НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Кубок бишенсе тапҡыр Өфөлә ҡалды
Новости / Спорт // 7-09-2010, 11:39


Кубок бишенсе тапҡыр Өфөлә ҡалдыӨфөлә хоккей буйынса йыл да уҙғарылған Башҡортостан Президенты кубогы өсөн турнир уҙҙы. Унда, хужаларҙан тыш, «Трактор» /Силәбе/, «Югра» /Ханты-Манси/ һәм Чехиянан килгән ҡунаҡ – «Энергия» хоккейсылары ҡатнашты. 12-се тапҡыр уҙғарылған турнирҙа «Салауат Юлаев» клубы, өс уйында ла еңеү яулап, төп призға эйә булды. Был уңышҡа улар инде бишенсе тапҡыр өлгәшә. Һуңғы осрашыуҙа Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре Чехия уйынсыларын 7:1 иҫәбенә ҡыйратты....

Президент Кубогы кемгә эләгер?
Новости / Спорт // 4-09-2010, 15:17


Президент Кубогы кемгә эләгер?Өфөлә шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Президенты Кубогын асыу тантанаһы үтте. Унда республика башлығының тәбрикләүе уҡып ишеттерелде.
Рөстәм Хәмитов үҙе лә «Салауат Юлаев»тың турнирҙағы беренсе матчын ҡарарға килде һәм юлаевсыларҙың Ханты-Мансиҙан «Югра» менән алышының дүртенсе минутында уҡ беренсе шайбаның шаһиты булды....

Хәйерле, «алтын»лы юл һиңә, «Салауат Юлаев»!
Новости / Спорт // 4-09-2010, 12:40


2010/11 КХЛ миҙгеленең «Салауат Юлаев» командаһы ҡатнашлығында уйындар календары
Сентябрь
9, кесе йома «Салауат Юлаев» – «Трактор» (Силәбе)
13, шишәмбе «СЮ» – «Металлург» (Магнитогорск)...

Ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн
Новости / Спорт // 31-08-2010, 11:38


Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙә сноуборд буйынса донъя кубогы этабын үткәреү хаҡында һөйләште.
Һәм 2011 – 2012 йылдарҙағы миҙгелдә республикала параллель слаломда сноуборд буйынса донъя кубогы этаптарының береһен үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан Президенты, республикала халыҡ-ара ярыштар ойоштороу өсөн тейешле шарттарҙың барыһы ла булдырыласаҡ, тип билдәләне. Светлана Гладышева үҙ яғынан ойоштороу буйынса ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте....

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 28-08-2010, 16:03


Плющенкоға юлды япмаҡсылар...
Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса халыҡ-ара союз, билдәле Рәсәй спортсыһы, Олимпия уйындары чемпионы Евгений Плющенконы үҙ ҡарамағында уҙғарылған бәйгеләрҙән ғүмерлеккә ситләтте.
Хәҙер ул донъя һәм Европа беренселегендә генә түгел, ә Олимпия уйындарында ҡатнашыу хоҡуғынан да мәхрүм ителде.
Был ҡарарға уларҙы спортсының, йәрәхәт алыуына һылтанып, донъя беренселегендә ҡатнашыуҙан баш тартып, икенсе бәйгелә, йәғни «Боҙ королдәре» телевизион шоуында ҡатнашыуы килтерҙе. Ә бит уның, йәрәхәт алыу сәбәпле, бер ярышта ла ҡатнашырға хоҡуғы булмай. Шуға ла белгестәр, исеменә ҡарамай, уны ошо ҡаты язаға тарттырырға булды. Тик Евгений бының менән риза түгел, 2014 йылда буласаҡ Сочиҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашасағына ышана....

Марат Сафин: «Ғүмер бер генә, ҡыуана ла, борсола ла белергә кәрәк...»
Новости / Спорт // 28-08-2010, 16:01


Марат Сафин: «Ғүмер бер генә, ҡыуана ла, борсола ла белергә кәрәк...»
Билдәле Рәсәй тенниссыһы Марат Сафин 1980 йылдың 27 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. 1997 йылдан – профессиональ тенниссы. Иң тәүге ҙур уңышҡа 2000 йылда АҠШ-тың асыҡ беренселегендә өлгәшә. 2002, 2004 йылдарҙа Австралияның асыҡ беренселегендә финалға сығып, отола. 2005 йылда ошо уҡ бәйгелә еңеүсе була. Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Дэвис кубогын яулай. Мәскәүҙең «Спартак» футбол командаһы өсөн «ауырый». 2009 йылда ҙур тен­нистан китә....

Таныш булығыҙ: буласаҡ юлаевсылар
Новости / Спорт // 21-08-2010, 15:33


Таныш булығыҙ:  буласаҡ юлаевсылар
Роберт НИЛЬССОН, һөжүмсе. Швеция легионеры. 1985 йылдың 10 ғинуарында тыуған. Швецияла «Лександ», «Юргорден» клубтары өсөн сығыш яһай. Һуңғы ваҡытта НХЛ-дың «Нью-Йорк Айлендерс» һәм «Эдмонтон Ойлерс» командалары өсөн уйнай. Һуңғы миҙгелдә «Эдмонтон» өсөн 60 уйын уҙғарып, 27 (10+17) мәрәй туплай. 2008 йылда Швеция йыйылма командаһы составында донъя беренселегендә ҡатнаша. Командала 10 һаны аҫтында сығыш яһаясаҡ....

Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»
Новости / Спорт // 21-08-2010, 15:26


«Мин – юлаевсы ...» рубрикаһын дауам итеп, беҙ быйылғы миҙгелдә составты тулыландыр­ған яңы уйынсыларҙан башларға булдыҡ. Ул – Олег Сапрыкин.
Олег Сапрыкин:«Атайым булышлыҡ итмәһә, хоккейсы булмаҫ инем»
Олег Сапрыкин 1981 йылдың 12 февралендә Мәскәүҙә тыуған. ЦСКА хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, 16 йәшенән төп команда составында сығыш яһай башлай. Үҫмер сағында уҡ Көнбайыш хоккей лигаһының «Сиэтл» клубына китеп, унда ике миҙгел уйнай. 114 уйында 77 гол индереп, 82 тапҡыр уңышҡа ирешә. Һуңынан НХЛ-дың «Калгари» командаһында сығыш яһай башлай. 2003 йылда Сапрыкинды Рәсәй йыйылма командаһына саҡыралар. НХЛ-дағы локаут ваҡытында Рәсәйгә ҡайтып, туған клубына ярҙамға килә. Унан һуң «Финикс»ҡа әйләнеп ҡайта. Унда йыл ярым сығыш яһағас, «Оттава» клубына алмаштырыла. Яңы командала төп урын йүнләп бирелмәгәс, ЦСКА-ға әйләнеп ҡайта һәм уның менән өс йылға контракт төҙөй. Һуңғы миҙгелдә СКА-ла уйнай. Олег Рәсәй йыйылма командаһы составында 2009 йылда донъя чемпионы исемен яулай. Ике тапҡыр Стэнли кубогы өсөн финалда ла сығыш яһай. «Салауат Юлаев» командаһы менән өс йылға контракт төҙөгән....

Ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 17-08-2010, 11:00


«Салауат Юлаев» һәм «Толпар» көсөн һынай
«Салауат Юлаев» хоккейсылары, миҙгел алдынан әҙерлек күнекмәләрен дауам итеп, Швецияға юлланды. Тәүге контроль уйында улар урындағы «Алмтуна» командаһы менән осрашты һәм уны 6:2 иҫәбенә отто. Шайбаларҙы өфөләрҙән ике тапҡыр Сапрыкин, ҡалғандарын Григоренко, Радулов, Торесен менән Антипов индерҙе. Шулай уҡ юлаевсылар составына әйләнеп ҡайтҡан Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Волков бер тапҡыр гол индереүгә булышлыҡ итте. Бынан тыш юлаевсылар тағы ике уйын үткәрәсәк....

«Юрматы» футболсылары еңде
Новости / Спорт // 4-08-2010, 12:20


Футбол буйынса Башҡортостан чемпионатының 11-се турының старт матчында тәүге еңеүсе билдәләнде. Салауатта Өфөнөң «Динамо-Юниор»ы «Юрматы» менән көс һынашты. Тәүге таймда көсөргәнешле алыш 0:0 менән тамамланды. Ә икенсе таймда Руслан Адршин менән Антон Пановтың голдарына ҡунаҡтар Виталий Прутяндың мәргән тубы менән яуап бирҙе – 2:1. «Юрматы», 30 мәрәй йыйып, турнир «экватор»ын үтеп китте....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM