RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйбуллала ла – Олимпиада

28.02.2014 Хәйбуллала ла – Олимпиада

Хәйбуллала ла – Олимпиада Байғусҡар мәҙәниәт йорто төрлө төҫтәге бәләкәй флагтар, Башҡортостан һәм Рәсәй флагы, “Һаумы, олимпиада!”, “Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!” плакаттары менән биҙәлгән, Олим­пиа­­даға арналған матур йырҙар яңғырай. Сочи ҡалаһында ХХII Ҡышҡы Олимпия уйындары башланыу­ға арнап, ауыл мәҙәниәт йортонда спорт байрамы үткәрелде. Бындай күркәм сарала ауылдың йәше лә, ҡарты ла бик әүҙем ҡатнашты. Ярыштар башланыр алдынан, ауыл китапханасыһы Резеда Ҡолсон­баева Олимпиада уйындарының нисек, ҡайҙа барлыҡҡа килеүе тарихы менән таныштырып үтте.

Мәктәптең физкультура уҡытыу­сыһы Кәбир Баймырҙин ҡатнашыу­сыларҙы төрлө ярыштар менән таныштырҙы. Бына улар – саңғы, гер күтәреү, армспорт, шашка, пневматик винтовканан атыу, дартс, скакалкала һикереү, теннис. Тәүге ярыш саңғыла уҙышыуҙан башланып китте. Шәйнур Баймырҙин – 1-се, Рәлис Дәүләтбаев – 2-се, Ғәлинур Баймырҙин 3-сө, өлкәндәр араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Бай­мырҙина 1-се урын яуланы. Гер күтәреүҙә 1-се урын – Ва­дим Баястановҡа, 2-се – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Йәмил Баймыр­ҙинға, 3-сө урын Нәзиф Аҡбалинға бирелде. Ҡул көрәштереүҙә ир-егеттәр араһында Фәнил Ха­жиәхмәтов – 1-се, Өлфәт Баймыр­ҙин – 2-се, Вадим Баястанов 3-сө урын алды. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлфиә Баймырҙина – 1-се, Әл­фиә Айытбаева – 2-се, Рита Дәүләт­бирҙина – 3-сө урынға, балалар араһында (ҡыҙҙар) Яҙгөл Ҡолсонбаева – 1-се, Зәриә Ибраҡова – 2-се, Земфира Дәүләтбирҙина 3-сө булды. Ә малай­ҙар араһында Шәйнур Баймыр­ҙин – 1-се, Рәғип Сын­булатов – 2-се, Рәлис Дәү­ләтбаев 3-сө урындарҙы бүлеште. Шашка ярышында БДУ студенты Гөлнар Баймырҙина 1-се урынды бер кемгә лә бирмәне, Әлфирә Дәү­ләтбирҙина 2-се урын менән ҡәнәғәтләнде, Ләйсән Дәүләт­бирҙина, Зөлфирә Ниғмәтул­лина, Ғариф Баймырҙин да әүҙем ҡатнашты. Пневматик винтовканан атыуҙа ир-егеттәрҙән Әхтәм Кил­де­баев, Вадим Баястанов, Йәмил Баймырҙин тәүге өс урынды биләһә, ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан Айһылыу Дәүләтбир­ҙи­на – 1-се, Әлфиә Бай­мырҙина – 2-се, биология һәм химия уҡытыу­сыһы Нәйлә Рәмова – 3-сө, малай­ҙарҙан Ғәлинур Баймырҙин – 1-се, Ғәзиз Аҡбалин – 2-се, Ислам Бикбов 3-сө урынға сыҡты. Дартс ярышында башлан­ғыс кластар буйынса Иштуған Торомтаев – 1-се, Рифат Тажетдинов – 2-се, Айгиз Аҡбалин 3-сө урын алһа, өлкән кластар­ҙан Ислам Бикбов, Ғәҙел Аҡбалин, Шәйнур Бай­мыр­ҙин, ҡыҙ­ҙарҙан Гөлдәриә Баймырҙина, Зәриә Ибраҡова, Земфира Дәүләт­бирҙина, ир-егеттәрҙән Йәмил Баймырҙин, Айбулат Дәү­ләт­бирҙин, Хәлил Вәлиев, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Нәйлә Рәмова, Әлфиә Баймырҙина, Гөлгөнә Сирбаева тәүге урындарға дәғүә итте. Скакалкала һикереүҙә Фәнзилә Йомағолова, Әлфиә Айытбаеванан оҫта һикереүсе булманы. Төрлө спорт ярыштарында Динар Килдебаев, Наҙгөл Хәбибуллина, Мораҙым Ниғмәтуллин, Гөлирә Баймырҙина, Фәнзил Сынбулатов, Искәндәр Рәмов, Фидан Дәүләт­бирҙин һынатманы. Бына уйындың аҙағы ла етте һәм еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Был спорт уйындары бөтәһенең күңеленә хуш килгәндер, дәрт өҫтәгәндер, моғайын.

Ғәлиә ҒИЛӘЖЕТДИНОВА,
БДУ студенты.

Хәйбулла районы,
Байғусҡар ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына