RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Барыҫ”тар ил шаулата

25.04.2014 “Барыҫ”тар ил шаулата

“Барыҫ”тар ил шаулатаБаймаҡ ҡалаһының “Барыҫ” көнсығыш һуғыш алымдары клу­бы бөтә донъяға киң танылыу алды тиһәм, һис хата булмаҫ. Ысынлап та, бында шөғөлләнгән балалар донъя чемпионы булып та билдәлелек яуланы. Быйыл Ҡазан ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы чемпионатында Та­тарстан, Сы­уашстан, Удмурт Республи­калары, Һарытау, Киров, Һа­мар өлкәләре, Пермь крайы спортсылары ҡатнашты. Баш­ҡортостан командаһы составына Баймаҡтың ушу-саньда буйынса ете көрәшсеһе лә инде. Шуларҙың алтауһы – Ерлан Мәмбәт­ҡолов, Айгиз Иҙелбаев, Ләйлә Гаджиева, Тимур Мостафин, Илһам Йәнбәков, Рауил Ҡотләхмәтов – беренсе, Вилдан Ғүмәров өсөнсө урынды яуланы. Һөҙөмтәлә беренсе урын яулаусылар Рәсәй беренселегенә үтте, Башҡортостан командаһы ярышта икенсе урынды алды. Бында Баймаҡ “Барыҫ”тарының өлөшө бик ҙур.

Ошо көндәрҙә Белгород өлкәһенең Старый Оскол ҡалаһында юниорҙар араһында ушу-саньда буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Ярышҡа 10 федераль округтан өс йөҙҙән ашыу спортсы килде. Мәскәү, Липецк, Владимир, Һарытау, Калуга, Воронеж, Тверь, Силәбе һ.б. ҡалаларҙан, Башҡортостан, Чечня, Тыва, Дағстан, Адыгея, Саха Республикаларынан килгән спортсылар сәмле көрәшкә сыҡты. Бында ла “Барыҫ”тар һынатманы. 3-сө мәктәп уҡыу­сыһы Ерлан Мәмбәтҡолов үтә лә көсөргәнешле өс алыштан һуң 17 – 18 йәшлектәр араһында көмөш миҙалға лайыҡ булды. 105-се һөнәрселек лицейында белем алған Айгиз Иҙелбаев бронза миҙал менән бүләкләнде. Ләйлә Гаджиева Рәсәй чемпионатында өсөнсө тапҡыр ҡатнашып, чемпион титулын бер кемгә лә бирмәне. Шулай итеп, Ләйлә тағы ла Рәсәй чемпионы! Донъя чемпионы һәм Рәсәй чемпионы титулын йөрөткән көслө рухлы, ныҡышмал ҡыҙға артабан да ошондай юғары еңеүҙәр теләге килә.
“Барыҫ” клубы тәрбиәләнеүселәре Илһам Йәнбәков менән Тимур Мостафин дүртенсе урын яуланы. Рәсәй беренселеге өсөн был да бик яҡшы һөҙөмтә.
“Барыҫ” клубы тренеры, һөйөнөсө менән уртаҡлашып: “Беҙгә һәр саҡ ҙур ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, шулай уҡ ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Спорт менән ныҡлап шөғөлләнгән тәрбиәләнеүселәремә тынысланырға иртәрәк булыуын, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн сәләмәт тормош алып барыу мөһимлеге тураһында һәр саҡ һөйләйем”, – тине.
Эйе, “Барыҫ”тар илде лә, донъяны ла шаулата. Шундай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡыҙ һәм малайҙарҙың бәләкәй генә Баймаҡ ҡалаһынан булыуы үҙе ҙур ғорурлыҡ бит. Сираттағы тапҡыр: “Афарин, “Барыҫ”тар!” – тиергә генә ҡала.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына