НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кемгәлер Сочи, ә кемгәлер плей-офф...

Кемгәлер Сочи, ә кемгәлер плей-офф...


«Салауат Юлаев» командаһы быйылғы йылдың дүрт осрашыуын үҙендә уҙғар­ғандан һуң ситтәге тәүге уйынын Көнсығыш конференцияһы лидеры – Маг­нитогорскиҙың «Метал­лург» хоккейсылары менән уҙғарҙы.
Быға тиклем юлаевсылар дүрт уйында бер тапҡыр ғына еңелеү кисерһә, «Металлург» иһә, дүртеһендә лә үҙендә көйәрмәндәрен ҡыуандырып, ҡумтаһын 12 мәрәйгә байытты. Шуға күрә был бәйге ике яҡ өсөн дә принципиаль булды. Икенсенән, улар араһындағы осрашыу һәр ваҡыт бик сәмле һәм көсөргәнешле уҙа. Өфөләр уйындың тәүге минутында уҡ уңышҡа өлгәшһә лә, хужалар ике рәт яуап биреп алға сыға. Өҫтөнлөк тә күбеһенсә улар яғында була. Шулай ҙа ҡунаҡтар иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалмай, ә бер мәл хужаларҙың хатаһы голға килтерә һәм Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре йәнә өҫтөнлөк итә. Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһына нишләптер эләкмәгән билдәле һөжүмсе Зарипов менән Мозякиндың тырышлығы эҙһеҙ ҡалмай һәм улар иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Төп һәм өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында өфөләр мәргәнерәк булып сыҡты һәм лидерҙан ике мәрәйҙе тартып алды. Хәҙер «Салауат Юлаев» командаһы 81 мәрәй менән үҙ конференцияһында ныҡлы дүртенсе урынды биләй. Сөнки уларҙан түбәндә килеүсе «Торпедо» хоккейсылары юлаевсыларҙан биш мәрәйгә ҡалыша. Юғарыла – «Аҡ барс» (89 мәрәй). «Металлург» менән «Барыҫ» 88-шәр мәрәй яулап, 2 – 3-сө урындарҙы бүлешә. Плей-офф зонаһына эләгер өсөн көрәш турҙан-турға көсөргәнешле килә. Әйтәйек, бәхетле һигеҙенсе урынға «Трактор» (60 мәрәй), «Адмирал» (59 мәрәй), «Авангард» (57 мәрәй) командалары дәғүә итә. Көнбайыш конференцияһында ла көрәш ҡыҙыу бара. һигеҙенсе баҫҡыста килеүсе «Локомотив» аҫтағы дәғүәселәренән 4 – 10 мәрәйгә өҫтөнлөк итһә лә, тынысланыр­ға урын юҡ. Сочиҙа башланасаҡ уйындарға тиклем командаларға алты тур үткәрәһе бар. Унан һуң инде төп уйындарға тиклем бары дүрт кенә осрашыу ҡала.

Сығыу ваҡыты 17-01-2014, 09:35 | Ҡаранылар: 769
|
  • Уйҙары менән ялда инеләр инде...
  • Һәр береһенең эше башҡа
  • Мин – һиңә, һин – миңә...
  • Дүрт уйында – дүрт мәрәй
  • Өфөгә Көнсығыштың лидеры килә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM