RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » батырыусылары эргәлә генә тора...

14.03.2014 батырыусылары эргәлә генә тора...

Хоккей буйынса Гагарин кубогының тәүге сирекфиналсылары асыҡланды. Йыл да төп призға ымһынып, иң көслө уйынсыларҙы үҙенә йәлеп иткән СКА командаһы был юлы нисектер ЦСКА-ны дүрт осрашыуҙа ла еңел генә еңде. Чехияның «Лев» клубы ла КХЛ дебютанты – Хорватияның «Мед­вешчак» командаһынан дүрт уйында ла көслөрәк булып сыҡты. Шулай уҡ Донецк ҡалаһының «Донбасс» хоккейсыларына ла сирекфиналға сығыу өсөн дәғүәсеһен бер тапҡыр ғына еңергә ҡалды. Улар Лат­вияның «Динамо»һына ҡаршы һынау тота. Әлегә иҫәп Украина командаһы файҙаһына – 3:1.
Ике миҙгел рәттән Гагарин кубогына эйә булыусы Мәскәүҙең «Динамо»һы был юлы 1/8 финалда ауырлыҡ кисерә. Уның дәғүәсеһе – «Локомотив» уйынсылары ныҡлап «тешләшергә» булды.
Көнсығыш конференцияһына килгәндә, бында әлегә Ҡа­ҙағстандың «Барыҫ» уйынсылары ғына үҙҙәрен ышаныслы тота. Астана командаһы күптән плей-офф тәмен татымаған Екатерин­бургтың «Автомобилист» клубын дүрт осрашыуҙа ла еңде. Бында ярыш тиҙ бөтһә лә, «Барыҫ» командаһы дәғүәсеһенән һәр уйында тик бер шайбаға ғына өҫтөнлөк итте. Магнитогорскиҙың «Металлург»ына ла сирекфиналға сығырға күп ҡалманы. Ул үҙ боҙонда КХЛ дебютанты – «Адмирал» хоккейсыларын ике осрашыуҙа еңгәс, ҡунаҡта әҙерәк көс түгергә тура килде. Сөнки Владивосток тәрбиәләнеүселәре өсөнсө уйында өҫтәмә ваҡытта дәғүәсеһенән еңеүҙе тартып алып, дүртенсеһендә лә нервыларын ҡаҡшатты. «Адмирал»ға еңер өсөн ике генә минут ваҡыт етмәне. Һәм улар иҫәпте тигеҙләтеп, овертаймда тәжрибәләре етеңкерәмәне.
Ҡазандың «Аҡ барс» клубы плей-оффты уңышһыҙ башланы. Улар үҙендә Новосибирскиҙың «Се­бер»е­нә бер уйынды бүләк иткәс, ҡунаҡта көтмәгәндә 1:7 иҫәбенә еңелде. Тик «Аҡ барс» шулай еңел генә дәғүәсеһенә бирелһә, «Аҡ барс» булмаҫ ине. Улар дүртенсе осрашыуҙа сценарийҙы үҙ файҙаһына үҙгәртте. «Себер»ҙе 6:3 иҫәбенә отоп, серияны тигеҙләне.
Сират «Салауат Юлаев»ҡа. Дә-ә… беҙ ҙә көтмәгәйнек үҙебеҙҙекеләр­ҙән бындай башланғысты. Үҙ майҙанында Түбәнге Новгородтың составы буйынса күпкә көсһөҙөрәк «Торпедо»һына ике уйында ла еңелеп, күптәрҙе уйға һалды. Уйындары ла бит бер ниндәй рамкаға һыймай, түбәнге лиганы хәтерләтте. Быға, бәлки, дәғүәсеһенең үҙ уйынын бәйләүе лә сәбәпсе булғандыр. Әммә һөжүмселәребеҙ дәғүәселәр ҡапҡаһына шайба индерә алмай йонсоно. Ҡунаҡта ла еңеү шайбаһын индереү өсөн өфөләргә 114 минут самаһы ваҡыт талап ителде. Уныһы ла Хоҙайҙың изге ниәтенәнме икән, шайба ҡапҡасыларының шлемына тейеп, һауаға осҡандан һуң нисектер ҡапҡаларына төшөп ҡунаҡланы. Кәрәкле, бик кәрәкле гол булды ул.
Йонсоған командалар бер тәүлек тә ял итмәй, йәнә дүртенсе уйынға сыҡты. Арығандары тәүге минуттан уҡ күренеп торҙо. Тегеләре лә, былары ла күп хаталанды, шайба артынан өлгөрмәне. Шулай ҙа хужалар икенсе осорҙоң бишенсе минутында иҫәпте асыуға өлгәште. Был юлы ла осрашыу шайбаларға бай булмаҫ кеүек ине лә, тик өфөләр ниндәйҙер көс менән дүрт минутта өс тапҡыр уңыш­ҡа өлгәшеп, ике шайбаға алға сыҡты. Уйын нервыһыҙ ғына бөтөрмө тиһәк, төп ваҡыт тамамланыуға ике минут тирәһе ҡалғанда «Торпе­до» иҫәпте бер шайбаға ҡыҫҡартып, көйәрмәндәре күңелендә өмөт уятты. Улар ҡапҡасыларын алтынсы уйынсыға алмаштырып, осрашыуҙы ҡотҡармаҡсы ине лә, тик Дубровский буш ҡапҡаға дүртенсе еңеү шайбаһын индереп, дөйөм иҫәпте тигеҙләүгә иреште. Шулай итеп, Владимир Юрзи­новтың тәрбиәләнеүселәре батырлыҡ күрһәтеп, күптәрҙең юрауҙарын юҡҡа сығарып килә. Сөнки ҡайһы бер үҙәк матбуғат сараларының хоккей белгестәре юлаев­сылар­ҙы ялға ебәреп, ҡыуанысын белдерә башлағайны.

* * *
Хоккей буйынса юғары лигала уңышлы уйнаған Нефтекаманың «Торос» командаһы плей-оффтың тәүге стадияһында әллә ни көс түкмәй, сирекфиналға сыҡты. Ике миҙгел рәттән төп кубокты яулаған Руслан Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәре 1/8 финалда «Сокол»ды дүрт тапҡыр еңеп, сирекфиналда «Буран» менән алышасаҡ. Яҡташта­рыбыҙ «Сокол» уйынсыларын 4:0, 3:2, 2:0 һәм 4:1 иҫәбенә отоп, юғарылағы уңышҡа өлгәште.
Йәштәр лигаһында ла хәл иткес уйындар башланып, уның 1/8 финалсылары асыҡланды. Өфөнөң «Толпар» үҫмерҙәре лә тәүге стадияла Екатеринбургтың «Авто»һын өс осрашыуҙа еңеп, 1/8 финалда «Мамонты Югры» командаһы менән сәкәләшәсәк.

Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына