НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Металлург» бер аяғы менән финалда
Новости / Спорт // 11-04-2014, 04:04


«Металлург» бер аяғы менән финалдаШулай ҙа беҙҙең өмөт бөтөнләй һүнмәгән әле
«Алышта еңелдек, әммә көрәш дауам итә», – тине «Салауат Юлаев» менән «Металлург» (Магнитогорск) командалары араһында булған дүртенсе осрашыуҙан һуң өфөләрҙең һаҡсыһы Артурс Кулда. Эйе. Әлегә дөйөм иҫәп дәғүәсе файҙаһына 3:1 булһа ла, күптәр­ҙең ошондай ауыр хәлде йырып сыҡҡаны бар. Юлаевсылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Йәл, әлбиттә, футбол иҫәбенә еңелеүе....

Яҙыуҙа ғына түгел, спортта ла алдынғылар
Новости / Спорт // 4-04-2014, 16:13


Яңыраҡ Башҡортостан Журналистар союзы республикабыҙҙың киң мәғлүмәт һәм телерадио журналистары араһында Сочиҙа уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарына арнап һәм сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында волейбол буйынса турнир уҙғарҙы.
Шулай уҡ БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы физик яҡтан тәрбиәләү һәм Олимпия резервы әҙерләү буйынса идаралығы ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Спорт байрамында гәзит, журнал, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән айырым командалар көс һынашты. Мауыҡтырғыс та, көсөргәнешле лә ярышта беренсе урынды һәм күсмә кубокты гәзит журналистары яуланы....

Әле тынысланырға урын юҡ
Новости / Спорт // 31-03-2014, 07:56


Әле  тынысланырға  урын юҡ– Афарин тәрбиәләнеүселәремә. Осрашыу аҙағында ике тапҡыр өҫтөнлөк итеп, еңеүҙе юғалта яҙһалар ҙа, көс табып, барыбер маҡсатҡа ирештеләр. Ғорур­ланмаҫлыҡ түгел шул, – тине дүртенсе уйындан һуң «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Владимир Юрзинов.
Эйе шул. Нишләптер өфөләр дәғүәсеһенән өҫтөнлөк итһә, һәр ваҡыт, иҫәпте һаҡлап ҡалыу ниәтенәнме, үҙ яғында бикләнә лә ҡуя. Был беренсе күренеш түгел. Ҡапҡасыбыҙ Василевский ҙа үтә алмаҫлыҡ стена түгел. Ул да йән эйәһе, гел генә хатаһыҙ ҙа уйнап булмай. Былай ҙа күп осраҡта команданы ҡотҡара. Ә былай «Салауат Юлаев»тың айырым билдәләрлек уйынсыһы булмаһа ла, команда рухы күҙгә салына. Ана шул команда уйыны менән дә инде улар көсөргәнешле бәйгелә «Торпедо»ны еңде. Хәҙер бына «Барыҫ»ҡа ла ныҡлап йәбешмәксе. Өфөлә ике кәрәкле еңеүҙе яулағас, Конференция­ның финалына ла күп ҡалманы. Әлбиттә, тынысланырға ярамай, сөнки ошондай өҫтөнлөктән дә йырып сығыусылар булды. Алыҫҡа йөрөмәй генә шул уҡ «Барыҫ»ты алайыҡ. Уҙған миҙгелдә улар плей-оффта «Трактор» командаһын дөйөм 3:1 иҫәбенә еңә килеп, ҡалған өс осрашыуҙа еңелә һәм төп бәйгенән төшөп ҡала. Улар быны яҡшы аңлай һәм әле алда көрәш булыр, моғайын....

Беҙҙекеләр булдырҙы!
Новости / Спорт // 21-03-2014, 05:16


Беҙҙекеләр булдырҙы!Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Сочиҙағы Паралимпия еңеүселәре һәм призерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, туғандары, дуҫтары һәм журналистар ҡаршы алды....

Сит илдекеләр ҙә тимер түгел шул…
Новости / Спорт // 21-03-2014, 04:32


Рәсәйҙең төп командалары ла Премьер-лига беренселеген дауам итеп, ике турын үткәрҙе лә инде.
Әлегә унда “Локомотив” 43 мәрәйе менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысында урынлашты. “Зенит“ – икенсе (41 мәрәй). Уларҙан бер мәрәйгә ҡалышҡан “Спартак” уйынсылары башта “Терек”ка 0:1 иҫәбенә еңел­һә, икенсеһендә чемпионат аутсайдеры – “Анжи” клубы менән 2:2 иҫәбенә таралышты. Шул һөҙөмтәнән һуң клуб етәкселеге “Спартак”тың баш тренеры Валерий Карпинды отставкаға ебәрҙе....

«Барыҫ» Гагарин кубогына табан бер аҙым яһаны
Новости / Спорт // 21-03-2014, 04:29


«Барыҫ» Гагарин кубогына табан  бер аҙым  яһаныйәки Ҡаҙағстан хоккейсылары, ниһайәт, плей-оффтың беренсе баҫҡысын үтеп, киләһендә «Салауат Юлаев» менән көрәшәсәк
Нервыларҙы ҡаҡшата-ҡаҡшата тырыша торғас, «Салауат Юлаев» командаһы етенсе хәл иткес осрашыуҙа Түбәнге Новгородтың «Торпедо» уйынсыларын көскә «һындырып», үҙ Конференция­һының ярымфиналына сыҡты....

Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алды
Новости / Спорт // 19-03-2014, 09:01


Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алдыБөгөн төндә Өфөгә Сочиҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүселәре Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович һәм уларҙың тренерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, спортсыларҙың туғандары, дуҫтары, БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге вәкилдәре, журналистар ҡаршы алды. Тантана мәлендә Шишмә һәм Мишкә райондарының бейеү ансамблдәре сығыш яһаны. Аҙаҡтан спортсылар менән ҡыҫҡаса конференция үткәрелде. Улар үҙҙәренең уңыштары, яҡындарын, тыуған ерҙе һағыныуҙары тураһында тураһында һөйләне. Киләсәккә пландары тураһында һораған саҡта Паралимпия уйындарының күп тапҡыр призеры Ирек Зарипов үҙенең спорт карьераһын тамамларға теләүе хаҡында белдерҙе. Ул артабан йәмәғәт эше һәм сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләй.
Әйткәндәй, бер аҙ ваҡыт үткәс, йыйылыусылар Олимпия чемпионы Руслан Захаровты һәм уның тренеры Андрей Максимовты ла ҡаршы алды....

Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:04


Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»   Заман башҡа – заң башҡа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бына беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбе лә Сочиҙағы ХХII Ҡышҡы Олимпиада уйындарын күҙәтеп кенә барманы, ә үҙебеҙҙә лә ошондай бәләкәй генә спорт байрамы ойошторҙо. Шулай итеп, февралдә мәктәбебеҙ тулыһынса хәрби-спорт мәктәбенә әүерелде....

батырыусылары эргәлә генә тора...
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:03


Хоккей буйынса Гагарин кубогының тәүге сирекфиналсылары асыҡланды. Йыл да төп призға ымһынып, иң көслө уйынсыларҙы үҙенә йәлеп иткән СКА командаһы был юлы нисектер ЦСКА-ны дүрт осрашыуҙа ла еңел генә еңде. Чехияның «Лев» клубы ла КХЛ дебютанты – Хорватияның «Мед­вешчак» командаһынан дүрт уйында ла көслөрәк булып сыҡты. Шулай уҡ Донецк ҡалаһының «Донбасс» хоккейсыларына ла сирекфиналға сығыу өсөн дәғүәсеһен бер тапҡыр ғына еңергә ҡалды. Улар Лат­вияның «Динамо»һына ҡаршы һынау тота. Әлегә иҫәп Украина командаһы файҙаһына – 3:1.
Ике миҙгел рәттән Гагарин кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Динамо»һы был юлы 1/8 финалда ауырлыҡ кисерә. Уның дәғүәсеһе – «Локомотив» уйынсылары ныҡлап «тешләшергә» булды....

Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:03


Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡПаралимпия уйындары ла тамамланыуға бара. Рәсәй спортсылары көндән-көн ҙур уңыштарға өлгәшеп, дөйөм миҙалдар һанын 47-гә еткерҙе. Хәҙер уларҙың иҫәбендә – 16 алтын, 18 көмөш һәм 13 бронза миҙал. Был уңышҡа Башҡор­тостан спортсылары ла тос ҡына өлөш индерә. Уларҙың иҫәбендә – ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал. Юғары уңышҡа иң тәүҙә паралимпиясылар араһында иң йәше булған Азат Ҡарасурин өлгәште. Ул үҙ карьераһында тәүгә Паралимпия уйындары чемпионы булды. Һуңынан атаҡлы паралимпиясыбыҙ, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Кирилл Михайлов үҙенең бишенсе «алтын»ын алды. Шулай уҡ Ванкуверҙың дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов та миҙалһыҙ ҡалманы....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM