НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!

Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!


Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙәйек!Һәр бер халыҡтың үҙ иле була. Ундай халыҡты төп, аҫаба халыҡ тип йөрөтәләр. Элек аҫаба халыҡтарға өҫтөнлөк бирелгән. Совет власы, төрлө һылтау табып, аҫабалыҡ хоҡуҡтарын бөтөрә.
Элек башҡорттар бер-береһе менән осрашһа, ҡайһы ырыуҙан, ҡәбиләнән, ниндәй йылға буйында урынлашыуын һорашҡан. Хәҙер ырыу төшөнсәһе бөтөрөлдө. Илем, телем, халҡым, тип һүҙ ҡуҙғатһаң, һин милләтсе һәм сепаратист булаһың. Халыҡ үҙ илендә эш таба алмай, ситкә китеп йотола. Унда ла беҙҙең халыҡты ҡолас йәйеп ҡаршыламайҙар.
Ырыуҙар хәрәкәте булғанда үҙ хәлебеҙҙе һөйләй, аңлата торғайныҡ. Берләшеп, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе күтәрә инек. Ауыл ерендә бөгөн ҡарттар ғына ҡалып бара. Ауылдар бөтөү, тарҡалыу юлында, етәкселәр беҙҙең турала хәстәрлек күрмәй. Миҫал өсөн Архангел районының Аҙау ауылын алайыҡ. Балалар һаны етмәй. Урта мәктәп бөтөү хәлендә. Ауыл советын Оҙондар ауылына ҡуштылар, медпункт ике ай эшләмәне, почтаны яптылар, эш юҡ. Ауыл халҡы, аптырағас, ситкә күсә. Ҡайҙа мәктәп бар, шунда күсенәләр. Был халҡыбыҙҙы тамам аптырауға, ғәжәпкә ҡалдырҙы.
Бөтөп барған башҡорт ауылдарына ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ҡайтарғанда һәйбәт булыр ине. Ситтә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәр бит.
Тағы шуныһы: элек етәкселәргә ике телде белеү мотлаҡ булған, рәсми ҡағыҙ бланктары баҫылған. Ҡайһы түрә башҡорт телендә һиңә яуап ҡайтара? Ауырып, дауаханаға барһаң, ҡайһы табип һинең менән башҡортса аралаша?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса эшләргә тейеш. Ырыуҙар хәрәкәтен тергеҙһәк, берҙәм эшләргә ярҙам итер ине.

Фанияз САДИҠОВ.
Архангел районы,
Аҙау ауылы.

Сығыу ваҡыты 20-03-2015, 11:15 | Ҡаранылар: 531
|
  • Аҙау айыҡ ауыл булыу өсөн көрәшә
  • Яуапһыҙ һорауҙар
  • Был Республика көнөнә бик яҡшы бүләк
  • «Ырыуҙар ташы»н күмәкләп төҙөйөк!
  • Нисек йәшәйһең, милләттәш?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM