НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яугир рухын хөрмәтләп
Новости / Спорт // 30-05-2014, 04:57


Яугир рухын хөрмәтләп	Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәповтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте.
Был сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы, спортсы­лар­ҙың үҙ-ара дуҫлығын, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Турнир Бөтә Рәсәй билбаулы көрәш федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы муниципаль районы хакимиәте менән берлектә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән ойошторолдо....

Үҙенсәлекле ярыш
Новости / Спорт // 17-05-2014, 12:30


Бурлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе спорт һөйөүселәр өсөн волейбол буйынса “Яугилде кубогы”на ярыш ойоштороу матур йолаға әүеререлде. Етенсе тапҡыр ойошторолған ярышта Бурлынан Зәйнуллиндар, Яугилденән Абдуллин-Солтанморатов­тарҙың берләштерелгән ғаилә командалары, Бурлы, Ҡорман­тау, Яугилде, Ерек һәм ҡунаҡ сифатында Үзбәк, Красноусол ауылдары командалары ҡатнашты.
Спорт байрамы Яугилде мәктәбендә тантаналы шарттарҙа башланып китте. Ярышты төп ойоштороу­сы, Яугилде ауылы патриоты, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов спортсыларға изге теләктәрен еткерҙе, ярыштың ойошторолоу маҡсатын аңлатып үтте....

ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 2-05-2014, 09:58


Кличколарға ҡаршы тороусылар юҡ
ҙур спорт тирәләй
Профессиональ бокссылар араһында өс версия буйынса донъя чемпионы, билдәле Украина спортсыһы Влади­мир Кличко WBO версияһының билбауына дәғүә иткән Австралия ауыр атлеты Алекс Леапаи менән осрашты....

Бәхетле билет – тормош бүләге
Новости / Спорт // 2-05-2014, 09:56


Бәхетле билет – тормош бүләгеСалауат районының Ҡаратаулы ауылынан Әнис Зарипов Сочиҙағы Паралимпия уйындарын ҡарап ҡайта
– Яңы йыл кисәһендә “2014 йылда диңгеҙ буйына бараһың” тигән көлкөлө уйын билетын тартып алғас, әлбиттә, быға ышанманым. 53 йыл буйына диңгеҙҙе күрмәгәс, хәҙер олоғайған көнөмдә сәйәхәткә сығып китмәҫмен инде, тип ҡуйғайным, – тип һөйләп алып китте Со­чиҙағы Паралимпия уйындарында булып ҡайтҡан Әнис Зарипов....

“Барыҫ”тар ил шаулата
Новости / Спорт // 25-04-2014, 06:52


“Барыҫ”тар ил шаулатаБаймаҡ ҡалаһының “Барыҫ” көнсығыш һуғыш алымдары клу­бы бөтә донъяға киң танылыу алды тиһәм, һис хата булмаҫ. Ысынлап та, бында шөғөлләнгән балалар донъя чемпионы булып та билдәлелек яуланы. Быйыл Ҡазан ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында Та­тарстан, Сы­уашстан, Удмурт Республи­калары, Һарытау, Киров, Һа­мар өлкәләре, Пермь крайы спортсылары ҡатнашты. Баш­ҡортостан командаһы составына Баймаҡтың ушу-саньда буйынса ете көрәшсеһе лә инде. Шуларҙың алтауһы – Ерлан Мәмбәт­ҡолов, Айгиз Иҙелбаев, Ләйлә Гаджиева, Тимур Мостафин, Илһам Йәнбәков, Рауил Ҡотләхмәтов – беренсе, Вилдан Ғүмәров өсөнсө урынды яуланы. Һөҙөмтәлә беренсе урын яулаусылар Рәсәй беренселегенә үтте, Башҡортостан командаһы ярышта икенсе урынды алды. Бында Баймаҡ “Барыҫ”тарының өлөшө бик ҙур....

«Металлург» бер аяғы менән финалда
Новости / Спорт // 11-04-2014, 04:04


«Металлург» бер аяғы менән финалдаШулай ҙа беҙҙең өмөт бөтөнләй һүнмәгән әле
«Алышта еңелдек, әммә көрәш дауам итә», – тине «Салауат Юлаев» менән «Металлург» (Магнитогорск) командалары араһында булған дүртенсе осрашыуҙан һуң өфөләрҙең һаҡсыһы Артурс Кулда. Эйе. Әлегә дөйөм иҫәп дәғүәсе файҙаһына 3:1 булһа ла, күптәр­ҙең ошондай ауыр хәлде йырып сыҡҡаны бар. Юлаевсылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Йәл, әлбиттә, футбол иҫәбенә еңелеүе....

Яҙыуҙа ғына түгел, спортта ла алдынғылар
Новости / Спорт // 4-04-2014, 16:13


Яңыраҡ Башҡортостан Журналистар союзы республикабыҙҙың киң мәғлүмәт һәм телерадио журналистары араһында Сочиҙа уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарына арнап һәм сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында волейбол буйынса турнир уҙғарҙы.
Шулай уҡ БР Мәғариф министрлығының уҡыусыларҙы физик яҡтан тәрбиәләү һәм Олимпия резервы әҙерләү буйынса идаралығы ошо сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте. Спорт байрамында гәзит, журнал, телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәренән төҙөлгән айырым командалар көс һынашты. Мауыҡтырғыс та, көсөргәнешле лә ярышта беренсе урынды һәм күсмә кубокты гәзит журналистары яуланы....

Әле тынысланырға урын юҡ
Новости / Спорт // 31-03-2014, 07:56


Әле  тынысланырға  урын юҡ– Афарин тәрбиәләнеүселәремә. Осрашыу аҙағында ике тапҡыр өҫтөнлөк итеп, еңеүҙе юғалта яҙһалар ҙа, көс табып, барыбер маҡсатҡа ирештеләр. Ғорур­ланмаҫлыҡ түгел шул, – тине дүртенсе уйындан һуң «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Владимир Юрзинов.
Эйе шул. Нишләптер өфөләр дәғүәсеһенән өҫтөнлөк итһә, һәр ваҡыт, иҫәпте һаҡлап ҡалыу ниәтенәнме, үҙ яғында бикләнә лә ҡуя. Был беренсе күренеш түгел. Ҡапҡасыбыҙ Василевский ҙа үтә алмаҫлыҡ стена түгел. Ул да йән эйәһе, гел генә хатаһыҙ ҙа уйнап булмай. Былай ҙа күп осраҡта команданы ҡотҡара. Ә былай «Салауат Юлаев»тың айырым билдәләрлек уйынсыһы булмаһа ла, команда рухы күҙгә салына. Ана шул команда уйыны менән дә инде улар көсөргәнешле бәйгелә «Торпедо»ны еңде. Хәҙер бына «Барыҫ»ҡа ла ныҡлап йәбешмәксе. Өфөлә ике кәрәкле еңеүҙе яулағас, Конференция­ның финалына ла күп ҡалманы. Әлбиттә, тынысланырға ярамай, сөнки ошондай өҫтөнлөктән дә йырып сығыусылар булды. Алыҫҡа йөрөмәй генә шул уҡ «Барыҫ»ты алайыҡ. Уҙған миҙгелдә улар плей-оффта «Трактор» командаһын дөйөм 3:1 иҫәбенә еңә килеп, ҡалған өс осрашыуҙа еңелә һәм төп бәйгенән төшөп ҡала. Улар быны яҡшы аңлай һәм әле алда көрәш булыр, моғайын....

Беҙҙекеләр булдырҙы!
Новости / Спорт // 21-03-2014, 05:16


Беҙҙекеләр булдырҙы!Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Сочиҙағы Паралимпия еңеүселәре һәм призерҙары әйләнеп ҡайтты. Аэропортта уларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, туғандары, дуҫтары һәм журналистар ҡаршы алды....

Сит илдекеләр ҙә тимер түгел шул…
Новости / Спорт // 21-03-2014, 04:32


Рәсәйҙең төп командалары ла Премьер-лига беренселеген дауам итеп, ике турын үткәрҙе лә инде.
Әлегә унда “Локомотив” 43 мәрәйе менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысында урынлашты. “Зенит“ – икенсе (41 мәрәй). Уларҙан бер мәрәйгә ҡалышҡан “Спартак” уйынсылары башта “Терек”ка 0:1 иҫәбенә еңел­һә, икенсеһендә чемпионат аутсайдеры – “Анжи” клубы менән 2:2 иҫәбенә таралышты. Шул һөҙөмтәнән һуң клуб етәкселеге “Спартак”тың баш тренеры Валерий Карпинды отставкаға ебәрҙе....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM