RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйгә Көньяҡ Корея, бельгия һәм Алжир эләкте

13.12.2013 Рәсәйгә Көньяҡ Корея, бельгия һәм Алжир эләкте

Шулай итеп, киләһе йылда Бразилияла уҙасаҡ футбол буйынса донъя беренселегендә ҡатнашасаҡ командалар төркөмдәргә бүленде.
Һәр төркөмдә – дүртәр команда, һигеҙ төркөмгә бүленеп, төп приз өсөн көрәште 12 июндә башлап, 13 июлдә еңеүсене асыҡлаясаҡтар. Рәсәй йыйылма командаһы «Н» төркөмөндә башта – Көньяҡ Корея, һуңынан – Бельгия һәм аҙағында Алжир уйынсылары менән плей-оффҡа сығыр өсөн үҙ-ара осрашасаҡ. Әлбиттә, күптәр Рәсәйгә уңыштар юрай, сөнки уның дәғүәселәре үтеп сығырлыҡ, тип баралар. Тик, нисек кенә тимә, барыһы ла алдан һайлап алыу уйындарындағы еңеүенән һуң ошо бәхеткә ирешкән. Тимәк, унда көсһөҙҙәр юҡ.
Кореянан башлайыҡ. Рәсәй уйынсылары улар менән бер ваҡытта ла рәсми ярыштарҙа осрашмаған. Ә инде яңыраҡ үҙ-ара дуҫтарса уйынды ысынға алырға ярамай. Унда беҙҙекеләр еңһә лә, Корея уйынсылары хәл иткес уйындарҙа ҡыуып еткеһеҙ була. Улар бик шәп йүгерә. 2002 йылда Корея йыйылма командаһы ярымфиналға барып етә. 2006 йылда төркөмдән сығып, Франция менән Швейцарияға ғына отола. Ә инде дүрт йылдан һуң уҙған чемпионатта плей-оффта Уругвай командаһынан һуңғы минутта ғына еңелә. Шуға күрә улар Рәсәй футболсыларынан күпкә тәжрибәлерәк тә, сосораҡ та.
Бельгия командаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул СССР заманынан алып беҙгә аяҡ салыусы булып һанала. 1986 йылда ул ваҡыттағы көслө булып иҫәпләнгән Союз футболсылары төркөмдән сығыуын-сыға, ә бына плей-оффта Бельгияға абынып, чемпионаттан төшөп ҡала. 2002 йылда ла ошо уҡ ил уйынсылары беҙҙең егеттәрҙе өйөнә ҡайтара. Алжирҙыҡы иһә бөтөнләй ят команда. Бында уйын ғына кемдең кемлеген асыҡлар. Дөйөмләштереп әйткәндә, ысынлап та, дәғүәселәрҙе үтерлек. Көслө Бразилия, Германия йә иһә Англия түгел. Шуға күрә, ныҡлап әҙерләнеп, көрәшергә генә ҡала. Ҡалған төркөмдәр ошолай.
«А» төркөмө
1. Бразилия
2. Камерун
3. Мексика
4. Хорватия

«В» төркөмө
1. Австралия
2. Голландия
3. Испания
4. Чили

«С» төркөмө
1. Греция
2. Колумбия
3. Кот-д'Ивуар
4. Япония

«D» төркөмө
1. Англия
2. Италия
3. Коста-Рика
4. Уругвай

«Е» төркөмө
1. Гондурас
2. Франция
3. Швейцария
4. Эквадор

«Ғ» төркөмө
1. Аргентина
2. Босния һәм Герцеговина
3. Иран
4. Нигерия
«G» төркөмө
1. Гана
2. Германия
3. Португалия
4. АҠШ

«Н» төркөмө
1. Алжир
2. Бельгия
3. Көньяҡ Корея
4. Рәсәй










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына