НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Өфө» футболсылары тарих яҙа
Новости / Спорт // 17-03-2017, 13:12


«Өфө» футболсылары тарих яҙа
йәки Семактың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй кубогының ярымфиналына сыҡҡандан һуң чемпионаттың бишенсе баҫҡысына үрләне
...

КХЛ-дың "Йондоҙҙар матчы" тамамланды!
Новости / Спорт // 23-01-2017, 11:03


КХЛ-дың "Йондоҙҙар матчы" тамамланды!Оло спорт сараһы Чернышев дивизионының "Көнсығыш" конференцияһы командаһы һәм Тарасов дивизионының "Көнбайыш" командаһы араһындағы финал менән тамамланды. Чернышевсылар 3:2 иҫәп менән еңеү яуланы.

Өфөләге "Хоккей йондоҙҙары аҙналығы" тамамланды.

Әйткәндәй, кисә БР Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Халыҡ-ара хоккей федерацияһы президенты Рене Фазель осрашты. Эшлекле һөйләшеү барышында Өфөлә артабан да хоккей буйынса оло саралар үткәреләсәгенә өмөт бар икәне асыҡланды. Атап әйткәндә беҙҙә хоккей буйынса халыҡ-ара чемпионат ойошторорға мөмкин тигән фекер яңғыраны....

"Оҫталыҡ шоуы - 2017" лә Көнсығыш йыйылма командаһы еңде
Новости / Спорт // 21-01-2017, 22:58


"Оҫталыҡ шоуы - 2017" лә Көнсығыш йыйылма командаһы еңде
Баш ҡалала КХЛ йондоҙҙарының оҫталыҡ шоуы тамамланды. "Өфө-Арена" боҙ һарайында ике сәғәттән ашыу дауам иткән сағыу тамашала көйәрмәндәр хоккей йондоҙҙарының тиҙлеген, етеҙ хәрәкәттәрен баһалай алды.
Ә иртәгә - Дүрт команда турниры.
...

Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы уҙҙы
Новости / Спорт // 20-01-2017, 12:18


Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы уҙҙы
Көнсығыш йыйылмаһы был көрәштә Көнбайыш командаһынан 0:4 иҫәбе менән еңелде.
Алтынсы минутта уҡ Алевтина Штарева күпселектә иҫәпте аса. Һуңынан Александра Хусак өҫтөнлөктө икеләтә арттыра – 2:0.
«Көнсығыш» ҡыҙҙары уйында иҫәп буйынса ете тапҡыр өҫтөнлөктә булһа ла, ярышташын бер тапҡыр ҙа язалай алмай.
«Көнбайыштар» тағы ла ике тапҡыр мөмкинлектәре менән файҙалана: икенсе осор аҙағында Людмила Белякова һәм өсөнсө осор һуңында Анна Шохина индерә.
Шохина «Көнбайыштан» матчтың иң яҡшы уйынсыһы бүләген ала. Көнсығыш команда составында шундай уҡ бүләк Өфө «Ағиҙеленән» Ольга Сосинаға тейә....

«Феникс» — Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе
Новости / Спорт // 19-01-2017, 17:47


«Феникс» — Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһеӨфөлә следж-хоккей буйынса Континент кубогы финалында илдең «Феникс»ы Италияның «South Tyrol Eagles» клубын ҡыйратты.
Следж-хоккей буйынса Континент кубогы тамамланды. Тәүҙә Чехияның «Спарта» командаһы, ҡытайҙарҙы 5:1 иҫәбе менән еңеп, бронза миҙалдар яуланы.
Һуңынан илебеҙҙең «Феникс»ы һәм Италияның «South Tyrol Eagles» клубы боҙға сыҡты. Бынан алдағы көсөргәнешле ярышта рәсәйҙәр еңгәйне. Иҫәп — 2:1.
Был юлы барыһы ла беренсе осорҙоң башында бер нисә минут эсендә хәл ителде. Тәүҙә Дмитрий Лисов — үҙ ҡапҡаһына, унан һуң Станислав Барыкин һәм команда капитаны Вадим Селюкин «Көньяҡ Тироль бөркөттәре» ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индерҙе. Осор аҙағында иҫәп — 4:0.
Икенсе осорҙа итальяндар ҡапҡаһына бер генә шайба инде — 5:0.
Селюкин өсөнсө осор башында йәнә бер шайба ташланы, Иван Бердник та шайба индерҙе — 7:0. Осрашыу тамамланыуға бер минут ҡалғас ҡына итальяндар иҫәпте «боҙҙо». Шуға ҡарамаҫтан, «Феникс» — ошо Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе.
...

ЖХЛ "Йондоҙҙар матчы"н телевизорҙа ҡарағыҙ
Новости / Спорт // 18-01-2017, 16:41


ЖХЛ "Йондоҙҙар матчы"н телевизорҙа ҡарағыҙ
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының "Йондоҙҙар матчы"н "Өфө-Арена" трибуналарынан тыш, телевидение аша ла күҙәтергә мөмкин буласаҡ.

Матчта 34 хоккейсы ҡатнашасаҡ: яланда һәр командала 15-әр һәм икешәр ҡапҡасы уйнай. "Запад"сыларҙы Лиганың ғәмәлдәге чемпионы "Торнадо" ЖКХ-һының баш тренеры Алексей Чистяков етәкләйәсәк. Ә "Восток"ты Өфө "Ағиҙел"енең баш тренеры Денис Афиногенов алға әйҙәйәсәк.

Боҙҙағы алышты КХЛ ТВ HD каналы 19 ғинуарҙа, киске сәғәт 7-се яртыла тура эфирҙа күрһәтәсәк. Шулай уҡ трансляцияны ЖХЛ сайтында һәм YouTube каналында алып барасаҡтар. "Башҡортостан юлдаш каналы" ла матчты күрһәтәсәк....

"Йондоҙҙар матчы" командалары капитандары билдәле булды
Новости / Спорт // 18-01-2017, 10:44


"Йондоҙҙар матчы" командалары капитандары билдәле булды
Континенталь хоккей лигаһы 22 ғинуарҙа Өфөлә уҙасаҡ "Йондоҙҙар матчы"нда ҡатнашасаҡ дүрт команданың капитандарын билдәләне. Улар:
- Бобров дивизионы: Павел Дацюк (СКА);
- Тарасов дивизионы: Максим Афиногенов («Витязь»);
- Харламов дивизионы: Сергей Мозякин («Металлург» Магнитогорск);
- Чернышёв дивизион: Евгений Медведев («Авангард»)....

Боҙ өҫтөндә "Ете ҡыҙ"
Новости / Спорт // 17-01-2017, 15:57


Боҙ өҫтөндә "Ете ҡыҙ"19 ғинуарҙа Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы йондоҙҙары уйыны «Ете ҡыҙ» бейеүе менән асыласаҡ. Хоккей йондоҙҙары аҙналығы барышында «Өфө-Арена»ла Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.
«Ете ҡыҙ»ҙы боҙҙа бейеү өсөн артистарға аяҡ кейеменә махсус сөйҙәр нығытылған.
«Был хәүефһеҙлек техникаһы һәм бейеүҙе сифатлы итеп башҡарыу өсөн кәрәк, — тип аңлатма бирҙе ансамблдең солисы Регина Мостафина. — Был бейеү менән ҡыйыҡта ла, һыу аҫтында ла сығыш яһаныҡ. Кәрәкһә тимераяҡта ла бейер инек».
15 ғинуарҙа боҙҙа ансамблдең ир-егеттәре Риф Ғәбитов ҡуйған «Бөркөт иле» бейеүен тәҡдим итте.
...

Беҙҙең ғорурлыҡ ул – спортсылар
Новости / Спорт // 23-12-2016, 14:12


Беҙҙең ғорурлыҡ ул – спортсыларБашҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXXI йәйге Олимпия уйындарында һәм XV Паралимпия программаһына индерелгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ ярыштарында ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Ордендар, Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән төбәктең 33 спортсыһы һәм тренеры билдәләнде....

«Салауат Юлаев»ҡа – 55 йыл
Новости / Спорт // 30-11-2016, 10:00


«Салауат Юлаев»ҡа – 55 йылйәки 1961 йылдың 25 ноябрендә юлаевсылар Силәбенең «Металлург»ы менән тәүге рәсми уйынын уҙғара

Быйыл «Салауат Юлаев» клубы өсөн юбилей йылы. Команданың тәүге рәсми уйын уҙғарыуына – 55 йыл. Улар 1961 йылдың 25 ноябрендә Силәбенең «Металлург»ы менән осрашып, уларға 3:1 иҫәбенә еңелә. Шулай уҡ СССР беренселеге башланыуға ла 70 йыл тула.
Шул уңай менән бөгөн өфөләр даими беренселектең сираттағы бәйгеһендә «Динамо» (Мәскәү) хоккейсылары менән ретро формала сығып уйнаясаҡ. Ә инде уға тиклем ике көн элек «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙендә «Витязь» уйынсыларын ҡабул иткәйне. Быға тиклем ете осрашыу­ҙан торған уңышынан һуң, өфөләр «Сочи» командаһына буллит серияһында еңелеп, үҙендә «Витязь» уйынсыларына ла отолдо.
Улар уйын буйына тиерлек дәғүәсеһенән күп ваҡыт өҫтөнлөк итеп тә, алдыра алманы. Юлаевсыларҙың тәүге осорҙоң һуңғы минутында индергән голына төп ваҡыт тамамланыуға ете минут тирәһе ҡалғанда яуап биреп, ҡунаҡтар йәнә уңышҡа иреште һәм еңеү яуланы. Әлегә Захаркиндың тәрбиәләнеүселәре 57 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһының дүртенсе баҫҡысын биләй. Беҙҙән артта килеүсе «Трактор» командаһы ете мәрәйгә ҡалыша. Ә инде юғарыла – шул уҡ «Металлург» (Мг.) (74 мәрәй), «Авангард» (67 мәрәй) һәм «Аҡ барс» (68 мәрәй)....


  • Шайтан
  • Алтын ғына ситлек эстәре...
  • Рәнйеш алмағыҙ!
  • Зәлиә ВӘЛИЕВА
  • Таяҡтар менән йөрөүҙең файҙаһы нимәлә?
  • Мәрйәм Бураҡаева олпат юбилейын билдәләй!
  • Гөлшат ЙӘРМӨХӘМӘТОВА
  • Йондоҙнамә (16-20 апрель)
  • Атайлы булһын балалар!
  • Донъялағы иң ҙур байлыҡ (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM