RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡыҙҙар сәпкә төҙ ата!

28.02.2014 Ҡыҙҙар сәпкә төҙ ата!

Ҡыҙҙар сәпкә төҙ ата!Учалы районының Озерный урта мәктәбендә быйыл өсөнсө тапҡыр яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә хәрби-ғәмәли төрҙәр буйынса ярыштар уҙғарылды
Күңелдәрҙә сәм осҡоно янған саҡта, көндөң һыуыҡлығы ғына сәм­леләр­ҙе туҡтата аламы? Юҡ, әлбиттә! Һәм быны, һалҡындарға ҡарамаҫтан, ярышта ҡатнашыр өсөн төпкөлдә ятҡан Озерный урта мәктәбенә килеп еткән тиҫтәнән ашыу ко­манда раҫланы. Бик матур, ойошҡан рәүештә башланды сара: ошо белем усағында уҡыған яугир-интернационалист Илгиз Бирғәлин иҫтәлегенә ҡу­йылған таҡтаташҡа сәскәләр һалынды, абруйлы ҡунаҡтар тарафынан ярыш­та ҡатнашыусыларға матур теләктәр әйтелде. Учалы автомәктәбенең йөҙ саҡрымлыҡ марш үткән йөк машиналары колоннаһы килеп етеп, сараның әһәмиәтен тағы ла арттырып ебәрҙе.
– Ура! Ура! Ура-а-а! – Учалы районы хәрби комиссары Азамат Рыҫҡолов тәбрикләгәс, сарала ҡатнашыусыларҙың ҡеүәтле тауышынан спорт залының түбәһе ишелеп төшә яҙғандай тойолдо. Егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың тауыштары ғына түгел, үҙҙәре лә ҡеүәтле булып сыҡты: атыу, йүгереү, турникта күтәрелеү, автомат магазинына патрондар тултырыу һәм башҡа ярыштарҙа береһенән-береһе яҡшыраҡ һөҙөмтәләр күрһәттеләр, етеҙлектә, сослоҡта, мәргәнлектә рекордтар ҡуйҙылар (мәҫәлән, Лиана Ғарипова магазинға патрондарҙы ун биш секунд эсендә йыя!). Ярыш төрҙәре уҙған һәр ерҙә «Алға!», «Шәберәк!», «Маладис!» тигән ауаздар яңғыраны.
Башҡаларҙың нисек атҡанын күҙәткән Уральск мәктәбе коман­даһынан Илгиз Ша­киров, мылтыҡты тоҫҡағанда, иң мөһиме, дөрөҫ тын алыу, тине: «Саҡ ҡына тулҡынланһаң да, ҡыйыш атыуың ихтимал». Ярышҡа икенсе тапҡыр килгән уҡыу алдынғыһы Айгөл Ваһапова былтыр автоматты һүтеү-йыйыу­ҙа – икенсе, магазинды патрондар менән тултырыуҙа өсөнсө урын алған. «Быйыл командалар ныҡ көслө, һынатмаһаҡ ярар ине», – тип борсолдо ул. Төп ойоштороусы, хужа булараҡ, Озер­ный урта мәктәбе директоры Раят Ишмөхәмәтов менән тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология уҡытыусыһы Нәҡип Әйүпов иһә ҡулдарына мылтыҡ алған балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн көйәләнде, бер туҡтауһыҙ һаҡ булырға, ипле ҡыланырға өндәне. Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки егеттәр һәм ҡыҙҙар ярыш барышында ныҡ ҡыҙғайны.
Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» ойошмаһы етәксеһе Салауат Лоҡманов, Илгиз Бирғәлиндың атаһы Ғилман Ғайнан улы, автомәктәп начальнигы, запастағы подполковник Азат Солтанов, Афғанстанда хеҙмәт иткән Сөнәғәт Ҡаһарманов, Ирек Рамазанов, Рәшит Фәйзуллин һәм башҡа ҡунаҡтар балалар ярышҡан арала, запастағы диңгеҙ офицеры Муса Бирғәлиндың кортигын ҡулда тотоп ҡарап, уның һәлмәклеген, үткерлеген тикшерҙе, Калашников автоматы менән фотоға төштө, аҙаҡ ҡыҙығып китеп, мәргәнлектә көс һынашты. Ләкин нисек кенә тырышмаһындар, еңеүсе уҡыусыларға етә алманылар. Ҡыҙҙар араһында абсолют шәхси беренселектә Регина Нәжметдинова (Ураҙ мәктәбе), Кристина Кәримова, Лиана Ғарипова (Озерный мәктәбе) еңеүсе булды, ә егеттәр араһында пьедесталға Озер­ный уҡыусылары Рушан Ишмөхәмәтов, Динар Кама­лов, Зөлфәр Абдрахманов күтәрелде. Командалар араһында Озерный мәктәбенең ике командаһы менән Ураҙ мәктәбе иң яҡшылары тип табылды. Белорет лицей-интернаты уҡыусылары Лиана Ҡужаева, Нәсим Ҡорманаев, Ураҙҙан Руслан Усманов, Озерный мәктәбенән Ирәмәл Рамазанов, Килмәктән Рифат Бүләков, Ахундан Руслан Хамитшин да призлы урындар яулап шатланды был көндө. Ҡалабыҙҙың 10-сы мәктәбе кадеттары, «Бөркөт» хәрби-патриотик клубы ағзалары һәм башҡа командалар, еңеү түгел, ә ҡатнашыу мөһим, тип үҙҙәрен үҙҙәре йыуатты, «Оҙонгүл» бейеү ансамбле, йырсы ҡыҙҙар­ҙың сығыштары менән йыуанды…

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына