НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Барыҫ» Гагарин кубогына табан бер аҙым яһаны
Новости / Спорт // 21-03-2014, 04:29


«Барыҫ» Гагарин кубогына табан  бер аҙым  яһаныйәки Ҡаҙағстан хоккейсылары, ниһайәт, плей-оффтың беренсе баҫҡысын үтеп, киләһендә «Салауат Юлаев» менән көрәшәсәк
Нервыларҙы ҡаҡшата-ҡаҡшата тырыша торғас, «Салауат Юлаев» командаһы етенсе хәл иткес осрашыуҙа Түбәнге Новгородтың «Торпедо» уйынсыларын көскә «һындырып», үҙ Конференция­һының ярымфиналына сыҡты....

Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алды
Новости / Спорт // 19-03-2014, 09:01


Өфө Олимпия һәм Паралимпия чемпиондарын ҡаршы алдыБөгөн төндә Өфөгә Сочиҙа үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындары еңеүселәре Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Александр Давидович һәм уларҙың тренерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, спортсыларҙың туғандары, дуҫтары, БДМУ-ның Волонтерҙар үҙәге вәкилдәре, журналистар ҡаршы алды. Тантана мәлендә Шишмә һәм Мишкә райондарының бейеү ансамблдәре сығыш яһаны. Аҙаҡтан спортсылар менән ҡыҫҡаса конференция үткәрелде. Улар үҙҙәренең уңыштары, яҡындарын, тыуған ерҙе һағыныуҙары тураһында тураһында һөйләне. Киләсәккә пландары тураһында һораған саҡта Паралимпия уйындарының күп тапҡыр призеры Ирек Зарипов үҙенең спорт карьераһын тамамларға теләүе хаҡында белдерҙе. Ул артабан йәмәғәт эше һәм сәйәсәт менән шөғөлләнергә теләй.
Әйткәндәй, бер аҙ ваҡыт үткәс, йыйылыусылар Олимпия чемпионы Руслан Захаровты һәм уның тренеры Андрей Максимовты ла ҡаршы алды....

Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:04


Әбделмәмбәттә – «Олимпиада – 2014»   Заман башҡа – заң башҡа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул. Бына беҙҙең Әбделмәмбәт мәктәбе лә Сочиҙағы ХХII Ҡышҡы Олимпиада уйындарын күҙәтеп кенә барманы, ә үҙебеҙҙә лә ошондай бәләкәй генә спорт байрамы ойошторҙо. Шулай итеп, февралдә мәктәбебеҙ тулыһынса хәрби-спорт мәктәбенә әүерелде....

батырыусылары эргәлә генә тора...
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:03


Хоккей буйынса Гагарин кубогының тәүге сирекфиналсылары асыҡланды. Йыл да төп призға ымһынып, иң көслө уйынсыларҙы үҙенә йәлеп иткән СКА командаһы был юлы нисектер ЦСКА-ны дүрт осрашыуҙа ла еңел генә еңде. Чехияның «Лев» клубы ла КХЛ дебютанты – Хорватияның «Мед­вешчак» командаһынан дүрт уйында ла көслөрәк булып сыҡты. Шулай уҡ Донецк ҡалаһының «Донбасс» хоккейсыларына ла сирекфиналға сығыу өсөн дәғүәсеһен бер тапҡыр ғына еңергә ҡалды. Улар Лат­вияның «Динамо»һына ҡаршы һынау тота. Әлегә иҫәп Украина командаһы файҙаһына – 3:1.
Ике миҙгел рәттән Гагарин кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Динамо»һы был юлы 1/8 финалда ауырлыҡ кисерә. Уның дәғүәсеһе – «Локомотив» уйынсылары ныҡлап «тешләшергә» булды....

Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡ
Новости / Спорт // 14-03-2014, 06:03


Уларға һәйкәл ҡуйырлыҡПаралимпия уйындары ла тамамланыуға бара. Рәсәй спортсылары көндән-көн ҙур уңыштарға өлгәшеп, дөйөм миҙалдар һанын 47-гә еткерҙе. Хәҙер уларҙың иҫәбендә – 16 алтын, 18 көмөш һәм 13 бронза миҙал. Был уңышҡа Башҡор­тостан спортсылары ла тос ҡына өлөш индерә. Уларҙың иҫәбендә – ике алтын, бер көмөш һәм ике бронза миҙал. Юғары уңышҡа иң тәүҙә паралимпиясылар араһында иң йәше булған Азат Ҡарасурин өлгәште. Ул үҙ карьераһында тәүгә Паралимпия уйындары чемпионы булды. Һуңынан атаҡлы паралимпиясыбыҙ, дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Кирилл Михайлов үҙенең бишенсе «алтын»ын алды. Шулай уҡ Ванкуверҙың дүрт тапҡыр чемпионы Ирек Зарипов та миҙалһыҙ ҡалманы....

Алтынсы «Гагарин»ға һунар ҡыҙыу булмаҡсы
Новости / Спорт // 7-03-2014, 03:48


Алтынсы «Гагарин»ға һунар ҡыҙыу булмаҡсыйәки КХЛ беренселегенең 16 көслө командаһы төп кубок өсөн плей-офф уйындарын башланы
Шулай итеп, хоккей буйынса КХЛ беренселегенең сираттағы алтынсы даими бәйгеһе тамамланды. Уның еңеүсеһе булып ике йыл рәттән Гагарин кубогын яулаусы Мәс­кәүҙең «Динамо» командаһы танылды.
Ғөмүмән, быйылғы чемпионат сюрприздарға ла бай булды. Уҙған миҙгелдәге төп бәйгенең финалсыһы – Силә­бенең «Трактор» командаһы быйыл хатта плей-оффҡа ла сыға алманы. Шулай уҡ миҙгел һайын Гагарин кубогы өсөн көрәшеүсе Омскиҙың «Авангард» клубы ла быйыл төп бәйгене ситтән күҙәтәсәк. «Нефтехимик», «Атлант», «Северсталь» кеүек көслө генә командалар ҙа үҙ маҡсатына ирешә алмай, күңелен өмөт кубогы бәйгеһендә йыуа­тасаҡ....

Ауырлыҡтарҙы еңеп. Еңеүҙәр яулап. Рухландырып
Новости / Спорт // 7-03-2014, 03:47


Ауырлыҡтарҙы еңеп. Еңеүҙәр яулап. Рухландырып3 мартта Өфөлә үткән Паралимпия уты эстафетаһы ошо девиз аҫтында ойошторолдо
Бөгөн Сочиҙа башланған XI Ҡыш­ҡы Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы спортсылар көн һайын үҙҙәрендә бар ауырлыҡты еңергә көс таба, яңынан-яңы рекордтарға ирешә. Ошондай рух батырлығы менән улар бар кешелеккә өлгө күрһәтә, йәшәргә көс-дәрт бирә....

Паралимпия уты башҡорт бейеүе мәлендә ҡабыҙыласаҡ
Новости / Спорт // 28-02-2014, 13:41


Паралимпия уты башҡорт бейеүе мәлендә ҡабыҙыласаҡШаршамбыла Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ошо турала һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Сергей Степанов, буласаҡ факелсылар ҡатнашты.
26 февралдә Чукот ярымутрауының иң ситке нөктәһендә – Дежнев морононда “Сочи – 2014” Паралимпия уты эстафетаһы старт алды. Ул һигеҙ федераль округ, 45 ҡала буйлап сәйәхәт итәсәк. Эстафета үҙенең бишенсе көнөндә Өфөгә килеп етәсәк. 51 кеше утты бер-береһенә тапшырасаҡ.
Был эстафета Паралимпия уйындары тарихында иң ҡыҙыҡлыһы тип билдәләнгән. Көн һайын ут бер федераль округтың ҡалаларында ҡабыҙыласаҡ, уны бер төбәктән икенсеһенә тапшырыу ысулы ла төрлө буласаҡ. Ҡояш яҡтыһы, һандал һәм сүкеш, рус мейесе, вулкан осҡоно – утты тоҡандырыу алымдары ла алмашынып торасаҡ....

Ҡыҙҙар сәпкә төҙ ата!
Новости / Спорт // 28-02-2014, 13:23


Ҡыҙҙар сәпкә төҙ ата!Учалы районының Озерный урта мәктәбендә быйыл өсөнсө тапҡыр яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә хәрби-ғәмәли төрҙәр буйынса ярыштар уҙғарылды
Күңелдәрҙә сәм осҡоно янған саҡта, көндөң һыуыҡлығы ғына сәм­леләр­ҙе туҡтата аламы? Юҡ, әлбиттә! Һәм быны, һалҡындарға ҡарамаҫтан, ярышта ҡатнашыр өсөн төпкөлдә ятҡан Озерный урта мәктәбенә килеп еткән тиҫтәнән ашыу ко­манда раҫланы. Бик матур, ойошҡан рәүештә башланды сара: ошо белем усағында уҡыған яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә ҡу­йылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды, абруйлы ҡунаҡтар тарафынан ярыш­та ҡатнашыусыларға матур теләктәр әйтелде. Учалы автомәктәбенең йөҙ саҡрымлыҡ марш үткән йөк машиналары колоннаһы килеп етеп, сараның әһәмиәтен тағы ла арттырып ебәрҙе....

Хәйбуллала ла – Олимпиада
Новости / Спорт // 28-02-2014, 13:22


Хәйбуллала ла – Олимпиада Байғусҡар мәҙәниәт йорто төрлө төҫтәге бәләкәй флагтар, Башҡортостан һәм Рәсәй флагы, “Һаумы, олимпиада!”, “Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!” плакаттары менән биҙәлгән, Олим­пиа­­даға арналған матур йырҙар яңғырай. Сочи ҡалаһында ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындары башланыу­ға арнап, ауыл мәҙәниәт йортонда спорт байрамы үткәрелде. Бындай күркәм сарала ауылдың йәше лә, ҡарты ла бик әүҙем ҡатнашты. Ярыштар башланыр алдынан, ауыл китапханасыһы Резеда Ҡолсон­баева Олимпиада уйындарының нисек, ҡайҙа барлыҡҡа килеүе тарихы менән таныштырып үтте....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM