НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йәш гимнастар
Новости / Спорт // 24-04-2015, 17:55


Йәш гимнастар Байым урта мәктәбендә элек-электән спортҡа бик етди иғтибар бүленә. Ата-әсәләр ҙә балаларының физкультура дәрестәрен яратыуына, төрлө ярыштарҙа ҡатнашыуына тик ыңғай ҡарашта. Быйылғы уҡыу йылы башланыу менән, район кимәлендә уҙғарылған төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша башланыҡ. Ә бына дөйөм гимнастика буйынса ярыш районда бишенсе тапҡыр үткәрелә. Башта “Дөйөм гимнастика нимә була, бөтә төр бергә ҡушылғас, снарядтарҙа эшләү ҡайҙа була икән?” – тигән кеүек һорауҙар күп булды. Традицион гимнастиканы яңыға алмаштырыу – бер яҡтан, яңыны өйрәнеү ҡыйынлыҡтар тыуҙырһа, икенсе яҡтан, был төрҙө алып барып сығарып булырмы икән, тигән уйҙар башта ҡайнаны. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, эште ҡурҡа-ҡурҡа башлап ебәрҙек. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне. Балаларҙың тырышып эшләүе, музыка аҫтында ирекле күнегеүҙәр, акробатика, спорт ҡорамалдарында күнекмәләр – дөйөм гимнастиканың һәр бүлегендә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һоҡланғыс сығыштары яңынан-яңы уңыштар килтереп торҙо....

Сергей Михалев «Салауат Юлаев»ҡа килде
Новости / Спорт // 13-02-2015, 05:52


Сергей Михалев «Салауат Юлаев»ҡа килде Хоккей белгесе Сергей Михалев миҙгел аҙағына тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директорының ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.
67 йәшлек белгес команданың резервы, уның ойоштороу эше һәм киләһе миҙгелгә составты тулыландырыу менән булышасаҡ. Михалевҡа был эш таныш. Сөнки ул «Салауат Юлаев» командаһын өс тапҡыр – 1987 – 1990, 2005 – 2009 һәм 2011 – 2012 йылдарҙа етәкләй, 2008 йылда Рәсәй чемпионы итә....

Башҡорт һылыуына Роналду кәрәкмәй
Новости / Спорт // 22-01-2015, 09:42


Башҡорт һылыуына Роналду кәрәкмәйДонъя футбол йондоҙо, уҙған миҙгел һөҙөмтәһе буйынса «Алтын туп» призына өсөнсө тапҡыр лайыҡ булған Португалия йыйылма командаһының һөжүмсеһе Криштианк Роналду һөйгәне Ирина Шейк менән ташлашты.
Ирина Шейк (Ирина Шәй­хисламова) билдәле фотомодель, сығышы менән Башҡор­тостандан. Улар Роналду менән бынан дүрт йыл элек танышып, айырылғыһыҙ матур пар бу­лып һанала. Әммә быйыл билдәле футболсыға сираттағы өсөнсө «Алтын туп» призын тапшырғанда, башҡорт һылыуы ул сараға бармай, диңгеҙ буйында ял итә. Шул арала уҡ имеш-мимештәр тарала һәм уларҙың ташлашыуы хаҡында билдәле була....

Спорт донъяһында – яңы “Башҡорт”
Новости / Спорт // 27-12-2014, 14:45


Спорт донъяһында –  яңы “Башҡорт”Яҡташыбыҙ, ММА буйынса профессиональ көрәшсе Илфат Әмиров Мәскәү рингтарында ошо ҡушамат аҫтында сығыш яһай.
– Әлеге ваҡытта ниндәй клубта шөғөлләнәһең?
– Рәсәйҙең топ-клубтарының береһе, “Клуб единоборств №1” тип атала. Етәксеһе – че­чен егете, эш­ҡыуар Руслан Сөләй­мәнов. Йыйылмала – 12 спортсы, барыбыҙ ҙа клуб иҫәбенә шөғөлләнәбеҙ, туҡланабыҙ, кейенәбеҙ. Көнөнә ике тап­ҡыр – иртәле-кисле кү­нек­мәлар үткәрәбеҙ. Әлбиттә, был спаррингтар үҙ-ара ғына була тигәнде аңлатмай. Башҡа клубтар, мәктәптәр менән осрашабыҙ. Мәҫәлән, мин ирекле көрәш менән өҫтәмә шөғөлләнәм, бының өсөн Мәс­кәүҙәге Олимпия резервы мәктәптәрендәге спортсылар менән көрәшәм. Йы­шыраҡ спортсылар үҙҙәре беҙгә килә. Сөнки клубыбыҙ яҡшы йыһазландырыл­ған, ситлек тә бар.
Минең менән бер нисә тренер шөғөлләнә: ирекле көрәш буйынса – берәү, фи­зик әҙерлек буйынса – икенсе, һуғыу алымдары буйынса – өсөнсө....

“Йәшлек”, Спорт һәм... бүләктәр
Спорт / Объявления // 5-12-2014, 16:07


“Йәшлек”, Спорт  һәм... бүләктәрДонъяла йылдан-йыл төрлө кимәлдәге спорт төрҙәре барлыҡҡа килеп, уның менән шөғөлләнеүселәр һаны артҡандан-арта бара. Бигерәк тә хәҙерге йәштәр экстремаль спорт төрөн үҙ итә. Ҡайһы берҙәре яйлап Олимпия төрҙәренә лә инеп бара. Ғөмүмән, спорт, сәләмәт тормош менән бергә, аҡса эшләү шөғөлөнә лә әйләнде. Беҙ ҙә гәзитебеҙ биттәрендә төрлө кимәлдәге ярыш турнирҙарын әүҙем яҡтыртып, уны пропагандалауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Хәҙер бына һеҙҙең ҡарамаҡҡа әүҙем уҡыусыларыбыҙ араһында өс турҙан торған спорт викторинаһын тәҡдим итмәксебеҙ. Һәр тур, 25 һорауҙан тора. һәм уға ҡушып, тәҡдим ителгән һүҙҙе файҙаланып дүрт юллыҡ шиғыр яҙырға кәрәк буласаҡ. Ике аҙна һайын һәр тур һорауҙарын тәҡдим итеп, киләһе йылдың ғинуарында йомғаҡ яһаясаҡбыҙ. Еңеүселәр ана шул өс тур һөҙөмтәһе буйынса билдәләнәсәк. Бәйгелә гәзиткә яҙылыусылар ғына ҡатнаша ала....

Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»
Новости / Спорт // 14-11-2014, 04:44


Уйынға – «бишле», һөҙөмтәгә – «өслө»«Салауат Юлаев» хоккейсылары бер нисә көн ял итеп алғандан һуң үҙ майҙанында КХЛ дебютанты, дөрөҫөрәге, быйыл ғына төҙөлгән «Сочи» хоккей клубын ҡабул иткәйне.
Белеүебеҙсә, өфөләр уларҙы еңел генә 6:2 иҫәбенә еңде. Шунан беҙгә ҡунаҡҡа Көнсығыш конференцияһы лидеры – «Авангард» командаһы килде. Быйылғы миҙгелдә юлаевсылар улар менән бер тапҡыр көс һынашып өлгөргәйне....

Тимур Юнысов: “Юрий Борзаковский кеүек үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға ирешкем килә”
Новости / Спорт // 23-10-2014, 09:07


Тимур Юнысов:   “Юрий Борзаковский кеүек  үрҙәр яулап, ҙур маҡсаттарға  ирешкем килә”Афарин, яҡташ. Әлеге заманда шундай егеттәр генә кәрәк. Сөнки күптәр, тормош ауырлығына зарланып, еңел-елпе хыялдар менән йәшәүҙе хуп күрә. Көнө-төнө интернет селтәрендә аҙашып, хатта кирелергә лә ваҡыт тапмай. Спорт тураһында әйтеп тороуы ла урынһыҙ һымаҡ. Әлбиттә, бөтәһенә лә спортсы булырға кәрәклеге тураһында һүҙ бармай, ә үҙе өсөн әҙерәк кенә булһа ла сәләмәт тормош алып барыу ҡамасауламаҫ ине. Ана шундай егеттәрҙең береһе ул беҙҙең геройыбыҙ. Тимур ҙа башҡа үҫмер балалар кеүек ябай тормошта йәшәп, әллә нимәһе менән айырылмай. Мәктәптә уҡый, уйнай, телевизор, компьютерҙы ла онотмай. Ҡайһы саҡ йүгерергә лә ярата....

«Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ы
Новости / Спорт // 27-06-2014, 13:48


«Берҙәмлек менән көслөбөҙ», – ти Болгариянан еңеү яулап ҡайтҡан Сибай «йондоҙҙар»ыБерҙәмлек, тигәндәй, ошо көндәрҙә Болгарияның Кране ҡалаһында “Болгар раузаһы” тип исемләнгән VI халыҡ-ара дуҫлыҡ, спорт һәм сәнғәт фестивале үтте. Сараның да ниндәйе бит әле! Унда донъяның төрлө мөйөштәренән көслө балалар йыйылғайны. Девизы иһә нәҡ шул татыу­лыҡ һәм берҙәмлек булдырыуға йүнәлтелде. Ҡыуаныслыһы шул: Башҡортостан намыҫын яҡлаған Сибай ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбле һәм “Йондоҙ” вокал-эстрада студияһы малай-ҡыҙҙары республика исеменә тап төшөрмәне. Тәүгеләре – (әйткәндәй, улар сит илгә беренсе тапҡыр бармай, һуңғы йылдарҙа Төркиә, Франция тарафтарын күреп ҡайттылар), икенселәре II дәрәжә дипломға эйә булды. Яҡташтарыбыҙға еңеү нисек бирелгән? Халыҡ-ара конкурс ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған?...

Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!
Новости / Спорт // 30-05-2014, 05:00


Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион! Хоккей буйынса 78-се тапҡыр үткәрелгән донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы төп бәйгенең еңеүсеһе булып, илебеҙ тарихында бишенсе тапҡыр чемпион исемен яуланы.
Һуңғы тапҡыр беҙҙекеләр 2012 йылда «алтын»лы булғайны. Ғөмүмән, СССР заманын да ҡушҡанда, улар бөтәһе 27 тапҡыр еңеүсе булып таныла. Төп дәғүәсебеҙ – Канада командаһы 24 тапҡыр алдынғылыҡты бирмәй. Шунан, күпкә ҡалышып, Чехия хоккейсылары килә. Уларҙың иҫәбендә – 12 еңеү. Әлеге беренселектә бронза миҙал яулаған Швеция уйынсылары юғары баҫҡысҡа туғыҙ тапҡыр күтәрелә. Көмөш миҙал призеры – Финляндия командаһы ике тапҡыр алтын миҙал тәмен татый....

ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 30-05-2014, 04:59


Маҡсатына ирешеүен-иреште лә ул…
ҙур спорт тирәләй
«Өфө» футболсылары киләһе миҙгелде үҙ тарихында тәүгә Рәсәй беренселегенең Премьер-лигаһында башлаясаҡ.
Бынан биш йыл элек кенә республикабыҙҙың баш ҡалаһында тергеҙелеп, «Өфө» клубы үҙенә Премьер-лигаға сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Һәм бына быйылғы миҙгелдә юғары лигала дүртенсе урынға сығып, элиталы дивизионға сығыу мөмкинлеген яуланы. Тик бының өсөн Премьер-лиганың бер клубы менән ике уйын үткәреү талап ителде....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM