НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бала күңеле
Новости / Тарих // 11-08-2017, 12:12


Бала күңеле
Бөгөнгө көндөң матурлығына иҫең китерлек. Яҙ килгәнгәме, ҡояш көлтә-көлтә нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә, ҡалын ҡар ҡатламдары әкренләп ирей бара.
Магазинға аҙыҡ-түлек алырға ингән мәлемдә бер бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың әсәһенең итәгенә йәбешеп ҡысҡырып илағаны иғтибарымды йәлеп итте. Бала тынысланырға уйламай ҙа, тирә-яғындағы кешеләрҙе лә күрмәй, әсәһенең әрләүе лә бер нисек тә йоғонто яһамай. Ҡыҙҙың ике күҙе лә витрина аҫтындағы “киндер шоколад”та, яу булып яҡынынан ошо тәмлекәсте һаттырып алдырырға теләй. Әсәһенең үҙәгенә үтеп илаған был балаға ҡарап ҡасандыр яҡын ғына танышым һөйләгән ваҡиғаны иҫемә төшөрҙөм.
...

Сибай музейын Мәскәүҙә лә беләләр!
Новости / Тарих // 10-06-2017, 10:00


Сибай музейын Мәскәүҙә лә беләләр!25 – 29 майҙа илебеҙ баш ҡалаһында Рәсәйҙең һәм сит ил музейҙарын берләштергән XIX халыҡ-ара музейҙар фестивале – «Интермузей – 2017» үтте. Уны Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Музейҙар берлеге ойошторҙо.

Өс йөҙҙән ашыу дәүләт һәм муниципаль, шәхси музей вәкилдәре ҡатнашҡан мәртәбәле сара «Киләсәк музейы» тип исемләнде. Фестивалдә 15 дәүләттән (Бөйөк Британия, Израиль, Бразилия, Испания, Көньяҡ Судан Республикаһы һ.б.) 25 тарих учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Күр­гәҙмәләрҙе 42 меңдән ашыу кеше ҡараны. Төп майҙанда тармаҡта билдәле ғалим-белгестәр менән осрашыу­ҙар, лекциялар ойошторолдо, төрлө семинар, оҫталыҡ дәресе үтте, проекттар күрһәтелде.
Сибайҙар Рәсәй музейҙар берлеге муниципаль бүлек өсөн ойошторған «N ҡалаһындағы музей...» конкурсында көсөн һынаны. «N… ҡалаһындағы династиялар» темаһы буйынса илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән 25 музей вәкилдәре үҙ проекттарын яҡланы. «Сибайҙың таусылар династияһы» эше иң яҡшы ғилми-тикшеренеү проекты номинацияһында еңеүгә өлгәшеп, Рәсәй Музейҙар союзының шәхси призына лайыҡ булды.
Ғөмүмән, был ҙур күләмле халыҡ-ара фестивалдә Сибай тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы федераль кимәлдә икенсе тапҡыр уңышлы сығыш яһаны. 2015 йылда беҙ тәүгә «Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» тигән нәшриәт проектын яҡлағайныҡ. Әле уның 3-сө баҫмаһы донъя күрҙе.
Беҙҙең музейҙың эшләүенә, үҫешенә, уңыштарға өлгәшеүенә ҡала хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге етәкселеге ҙур булышлыҡ итә, даими ярҙам күрһәтә. Коллектив исеменән Хәлит Сөләй­мәновҡа, Гүзәл Ишем­ғоловаға, Элиза Кирәеваға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Альбина ЯРМУЛЛИНА,
тарих фәндәре кандидаты,
Сибай ҡалаһының тарих һәм төбәкте өйрәнеү музейы директоры....

XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Новости / Тарих // 24-05-2017, 10:00


XIX быуаттағы башҡорт скульптуралары
Интернет селтәрендә халҡыбыҙ тарихына ҡағылышлы бығаса киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ мәғлүмәттәрҙе табырға мөмкин. Бынан бик күп йылдар әүәл оло әһәмиәткә эйә һәм дәүләт ҡарамағындағы музей фондтарында мәңге һаҡланырға тейеш тип табылған әйбер­ҙәр тураһында һүҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙең төрлө музейындағы әллә күпме экспонат араһында XIX быуатҡа ҡараған башҡорт ир-егетен һынландырған скульптуралар осратырға була. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә айырым туҡталып үтәйек....

Тау шыуырға яратҡан килен
Новости / Тарих // 9-11-2016, 16:11


Тау шыуырға яратҡан килен
Ишембай районы ауылдарының береһендә булған был мәҙәк хәл. Уға 30 йыллап ваҡыт үткәндер инде...
Фәнис бабай менән Кәримә инәйҙең берҙән-бер улына 30 йәш тулып килә. Тик һаман да өйләнергә уйламай. Ата-әсәһе ҡайғыға ҡала, әллә ауылда йүнле ҡыҙҙар юҡмы икән, тип баштары ҡата. Мансаф әрмелә уңышлы ғына хеҙмәт итеп ҡайта, колхозда трактор йөрөтә, эшкә лә егәрле. Былай булмай тип, улар күрше ауылдан ҡыҙ димләргә була.
...

«Шүрәле иле»- Сибайҙа!
Новости / Тарих // 12-08-2016, 23:07


«Шүрәле иле»- Сибайҙа!10 августа Сибайҙың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөйөк татар яҙыусыһы Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 130 йыл булыу айҡанлы «Шүрәле иле» исемле күргәҙмә асылды.
Был регион-ара сәнғәт проектын Башҡортостан Республикаһының Н.Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы һәм Мәскәүҙәге Ш.Мәрджәни исемендәге фәнни һәм мәҙәни программаларға ярҙам һәм үҫеш фонды ойошторған. 2012 йылдан бирле Ҡазан, Ижевск, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа күрһәтелеп, Сибай ошо проект күргәҙмәһен ҡабул иткән 25 ҡала булып тора.
Күргәҙмәлә теләге булған һәр кем Ғабдулла Туҡайҙың данлыҡлы һәм һөйкөмлө персонажы - Шүрәле менән таныша ала. Уны булдырыу өсөн Рәсәйҙәге 150 ашыу профессиональ рәссамдар һәм сәнғәт мәктәбендә белем алған балалар ҡатнашҡан....

“Урал батыр”ға йоғонмағыҙ!
Новости / Тарих // 9-06-2016, 16:51


“Урал батыр”ға йоғонмағыҙ!Баймаҡ районы һәм ҡалаһының "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Азамат Мөхәмәтшиндың уйландырырлыҡ һәм фәһем алырлыҡ мәҡәләһен уҡығыҙ. Төп нөсхә үткән аҙнала баҫылды, http://hakmar.ru/?new=6653 адресы буйынса сайтҡа һалынды.

Рәсәйҙең абруйлы баҫмаһы – “Аргументы и Факты” гәзитенең “АиФ Башкортостан” төбәк ҡушымтаһында (20-се һан) журналист Алексей Шушпановтың “О культуре без письменности, евроцентризма и мифотворчества” материалы донъя күрҙе. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Р.Күзеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Игорь Кучумов хәҙерге тарихи фән үҙенсәлектәре тураһында интервью бирә. Мәҡәләлә халҡыбыҙҙың ҡиммәтле мираҫы – “Урал батыр” эпосына, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә бысраҡ ташлана, яла яғыла. “Поэт Мухаметша Бурангулов создал “Урал батыр” из разных кусочков устного народного творчества”, “О Бурангулове как малограмотном, интересующемся культурой националисте, не отделявшем народное творчество от собственного...” тигән ярлыҡ тағыла. “Впервые эпос опубликовали в 1972 году в журнале “Агидель”. Думаю, это произошло в рамках начатой тогда республиканским истеблишментом кампании за усиление “башкирскости” края. Накануне принятия новой конституции 1977 года обсуждался вопрос сохранения БАССР. И местная номенклатура, боясь потерять власть, решила так усилить позиции республики”, – тип үҙ фекерен белдерә ғалим....

БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫНА ҺӘЙКӘЛГӘ АҠСА ЙЫЙЫШАЙЫҠ!
Новости / Тарих // 18-03-2016, 13:46


БАШҠОРТ БАТЫРҘАРЫНА ҺӘЙКӘЛГӘ АҠСА ЙЫЙЫШАЙЫҠ!
Силәбе өлкәһенең башҡорттар йәшәгән төбәге Арғаяшта 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙе ҡаһармандарса һаҡлаған легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйырға йыйыналар.
Башкавдивизия яугирҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы фекерҙе Йосоп Ҡунаҡбаев ҡуҙғатты. Тәҡдимде Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре берләшмәһе хуплап ҡаршы алды....

Музей – тарих көҙгөһө
Новости / Тарих // 8-01-2016, 12:05


Музей – тарих  көҙгөһөһәм бына мин Асҡар тыуған яҡты өйрәнеү музейында. Элегерәк тә бында булғаным бар, әлбиттә, әммә һәр бер бүлмәһен ҡарап сығыуҙан уҙа алманым. Был юлы иһә райондың төрлө ауылынан әле береһе, әле икенсеһе килеп инеп, бер-береһе менән дә, музей менән дә таныша тора.
Бер урында айырыуса оло йәнлелек. Баҡтиһәң, килеүселәрҙе районыбыҙҙың күренекле шәхесе, шағирә һәм һәүәҫкәр композитор Зөһрә Фәйзуллинаның тормош һәм ижад юлын яҡтыртҡан стенд йәлеп итә икән. Ошонда уҡ Зөһрә Хәдит ҡыҙы үҙе лә бар, һорауҙарға яуап бирә, кем менәндер ҡосаҡлашып күрешә, кемгәлер үҙе һорау менән мөрәжәғәт итә.
...

Яҡташтары уны онотмай
Новости / Тарих // 18-12-2015, 14:32


Яҡташтары уны  онотмайОшо көндәрҙә Иглин районының Иглин ауылындағы 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҡташыбыҙ, тел белгесе, ғалим һәм педагог, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фе­дерацияһының һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Данис Солтан улы Тикеевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнал­ған хәтер кисәһе уҙҙы.
Данис Солтан улы Тикеев исеме беҙҙең мәктәпкә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 21 майында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы бирелгәйне. Бындай изге, оло эште башҡарып сығыу өсөн берҙәм, маҡсатҡа ынтылышлы, ваҡытын һәм көс-хәлен йәлләмәгән, яҡташтарына битараф булмаған шәхестәр бергә тупланды....

Үҙ телеңдә һөйләшеп, үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырып
Башҡортостан / Тарих // 20-11-2015, 11:12


Үҙ телеңдә һөйләшеп,  үҙ ереңдә рухи һәм матди байлыҡты арттырыпЕр йөҙөндә бөгөн 5 – 6 мең тел иҫәпләнә, шуның бер өлөшө булған өс меңләгән “тере” тел ун ике ҙур булған ғаиләгә бүленгән. Тел ғаиләләренә ингән телдәр һаны ла, ул телдәрҙә һөйләшеүсе халыҡтар һаны ла төрлөсә. Миҫал өсөн һинд-европа тел ғаиләһен алайыҡ: ул үҙе ун төркөмгә бүленә һәм 95 телдән тора. Был тел ғаиләһенә, мәҫәлән, бер Һиндостанда булған ғына 24 тел ҡарай. Герман телдәре төркөмөнә ун тел инә: немец, инглиз, нидерланд һ.б. Роман төркөмөндә лә ун тел бар: румын, молдован, итальян, француз, испан, португал һ.б. Балтик төркөмөнә ике тел, йәғни литва һәм латыш теле ҡарай. Славян телдәре төркөмөнә –11, Иран төркөмөнә – 31 тел (фарсы, афған, тажик һ.б.) ҡарай. Семит-хәмит ғаиләһенең төп телдәре – ғәрәп һәм йәһүдтәрҙеке. Алтай ғаиләһе үҙе өс төркөмдән тора: төрки телдәр, монгол телдәре, тунгус-манжур телдәре....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM