НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Мин – һиңә, һин – миңә...
Новости / Спорт // 29-11-2013, 13:11


«Салауат Юлаев» хоккейсылары ситтәге өсөнсө осрашыуын Хорватияла КХЛ дебютанты «Медвешчак» клубы менән уҙғарҙы.
Быға тиклем беҙҙә булған бәйгелә Загреб ҡалаһы уйынсылары юлаевсыларҙы 3:2 иҫәбенә еңгәйне. Был юлы өҫтөнлөк бер шайбаға булһа ла ҡунаҡтар яғында булды һәм улар хужаларҙы 1:0 иҫәбенә отто. Уңышҡа Дмитрий Макаров тәүге осорҙа өлгәште. Ошо һөҙөмтәле уйындан һуң өфөләр 54 мәрәйе менән Көнсығыш конференцияһында дүртенсе баҫҡысты биләгән «Себер» хоккейсыларын ике мәрәйгә уҙып китеп, улар урынын биләне. Новосибирск командаһы иһә «Торпедо»ға 1:3 иҫәбенә бирелде. Шулай уҡ юлаевсыларҙан бер урынға юғарыла килгән Магнитогорскиҙың «Металлург»ы ла Украинала мәрәйһеҙ ҡалды. Уларҙы «Донбасс» 3:2 иҫәбенә еңде. Хәҙер улар менән айырма – өс мәрәй....

Ике донъя чемпионы – Башҡортостандан!
Новости / Спорт // 22-11-2013, 13:35


Ике донъя чемпионы – Башҡортостандан!Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала нефтехимиктар төйәге – Салауат ҡалаһында билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионаты үткәрелде. Күләме буйынса был ҙур спорт байрамында 35 илдән килгән 300-ҙән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһына ингән ике яҡташыбыҙ – Рөстәм Арыҫланов менән Альберт Рәхмәтуллин үҙҙәренең ауырлыҡ категорияларында донъя чемпионы исемен яуланы....

Яланда һуғышсы берәү ҙә була ала икән…
Новости / Спорт // 22-11-2013, 13:20


Киләһе йылда Брази­лияла үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына барасаҡ командаларҙың бөтәһе лә билдәле булды. һуңғы булып урынды Мексика менән Уругвай командалары алды. Ә инде быға тиклем беҙҙең төркөмдә икенсе урын алған Португалия уйынсылары Роналду арҡаһында Шве­цияны ике уйында еңеп, Бразилияға барыу хоҡуғын алды. Һөҙөмтә: Порту­галия файҙаһына – 1:0, 3:2. Дүрт голдың да авторы – Роналду. Украина футболсылары ике тупҡа булған өҫтөнлөгөн Францияла юғалтып, чемпионатҡа барыу­ҙан мәхрүм ҡалды. Өсөнсө бәхет­һеҙ тупты украиндар үҙ ҡапҡаһына үҙе индерҙе. Шулай уҡ Хорватия менән Греция командалары ла чемпионатҡа барасаҡ....

Апаһы өсөн йүгереп, дан һәм хөрмәткә күмелә
Новости / Спорт // 22-11-2013, 13:19


Апаһы  өсөн йүгереп,  дан һәм хөрмәткә күмеләйәки Саңғыла йүгереү буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Галина Кулакова тормошон спорттан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай
1972 йылда ХI Ҡышҡы Олимпия уйындары үҙ тарихында башлап Азияла уҙа. Японияның Саппоро ҡалаһында үткән сираттағы Олим­пиадала Советтар Союзы йыйылма командаһы, бобслей спорт төрөнән тыш, барыһында ла уңышлы сығыш яһай. Олимпия пьедесталына саңғыла йүгереүҙән Вячеслав Веденин, Галина Кулакова (өс тапҡыр), биатлон йыйылма командаһы – билдәле Александр Тихонов, Ринат Сафин, Иван Бяков, Виктор Маматов, шулай уҡ саңғы эстафета командаһы – Галина Кулакова, Любовь Мухачева һәм Алевтина Олюлина, хоккей йыйылма командаһы, конькиҙа парлы шыуыуҙан Ирина Роднина менән Алексей Уланов күтәрелә....

Көн дә төшөндә трамплиндан һикерә
Новости / Спорт // 8-11-2013, 12:05


Көн дә төшөндә трамплиндан һикерәйәки Саңғыла трамплиндан һикереүҙә әлегә тиклем беҙҙең илдән берҙән-бер Олимпия чемпионы Владимир Белоусов хыялы менән йәшәй
Сираттағы Ҡышҡы Олимпия уйындары 1964 йылда Австрияла уҙа. СССР спортсылары йәнә уңышлы сығыш яһап, 11 алтын, 8 көмөш һәм 6 бронза миҙал менән командалар беренселегендә өс уйында рәттән алдынғылыҡты бирмәй. Биатлон буйынса Владимир Меланьин, саңғыла йүгереүҙән Клавдия Боярских хатта өс тапҡыр юғары подиумға күтәрелә. Хоккейҙан СССР йыйылма командаһы бынан дүрт йыл элекке уңышһыҙ сығышынан һуң йәнә беренсе урынға сыға. Конькиҙа фигуралы шыуыуҙан Людмила Белоусова менән Олег Протопопов парлы шыуыуҙа Олимпия чемпионы исеменә лайыҡ була. Конькиҙа йүгереүҙән Лидия Скобликова, дүрт дистанцияла ла еңеп, абсолют чемпион исемен яулай....

Дүрт уйында – дүрт мәрәй
Новости / Спорт // 8-11-2013, 12:04


«Салауат Юлаев» командаһы өйҙәге уңышлы уйындарынан һуң әлеге ҡыҫҡа ғына тәнәфес алдынан дүрт осрашыуҙы үҙ конференцияһы клубтары менән уҙғарғайны.
Тәүге бәйгелә, быйылғы миҙгелдә көтөлмәгән тиҙлек алып, плей-офф зонаһында урын алған Екатеринбургтың «Автомо­билист» хоккейсылары менән осрашты. Өфөләр башта хужаларға үҙ уйынын бәйләп, өс шайбаға өҫтөнлөк тә итеп ҡарағайны, тик дәғүәсе юлаевсылар ҡапҡаһына ете шайба сойорғотоп, ҡунаҡтарҙы урынына ултыртты. Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре «Югра»ға юл тотто. Бында ла бәйге шул уҡ сценарий буйынса башланды. Ярай әле хаталар өҫтөндәге эш үҙ һөҙөмтәһен биреп, юлаевсылар эшлекле өс мәрәйгә эйә булды. Өсөнсө уйында уларҙы «яралы» «Авангард» уйынсылары көтә ине. Осрашыу шул хәтлем күңелһеҙ үтте, хатта ике осорға һуҙылған ваҡыт мәңге үтмәҫ һымаҡ тойолдо. Һуңғы осорҙа ғына командалар берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, барыбер бәйгене буллитҡа алып барып еткер­ҙеләр. Мәрәйгә сарсаған Омск уйынсыларына бәхет тә үҙ йөҙөн күрһәтергә тырышып, уларға еңеү бүләк итте....

ҙур спорт тирәләй
Новости / Спорт // 1-11-2013, 11:13


«Медвешчак»ҡа аҡса булды ни, юҡ ни…
ҙур спорт тирәләйХоккей буйынса КХЛ беренселегенең 23-сө туры ла артта ҡалып бара.
Ике конференцияның да лидерҙары, үҙ дәғүәселәрен еңеп, юғары баҫҡыстан әлегә тиклем төшмәй килә. Шул уҡ СКА менән «Динамо» (Мәскәү), «Барыҫ» менән «Аҡ барс» алмаш-тилмәш мәрәйҙәр яулауын дауам итә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары ла үҙ конференцияһында «Металлург» (Мг.) менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә. Әйтәйек, юлаевсылар ошо уҙған осрашыу­ҙа, Омски­ҙың мәрәйгә сарсаған «Авангард» командаһынан буллит серияһында ғына еңелеп, турнир таб­лицаһындағы позицияһын юғалтып торҙо. Ошо мөмкинлекте Магни­то­­горскиҙың «Металлург»ы ҡулынан ысҡындырманы. Улар «Югра»ны 5:2 иҫәбенә еңеп, өфөләрҙән бер мәрәйгә алға сыҡты....

Алтын миҙалын Коммунистар партияһы съезына бүләк итә
Новости / Спорт // 25-10-2013, 12:07


Алтын миҙалын Коммунистар партияһы съезына бүләк  итә
йәки Алты тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Лидия Скобликова үҙ төрөндә донъяла әлегә тиклем берҙән-бер абсолют еңеүсе булып һанала
Тарихы юҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Спортта ла ул ҙур урын биләй. Элекке, хәҙер инде күптәр өсөн онотолоп барған спорт «йондоҙ»ҙарыбыҙ үҙ заманында донъяла сағыу эҙ ҡалдырып, әлегә тиклем һаман да буй етмәҫлек күрһәткестәре менән исемлектең иң юғары урындарын биләй. Күптәре инде, яҡты иҫтәлек ҡалдырып, беҙҙең аранан китеп бөтөп бара....

Дүрт путевка өсөн йәрәбә үтте
Новости / Спорт // 25-10-2013, 12:04


Дүрт путевка өсөн йәрәбә  үттеКиләһе йылда Брази­лияла үтәсәк футбол буйынса донъя беренселегенә Европанан ҡалған дүрт бәхетле урын өсөн үҙ төркөмдәрендә икенсе һөҙөмтәгә ирешкән командалар араһында йәрәбә үтте.
Шулай итеп, беҙҙең төркөмдәге Португалия уйынсылары бәхетен Швеция футболсылары менән үҙ-ара ике осрашыуҙа хәл итәсәк....

Һигеҙ уйында – 19 мәрәй
Новости / Спорт // 25-10-2013, 12:04


КХЛ беренселегенең сираттағы осрашыу­ҙарын “Салауат Юлаев” командаһы тик Көнбайыш конференцияһы клубтары менән уҙғарҙы.
Һигеҙ уйында 19 мәрәй яулап, ҙур һөҙөмтәгә өлгәште. Ҡунаҡта ЦСКА-ға төп ваҡытта еңелгәс, “Слован” уйынсыларына буллит серияһында ғына еңелә, ҡалған алты осрашыуҙа тик еңеү бәхетен кисерә. Улар, Риганың “Динамо”һын, “Лев”ты, “Локо­мотив”ты, “Северсталь”де, СКА-ны һәм яңыраҡ “Атлант” командаһын да еңеп, дөйөм 39 мәрәй менән Көнсығыщ конференцияһының өсөнсө баҫҡысында нығынды. Иҫәп күрһәткесе лә ҡыуандыра. Ошо һуңғы һигеҙ осрашыуҙа дәғүәсенең ҡапҡаһына 21 шайба индереп, үҙенә 9-ын үткәрә....


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM