡҡа йөрөшкән. Был турала Ш. Мәтиновтың әлеге ваҡытта ҡолсора ауылында йәшәүсе ейәнсәре Хәлиҙә апай үҙенең атаһы Ғәбделхаҡ Шаһишәриф улының да ата-инәһе менән бергә Көҙән ауылына, Вәлидовтарға барыуы тураһында ҡыҙына һөйләп ҡалдырған.
Шул уҡ «Хәтирәләр»ҙә Әхмәтзәки Вәлиди әле йәш үҫмер сағында атаһы менән Троицкиға бер сәфәрендә Ирәндек тауҙарының көнсығыш итәгендәге Солтан алтын приискыһында булып китеүҙәрен хәтерләгән. Ағалы-энеле Рәмиевтар приискының шул ваҡыттағы хужалары булған. Юл ыңғайы шағир Закир Рәмиевҡа һуғылып, танышып үтеүҙәрен, ә һуңынан, күптәнге таныштар булараҡ, Ырымбурҙа һәм башҡа ерҙәрҙә осрашып, фекер алышып йөрөүҙәрен телгә ала. Бигерәк тә 1908 йылда «Шура» журналы сыға башлағас, Закир Рәмиев журналдың бағыусыһы, ә Әхмәтзәки Вәлиди авторҙарҙың береһе булараҡ, Ырымбурҙа осрашҡанында, уға үзбәк шағиры Әлишер Науаи шиғырҙарынан үҙе яратҡан һәм яттан белгәндәрен уҡып ишеттерә. Закир бай, әҫәрләнеп, хатта ҡайһыларын үҙенең дәфтәренә яҙып ала.
Көндәрҙең береһендә тағы ла осрашҡан саҡта Әхмәтзәки үҙенең ҡаҙанға барып, «инородецтар» мәктәбе (Рәсәйҙәге рус булмаған халыҡтарҙы шулай атағандар) өсөн рус теле уҡытыусылары әҙерләүсе уҡыу йортона инергә ниәтләнеүен белдерә. Тик үҙенең матди хәле мөшкөл икәнен әйтмәй. Шағир уға сәфәргә сығырҙан алда Ырымбурҙа баҫылып ятҡан «Ваҡыт» гәзите мөхәррире Ярулла Вәлиевты мотлаҡ барып күреп китергә тәҡдим итә. Баҡтиһәң, был тәҡдим бушҡа ғына әйтелмәгән. Барып күрешеү менән мөхәррир Закир әфәнде исеменән 50 һум аҡса тоттора. Заманы өсөн был аҡса 4 – 5 баш йылҡы малы хаҡын тәшкил иткән.
Октябрь революцияһынан алда һәм унан һуң да, башҡорт милли хәрәкәтенең ойоштороу­сыһы һәм рухи етәксеһе булараҡ, Әхмәтзәки Вәлидиҙең Бөрйән ырыуынан яҡын фекерҙәш һәм арҡаҙаштары күп була.

Әмир СӘЙҒӘФӘРОВ,
Башҡортостандың почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.

Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ялған паспорт менән – кредит

Китәләр...

23.10.2019 - Йәмғиәт Китәләр...


Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Фотоларҙа – тарих

16.09.2019 - Йәмғиәт Фотоларҙа – тарих


Суд приставтарына һорауҙарығыҙ булһа…

"Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт "Ҡыҙыу линия" эшен дауам итә


Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт Һайлауҙа алған беләҙектәрегеҙҙең файҙаһын күрегеҙ


Кишер һабағы менән помидор маринадлау

"Йәшлек" гәзите БР Башлығы грантына лайыҡ булды!

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ниндәй булырға тейеш?

«Һыу хатаны ғәфү итмәй!»

25.07.2019 - Йәмғиәт «Һыу хатаны ғәфү итмәй!»


Аҙыҡ-түлекте ташлау –  яҙыҡ эш

Ҡартлыҡты артҡа сигендереп

Радий Хәбиров юл ҡағиҙәләрен өс тапҡыр боҙоусыларҙы руль артына ебәрмәҫкә тәҡдим итте

«Росгосцирк» Өфө циркын тергеҙеүгә 1 млрд һум һалырға планлаштыра

Өйҙөң йәме – бала менән

08.07.2019 - Йәмғиәт Өйҙөң йәме – бала менән


Бабич ҡалҡты һәйкәл булып!

V Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайының программаһы 28 – 29 июнь, 2019 йыл

Башҡортлоҡ

28.06.2019 - Йәмғиәт Башҡортлоҡ


Яҙһа - яҙа ла ҡуя!

14.06.2019 - Йәмғиәт Яҙһа - яҙа ла ҡуя!


Лайыҡлылар билдәләнде һәм бүләкләнде!

Ижадсының бай мираҫына урын табылырмы?

Юлда яңғыҙың түгел!

28.05.2019 - Йәмғиәт Юлда яңғыҙың түгел!


Янғынға ҡаршы көрәштә  ялҡын ҡабынды йөрәктә