RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дүрт уйында – дүрт мәрәй

08.11.2013 Дүрт уйында – дүрт мәрәй

«Салауат Юлаев» командаһы өйҙәге уңышлы уйындарынан һуң әлеге ҡыҫҡа ғына тәнәфес алдынан дүрт осрашыуҙы үҙ конференцияһы клубтары менән уҙғарғайны.
Тәүге бәйгелә, быйылғы миҙгелдә көтөлмәгән тиҙлек алып, плей-офф зонаһында урын алған Екатеринбургтың «Автомо­билист» хоккейсылары менән осрашты. Өфөләр башта хужаларға үҙ уйынын бәйләп, өс шайбаға өҫтөнлөк тә итеп ҡарағайны, тик дәғүәсе юлаевсылар ҡапҡаһына ете шайба сойорғотоп, ҡунаҡтарҙы урынына ултыртты. Владимир Юрзиновтың тәрбиәләнеүселәре «Югра»ға юл тотто. Бында ла бәйге шул уҡ сценарий буйынса башланды. Ярай әле хаталар өҫтөндәге эш үҙ һөҙөмтәһен биреп, юлаевсылар эшлекле өс мәрәйгә эйә булды. Өсөнсө уйында уларҙы «яралы» «Авангард» уйынсылары көтә ине. Осрашыу шул хәтлем күңелһеҙ үтте, хатта ике осорға һуҙылған ваҡыт мәңге үтмәҫ һымаҡ тойолдо. Һуңғы осорҙа ғына командалар берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, барыбер бәйгене буллитҡа алып барып еткер­ҙеләр. Мәрәйгә сарсаған Омск уйынсыларына бәхет тә үҙ йөҙөн күрһәтергә тырышып, уларға еңеү бүләк итте.
Һуңғы уйынын өфөләр конференция лидеры – «Барыҫ» командаһы менән үткәр­ҙе. Бында осрашыу бөтөнләй икенсе төҫ алды. Хужалар ҡунаҡтарға комбинацион яҡтан оҫта һәм шәп тиҙлек менән уйынын бәйләне, юлаевсылар уйнамаҫ еренән йүгерергә мәжбүр булды. Улар ҡаршылашып та маташты. Иҫәпте лә тигеҙләне. Тик бына хужаларҙың оҫта сойорғотҡан бер шайбаһы уйындың яҙмышын хәл итте.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы дүрт уйындан дүрт мәрәй яулап, әллә ни һөҙөмтәле сәфәр ҡыла алманы. Әлегә улар 23 уйындан 43 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында дүртенсе урынды биләй. Юғарыла – «Аҡ барс» (54 мәрәй). «Барыҫ» уларҙан өс мәрәйгә ҡалышһа, өсөнсөлә – «Металлург» (Мг.) (45 мәрәй).
Сираттағы осрашыуҙарын юлаевсылар 13 ноябрҙә үҙ боҙонда «Спартак» менән башлаясаҡ.
Ҡалған командаларға күҙ һалғанда, ике клубтың баш тренеры отставкаға ебәрелде. 23 мәрәй менән аҫтан өсөнсө килгән «Нефтехимик» электән үҙенең яратып өлгөргән белгесе Владимир Крикуновтан баш тартты. Шулай уҡ КХЛ-да дебют яһап, «Югра» клубында үҙ урынын табыуға күп көс һалған Сергей Шепелевҡа ла ишеккә күрһәттеләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Бәлки, “Зенит”ҡа ла сират етер...

Олимпия уйындарына  путевка яуланылар

Линус УМАРК, “Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе: “Беҙ киләһе Гагарин  кубогын яулаясаҡбыҙ”

Синхрон йөҙөүҙә Рәсәйгә етеүсе юҡ

Рәсәй Премьер-лига  чемпионаты юлға сыға

Панарин 100 миллион  долларҙан баш тартты…

II Европа  уйындары  тамамлана

«Салауат Юлаев» клубы  пландары менән уртаҡлашты

Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

«Өфө» элитала урынын һаҡлап ҡалды

Дацюк Екатеринбургҡа  юлланды

«Бронза» өсөн ҡыуанырға кәрәк

«Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

Эштә лә, уҡыуҙа ла,  спортта ла алда баралар

Итальяндар ҙа  хоккей уйнарға өйрәнер

ЦСКА  «Гагарин»ды яуланы

ЦСКА «Гагарин»ға  бер аҙым яһаны

Улар еңелмәне…

13.04.2019 - Спорт Улар еңелмәне…


«Салауат Юлаев» сенсацияһын дауам итте

Кимәленән  сыға алманылар

Өфө боҙо тайғаҡ шул...  йәки «Автомобилист»ың шиптары шымарҙы ахыры

Милли көрәшкә – яңы һулыш

«Йәншишмә» гәзите призына