RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яланда һуғышсы берәү ҙә була ала икән…

22.11.2013 Яланда һуғышсы берәү ҙә була ала икән…

Киләһе йылда Брази­лияла үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына барасаҡ командаларҙың бөтәһе лә билдәле булды. һуңғы булып урынды Мексика менән Уругвай командалары алды. Ә инде быға тиклем беҙҙең төркөмдә икенсе урын алған Португалия уйынсылары Роналду арҡаһында Шве­цияны ике уйында еңеп, Бразилияға барыу хоҡуғын алды. Һөҙөмтә: Порту­галия файҙаһына – 1:0, 3:2. Дүрт голдың да авторы – Роналду. Украина футболсылары ике тупҡа булған өҫтөнлөгөн Францияла юғалтып, чемпионатҡа барыу­ҙан мәхрүм ҡалды. Өсөнсө бәхет­һеҙ тупты украиндар үҙ ҡапҡаһына үҙе индерҙе. Шулай уҡ Хорватия менән Греция командалары ла чемпионатҡа барасаҡ.
Шулай итеп, Бразилияға путевканы Англия, Бельгия, Босния һәм Герце­говина, Германия, Греция, Голландия, Испания, Италия, Рәсәй, Хорватия, Швейцария, Португалия, Франция, Аргентина, Бразилия, Колумбия, Чили, Эквадор, Алжир, Уругвай, Гана, Камерун, Кот-Д'ивуар, Нигерия, Иран, Көньяҡ Корея, Япония, Австралия, АҠШ, Гондурас, Коста-Рика, Мексика командалары яуланы.
Төркөмдәргә бүлеү йәрәбәһе 6 де­кабрҙә үтәсәк. Рәсәй уйынсылары Голландия, Италия, Англия, Португалия, Греция, Босния һәм Герце­говина, Хорватия менән икенсе кәрзингә эләкте, тимәк, улар бер нисек тә үҙ-ара бер төркөмдә уйнамаясаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына