RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » 13 башҡорт спортсыһы Рәсәй данын яҡлаясаҡ

28.01.2014 13 башҡорт спортсыһы Рәсәй данын яҡлаясаҡ

Сочиҙа үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарына һанаулы көндәр ҡалды. Аналитиктар белдереүенсә, унда 230 – 235 спортсы ҡатнашасаҡ, улар халыҡ-ара классификация буйынса 15 спорт төрөндә 98 наградалар комплекты өсөн көрәшәсәк. Әлеге ваҡытта 197 спортсы рәсми теркәлеү үткән.
БР Милли музейында шаршамбыла үткән матбуғат конференцияһында тап ошо тема күтәрелде. Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ башҡорт спортсылары менән әңгәмә “Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы” күргәҙмә залында ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, тиҙҙән музейҙа республиканың спорт тормошона арнал­ған даими эшләүсе айырым урын булдырыласаҡ. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән музей етәкселеге араһында ошо хаҡта килешеү төҙөлгән.
Конференцияла БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, шорт-трек буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Андрей Максимов, Юғары спорт оҫталығы үҙәге директоры Евгений Емельянов һәм Сочиҙа үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпиадала шорт-трек буйынса ҡатнашасаҡ Руслан Захаров сығыш яһаны.
Рәсәй йыйылма командаһы составына 13 Башҡортостан спортсыһы индерелде. Ир-егеттәрҙән трамплиндан саңғыла һикереүҙә Дмитрий Васильев һәм Илмир Хажетдинов, саңғылағы ике төрлө алышта (төньяҡ комбинацияла) Эрнест Яхин, Никита Захаровтың дүрт кешелек боб санаһы экипажы составында Илвир Хужин, шорт-трексылар Семен Елистратов, Дмитрий Мигунов һәм Руслан Захаров билдәләнде. Ҡатын-ҡыҙҙар­ҙан иһә – “Ағиҙел” хоккей клубы ағзалары Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Ши­банова, Елена Дергачева һәм Екатерина Пашкевич. Улар хоккей буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы иҫәбендә тора.
Бынан тыш, Антон Копривицаның сноуборд-кроста сығыш яһауы мөмкин. Ә беҙҙең яҡташ – Межгорье ҡалаһында тыуып үҫкән һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы спортсыһы Ольга Вилухина Новосибирск ҡалаһы өсөн сығыш яһай.
Әңгәмә барышында, Сочи Олимпиадаһында башҡорт шорт-трексыларының уңышлы сығыш яһауы мөмкин, тип билдәләнде. Трамплинсы Дмитрий Васильевтың спорт карьераһында Сочи һуңғы ярыш булыуы ихтимал. “Ағиҙел” хоккейсылары ла яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә ала. Улар “B” төркөмөндә Германия, Швеция, Япония менән 8 – 20 февралдә осрашасаҡ.
XI Ҡышҡы Паралимпия уйындары 7 марттан 16 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Унда ҡатнашасаҡ спортсылар исемлеге айырым иғлан ителәсәк.
Бөгөнгә Олимпия уйындарын асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ Башҡор­тостан делегацияһы составы теүәл билдәләнмәгән. Уны БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың етәкләүе ихтимал. Волонтерҙарҙың БДМУ студенттарынан торған тәүге төркөмө Сочиға 19 ғинуарҙа юлланды, икенсе төркөм оҙаҡламай сәфәргә сығасаҡ.
Быуаттың спорт ваҡиғаһын тамаша ҡылырға теләүселәргә Башҡор­тостан буйынса 800-гә яҡын билет квотаһы бүленгән. Шуға күрә лә спорт һөйөүселәргә ашығырға кәрәк. Әле Сочиға тиклем барған транспортҡа билет алыу бик киҫкен мәсьәлә булып тора, шуға күрә лә Андрей Иванович белдереүенсә, БР Хөкүмәтендә чартер самолеты яллау мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Руслан ЗАХАРОВ,
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Сочи Олимпиадаһында шорт-трек буйынса ҡатнашасаҡ:
– Семен Елистратов менән минең Олимпиадала ҡатнашыу сере – ауыр эш, күнекмәләр һөҙөмтәһе ул. Үҙебеҙҙең көскә, мөмкинлектәргә ышанабыҙ, Олим­пиадала сығыш яһағанда ныҡ тырышырға, яҡшы һөҙөмтә күрһәтергә кәрәк. Беренсенән, Семен менән миңә ышаныс белдереп һайлаған тренерҙың йөҙөн ҡыҙартмаҫҡа, икенсенән, республикабыҙҙың спорт абруйын күтәрергә, өсөнсөнән, беҙгә ҡарап торған балаларҙа шорт-трекка ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Шорт-трек спорты биатлон кеүек үҫешһен, уға иғтибар бирелһен ине. Ул да көйәрмәндәрҙе күп йыя, шуға ла балаларҙы конькиҙа тиҙлеккә уҙышыу спортына өйрәтергә кәрәк.
Беҙҙең өсөн, Рәсәй командаһы өсөн “ауырығыҙ”, һеҙҙең ышаныс беҙгә ҙур көс бирә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә!

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына