НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!

Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион!


Беҙҙекеләр – бишенсе тапҡыр чемпион! Хоккей буйынса 78-се тапҡыр үткәрелгән донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы төп бәйгенең еңеүсеһе булып, илебеҙ тарихында бишенсе тапҡыр чемпион исемен яуланы.
Һуңғы тапҡыр беҙҙекеләр 2012 йылда «алтын»лы булғайны. Ғөмүмән, СССР заманын да ҡушҡанда, улар бөтәһе 27 тапҡыр еңеүсе булып таныла. Төп дәғүәсебеҙ – Канада командаһы 24 тапҡыр алдынғылыҡты бирмәй. Шунан, күпкә ҡалышып, Чехия хоккейсылары килә. Уларҙың иҫәбендә – 12 еңеү. Әлеге беренселектә бронза миҙал яулаған Швеция уйынсылары юғары баҫҡысҡа туғыҙ тапҡыр күтәрелә. Көмөш миҙал призеры – Финляндия командаһы ике тапҡыр алтын миҙал тәмен татый. Шулай уҡ Америка хоккейсылары ла ике тапҡыр чемпион була. Был юлы Канада менән АҠШ командалары ярымфиналға ла сыға алманы. Тәүгеһе бынан ете йыл элек еңеүсе булғайны. Һәм инде һуңғы биш йылда бөтөнләй миҙалһыҙ интегә.
Шулай итеп, Сочиҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы мәсхәрәнән һуң Рәсәй йыйылма командаһы яңы баш тренер етәкселегендә бөтә хоккей грандтарын еңеп, шунда уҡ исемен ҡайтарҙы. Ул һәр осрашыуҙы ла юғалтыуһыҙ үтеп, лайыҡлы рәүештә беренсе булды. Финалда Рәсәй хоккейсылары төркөм уйындарында Финляндия командаһы менән уйнап, уны 5:2 иҫәбенә еңде.
Голдарҙы Широков, Овечкин, Малкин, Зарипов һәм Тихонов индерҙе. Шулай уҡ «Салауат Юлаев»тан ҡапҡасы Андрей Василевский менән һаҡсы Андрей Зубаревтың төп еңеүгә индергән өлөшө тос. Бигерәк тә йәш ҡапҡасыбыҙ чемпионатта уңышлы дебют яһап, күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. НХЛ скауттары уға өмөтлө киләсәк юрай. Шулай итеп, әлегә хоккей уйындары тамам, беҙҙе ҙур футбол көтә.
Әйткәндәй, хоккейсыларҙың Рәсәй Прези­денты менән осрашыуынан һуң Владимир Путин, Сочиҙағы олимпиясыларҙы ҡотлаған һымаҡ, һәр уйынсыны еңел автомобиль менән бүләкләргә булған.
Киләһе беренселек Чехияла уҙасаҡ. Донъя чемпиондары «В» төркөмөндә Финляндия, АҠШ, Словакия, Норвегия, Беларусь, Словения һәм Дания хоккейсылары менән бер әйләнештә уйнаясаҡ.
Н. ТИМЕРОВ.

Сығыу ваҡыты 30-05-2014, 05:00 | Ҡаранылар: 561
|
  • Рәсәй 20 йылда үҙ позицияһын ҡайтарҙы
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • ҙур спорт тирәләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM