RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош һынауҙарына бирешмәгән спортсыға арналған китап

09.01.2014 Тормош һынауҙарына бирешмәгән спортсыға арналған китап

Тормош һынауҙарына бирешмәгән спортсыға арналған китап Сочи ҡалаһында үтәсәк XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был иҫтәлекле ваҡиға алдынан Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Барый Ноғомановтың «Бәхетең һинең ҡулдарҙа» исемле китабы донъя күрҙе. Повесть Паралимпия уйындары еңеүсеһе Ирек Зариповҡа арналған.
Ирек Айрат улы 18 йәшендә ҡурҡыныс аварияға осрай, ауыр операция үткәргәндән һуң, уның ике аяғын да ҡырҡалар. Әммә йәш егеттә йәшәргә теләк, дәрт ҙур була, ул спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа урындар ала, спортсының йондоҙло сәғәте 2010 йылда Ванкувер ҡалаһында үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында һуға. Ирек Зарипов был уйындарҙа дүрт тапҡыр еңеүгә өлгәшә. Ауыр тормош һынауҙарына бирешмәгән, ныҡышмал, сәмле егет күптәргә өлгө булырлыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына