НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»
Новости / Спорт // 14-11-2014, 04:44


Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер нисә көн ял итеп алғандан һуң үҙ майҙанында КХЛ дебютанты, дөрөҫөрәге, быйыл ғына төҙөлгән «Сочи» хоккей клубын ҡабул иткәйне.
Белеүебеҙсә, өфөләр уларҙы еңел генә 6:2 иҫәбенә еңде. Шунан беҙгә ҡунаҡҡа Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Авангард» командаһы килде. Быйылғы миҙгелдә юлаевсылар улар менән бер тапҡыр көс һынашып өлгөргәйне....

Тимур Юнысов: “Юрий Борзаковский кеүек үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға ирешкем килә”
Новости / Спорт // 23-10-2014, 09:07


Тимур Юнысов:   “Юрий Борзаковский кеүек  үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға  ирешкем килә”Афарин, яҡташ. Әлеге заманда шундай егеттәр генә кәрәк. Сөнки күптәр, тормош ауырлығына зарланып, еңел-елпе хыялдар менән йәшәүҙе хуп күрә. Көнө-төнө интернет селтәрендә аҙашып, хатта кирелергә лә ваҡыт тапмай. Спорт тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ һымаҡ. Әлбиттә, бөтәһенә лә спортсы булырға кәрәклеге тураһында һүҙ бармай, ә үҙе өсөн әҙерәк кенә булһа ла сәләмәт тормош алып барыу ҡамасауламаҫ ине. Ана шундай егеттәрҙең береһе ул беҙҙең геройыбыҙ. Тимур ҙа башҡа үҫмер балалар кеүек ябай тормошта йәшәп, әллә нимәһе менән айырылмай. Мәктәптә уҡый, уйнай, телевизор, компьютерҙы ла онотмай. Ҡайһы саҡ йүгерергә лә ярата....

«Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ы
Новости / Спорт // 27-06-2014, 13:48


«Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ыБерҙәмлек, тигәндәй, ошо көндәрҙә Болгарияның Кране ҡалаһында “Болгар раузаһы” тип исемләнгән VI халыҡ-ара дуҫлыҡ, спорт һәм сәнғәт фестивале үтте. Сараның да ниндәйе бит әле! Унда донъяның төрлө мөйөштәренән көслө балалар йыйылғайны. Девизы иһә нәҡ шул татыу­лыҡ һәм берҙәмлек булдырыуға йүнәлтелде. Ҡыуаныслыһы шул: Башҡортостан намыҫын яҡлаған Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле һәм “Йондоҙ” вокал-эстрада студияһы малай-ҡыҙҙары республика исеменә тап төшөрмәне. Тәүгеләре – (әйткәндәй, улар сит илгә беренсе тапҡыр бармай, һуңғы йылдарҙа Төркиә, Франция тарафтарын күреп ҡайттылар), икенселәре II дәрәжә дипломға эйә булды. Яҡташтарыбыҙға еңеү нисек бирелгән? Халыҡ-ара конкурс ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған?...

Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!
Новости / Спорт // 30-05-2014, 05:00


Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион! Хоккей буйынса 78-се тапҡыр үткәрелгән донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы төп бәйгенең еңеүсеһе булып, илебеҙ тарихында бишенсе тапҡыр чемпион исемен яуланы.
Һуңғы тапҡыр беҙҙекеләр 2012 йылда «алтын»лы булғайны. Ғөмүмән, СССР заманын да ҡушҡанда, улар бөтәһе 27 тапҡыр еңеүсе булып таныла. Төп дәғүәсебеҙ – Канада командаһы 24 тапҡыр алдынғылыҡты бирмәй. Шунан, күпкә ҡалышып, Чехия хоккейсылары килә. Уларҙың иҫәбендә – 12 еңеү. Әлеге беренселектә бронза миҙал яулаған Швеция уйынсылары юғары баҫҡысҡа туғыҙ тапҡыр күтәрелә. Көмөш миҙал призеры – Финляндия командаһы ике тапҡыр алтын миҙал тәмен татый....

ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 30-05-2014, 04:59


Маҡсатына ирешеүен-иреште лә ул…
ҙур спорт тирәләй
«Өфө» футболсылары киләһе миҙгелде үҙ тарихында тәүгә Рәсәй беренселегенең Премьер-лигаһында башлаясаҡ.
Бынан биш йыл элек кенә республикабыҙҙың баш ҡалаһында тергеҙелеп, «Өфө» клубы үҙенә Премьер-лигаға сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Һәм бына быйылғы миҙгелдә юғары лигала дүртенсе урынға сығып, элиталы дивизионға сығыу мөмкинлеген яуланы. Тик бының өсөн Премьер-лиганың бер клубы менән ике уйын үткәреү талап ителде....

Яугир рухын хөрмәтләп
Новости / Спорт // 30-05-2014, 04:57


Яугир рухын хөрмәтләп	Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәповтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте.
Был сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы, спортсы­лар­ҙың үҙ-ара дуҫлығын, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Турнир Бөтә Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы муниципаль районы хакимиәте менән берлектә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән ойошторолдо....

Үҙенсәлекле ярыш
Новости / Спорт // 17-05-2014, 12:30


Бурлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе спорт һөйөүселәр өсөн волейбол буйынса “Яугилде кубогы”на ярыш ойоштороу матур йолаға әүеререлде. Етенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Бурлынан Зәйнуллиндар, Яугилденән Абдуллин-Солтанморатов­тарҙың берләштерелгән ғаилә командалары, Бурлы, Ҡорман­тау, Яугилде, Ерек һәм ҡунаҡ сифатында Үзбәк, Красноусол ауылдары командалары ҡатнашты.
Спорт байрамы Яугилде мәктәбендә тантаналы шарттарҙа башланып китте. Ярышты төп ойоштороу­сы, Яугилде ауылы патриоты, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе, ярыштың ойошторолоу маҡсатын аңлатып үтте....

ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 2-05-2014, 09:58


Кличколарға ҡаршы тороусылар юҡ
ҙур спорт тирәләй
Профессиональ бокссылар араһында өс версия буйынса донъя чемпионы, билдәле Украина спортсыһы Влади­мир Кличко WBO версияһының билбауына дәғүә иткән Австралия ауыр атлеты Алекс Леапаи менән осрашты....

Бәхетле билет – тормош бүләге
Новости / Спорт // 2-05-2014, 09:56


Бәхетле билет – тормош бүләгеСалауат районының Ҡаратаулы ауылынан Әнис Зарипов Сочиҙағы Паралимпия уйындарын ҡарап ҡайта
– Яңы йыл кисәһендә “2014 йылда диңгеҙ буйына бараһың” тигән көлкөлө уйын билетын тартып алғас, әлбиттә, быға ышанманым. 53 йыл буйына диңгеҙҙе күрмәгәс, хәҙер олоғайған көнөмдә сәйәхәткә сығып китмәҫмен инде, тип ҡуйғайным, – тип һөйләп алып китте Со­чиҙағы Паралимпия уйындарында булып ҡайтҡан Әнис Зарипов....

“Барыҫ”тар ил шаулата
Новости / Спорт // 25-04-2014, 06:52


“Барыҫ”тар ил шаулатаБаймаҡ ҡалаһының “Барыҫ” көнсығыш һуғыш алымдары клу­бы бөтә донъяға киң танылыу алды тиһәм, һис хата булмаҫ. Ысынлап та, бында шөғөлләнгән балалар донъя чемпионы булып та билдәлелек яуланы. Быйыл Ҡазан ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында Та­тарстан, Сы­уашстан, Удмурт Республи­калары, Һарытау, Киров, Һа­мар өлкәләре, Пермь крайы спортсылары ҡатнашты. Баш­ҡортостан командаһы составына Баймаҡтың ушу-саньда буйынса ете көрәшсеһе лә инде. Шуларҙың алтауһы – Ерлан Мәмбәт­ҡолов, Айгиз Иҙелбаев, Ләйлә Гаджиева, Тимур Мостафин, Илһам Йәнбәков, Рауил Ҡотләхмәтов – беренсе, Вилдан Ғүмәров өсөнсө урынды яуланы. Һөҙөмтәлә беренсе урын яулаусылар Рәсәй беренселегенә үтте, Башҡортостан командаһы ярышта икенсе урынды алды. Бында Баймаҡ “Барыҫ”тарының өлөшө бик ҙур....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ылау (Хикәйә)
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА



  • Радио Юлдаш FM