RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Металлург» бер аяғы менән финалда

11.04.2014 «Металлург» бер аяғы менән финалда

«Металлург» бер аяғы менән финалдаШулай ҙа беҙҙең өмөт бөтөнләй һүнмәгән әле
«Алышта еңелдек, әммә көрәш дауам итә», – тине «Салауат Юлаев» менән «Металлург» (Магнитогорск) командалары араһында булған дүртенсе осрашыуҙан һуң өфөләрҙең һаҡсыһы Артурс Кулда. Эйе. Әлегә дөйөм иҫәп дәғүәсе файҙаһына 3:1 булһа ла, күптәр­ҙең ошондай ауыр хәлде йырып сыҡҡаны бар. Юлаевсылар ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Йәл, әлбиттә, футбол иҫәбенә еңелеүе. Икенсе осор урталарында хужаларҙың кәмселектә уйнап, бер генә тапҡыр хаталаныуы уйындың һөҙөмтәһен хәл итте лә ҡуйҙы. Ҡотҡарырға ваҡыт та етерлек һымаҡ ине лә, тик һөжүмселәребеҙ был юлы Кошечкиндың ҡапҡаһына үтә алырлыҡ урын тапманы. Төп ваҡыттың һуңғы минутында өфөләрҙең, тәртип боҙоп, әҙселектә ҡалыуы бөтә өмөттө юҡҡа сығарҙы. Нишләйһең, бәхет был юлы ҡунаҡтар яғында булды. Ғөмүмән, плей-офф башланғандан бирле бәхет күберәк «Металлург»ҡа йылмая. Бының да ҡасандыр сиге булыр ҙа ул… Моғайын, бөгөн Владимир Юрзинов һәм уның тәрбиәләнеүселәре, кемдең-кем икәнен күрһәтеп, серияны Өфөгә алып ҡайтыр. Ә унда ҡарарбыҙ.
Көнбайыш конференцияһында ла Чехияның «Лев» клубы «Локомотив»тан 3:1 иҫәбенә өҫтөнлөк итә. Әкиәттәгесә, бүрене лә үттем мин, айыуҙы ла үттем мин, ә һине, төлкө, күптән үтеп китәсәкмен, тигән һығымта «Локомотив» уйынсыларына хас була түгелме? Тап ошо әкиәттәге һымаҡ, «Лев» төлкө ҡиәфәтенә инеп, ныҡышмал Ярославль хоккейсыларына ҡаршы кәрәкле асҡыс тапты, буғай. Дүртенсе хәл иткес бәйгелә «Локомотив» үҙендә көс табыуын тапты ла ул, тик серияны ҡотҡарып ҡалыу өсөн, ай-һай, бик тырышырға кәрәк.
Шулай итеп, ике Конференцияла ла бер аяғы менән финалда баҫып тороусылар бар.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына